+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тәмлетамаҡ ярғанат

Ҡиәфәттәре кеше ҡурҡытырлыҡ булһа ла, төп аҙығы инжир ҙа, манго!

Тәмлетамаҡ ярғанат
Тәмлетамаҡ ярғанат

Африкала һәр төн һауаны шайтанға оҡшаған ҡот осҡос ярғанаттар баҫып ала. Улар ҡанэскес хайуандарға оҡшаһалар ҙа, был төр ярғанаттарҙың төп аҙығы инжирҙан тора. Шулай уҡ, банан, гуава һәм манго яраталар. Был емештәрҙе ашар өсөн, һутын һурып алалар һәм ҡалғанын төкөрәләр. Төнө буйы бер емеш ағасынан икенсеһенә күсеп һыйланғандан һуң, һаҙлыҡтарҙа үҫкән ағастарҙағы өйҙәренә ҡайтып йоҡлайҙар.

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: