+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
АмаNet
2 Апрель , 15:37

Башҡортса текстарҙы тикшереүсе тәүге сайт!

Хәҙер башҡорт телендәге һүҙҙәрҙең, һөйләмдәрҙең һәм ҙур-ҙур текстарҙың дөрөҫ яҙылышын онлайн тикшереү мөмкинлеге бар. Бының өсөн ни бары https://tiksher.eu/ сайтына үтеп, үҙегеҙҙең яҙмағыҙҙың күсермәһен ҡуйығыҙ.

Башҡортса текстарҙы тикшереүсе тәүге сайт!
Башҡортса текстарҙы тикшереүсе тәүге сайт!

Хәҙер башҡорт телендәге һүҙҙәрҙең, һөйләмдәрҙең һәм ҙур-ҙур текстарҙың дөрөҫ яҙылышын онлайн тикшереү мөмкинлеге бар. Бының өсөн ни бары https://tiksher.eu/ сайтына үтеп, үҙегеҙҙең яҙмағыҙҙың күсермәһен ҡуйығыҙ. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ул ҡағиҙәләргә таянып, хаталарҙы таба һәм ҡыҙыл менән һыҙып күрһәтә. Шулай уҡ ихтимал булған төҙәтмәләрҙе тәҡдим итә.
"Тикшереү" сайтын Республика Башлығы гранты ярҙамында Айгиз Ҡунафин командаһы тормошҡа ашырырҙы. “Эштең тәүге этабы - текстарҙа булған хаталарҙы табыу, уларҙы ниндәй вариантҡа төҙәтеп булыуын күрһәтеү. Өҫтәмә мөмкинлеге – һүҙ төркөмдәренә морфологик анализ яһау. Әйткәндәй, сайттағы программаны компьютерға урынлаштырып, уның менән интернетһыҙ ҙа ҡулланырға була,” - ти Айгиз Ҡунафин. “Был бик мөһим һәм кәрәкле проект. Сайт башҡорт телен яңы ғына өйрәнеүселәргә алыштырғыһыҙ ярҙамсы. Шулай уҡ башҡортса яҡшы белеп тә, үҙҙәрен тикшерергә теләүселәр өсөн дә файҙалы. “Аҡыллы колонка” менән бер рәттән был проект та йәмғиәттә башҡорт телен популярлаштырыуға, уны өйрәнеүҙе еңеләйтергә ярҙам итә. – тип белдерә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы директоры Гөлназ Йосопова.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: