+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яҡташ йырсыларыбыҙ яңы тыуған сабыйына исем ҡушҡан

Башҡорт һәм татар эстрадаһы йондоҙҙары Әлиә һәм Ришат Төхвәтуллиндар улдарына исем ҡушҡан. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сабый 10 апрелдә — Ураҙа байрамында тыуған.  

Йырсы социаль селтәрҙә хәбәр итеүенсә, ҡатыны менән кәңәшләшкәндән һуң улар Әлим исемен һайлаған.

«Әлим, Ғалим — ғәрәп теленән ингән ир-ат исеме, — тип һөйләгән Ришат Төхвәтуллин «Яр Саллы яңылыҡтары» баҫмаһына. — Тәржемә иткәндә «бар нәмәне белеүсе», «белемле», «ғалим» тигәнде аңлата».

Хәтерегҙгә төшөрәбеҙ, йәштәр 2023 йылда өйләнеште. Апрелдә ғашиҡтар никах уҡытты, ә июнь айында гөрләтеп туй үткәрҙе. Ришат Төхвәтуллин Туймазы районының Ҡарамалы-Ғөбәй ауылында тыуып үҫкән, Өфө сәнғәт институтын тамамлаған. Әлиә Ҡарасурина Дүртөйлө районының Шишмә ауылында тыуған, Ҡазан мәҙәниәт һәм сәнғәт университетында уҡыған. Ришат менән бер коллективта эшләй, йәштәр дуэт менән йырлай.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-18/zvezdnaya-para-iz-bashkirii-raskryla-imya-perventsa-3732901

Автор:Ләйсән Закирова
Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: