+14 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Апрель , 14:49

Һөйөнсө!

Ҡәҙерле дуҫтар! "Аманат"тың апрель һаны ла донъя күрҙе! Йөкмәткеһенә ҡыҫҡаса байҡау.

Һөйөнсө!
Һөйөнсө!

Тышлығыбыҙҙы биҙәгән бейеүсе һылыуҡай Өфөнөң 158-се Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы. Уның тураһында мәҡәләне уҡып, яҡындан танышып китерһегеҙ.  

“Аманат” – конкурстарға бай          журнал. Журналды асыу менән, төрлө-төрлө конкурстарыбыҙҙа ҡатнашып, бүләктәр отоусы дуҫтарыбыҙҙың фотоһүрәттәрен дә күрерһегеҙ.

Был һанда  “Тиҫтерҙәрең ижады” рубрикаһында “Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт бәйгеһендә ҡатнашыусылар майҙан тота. Бөрйән ҡыҙы Илзирә Вәлиева, Ейәнсура егете Илдар Эшбаеватарҙың ижад емешетәрен һеҙ ҙә уҡып кинәнерһегеҙ.

“Һыуһылыу менән Ерйегет” тураһындағы әкиәт барығыҙға ла оҡшағандыр тип уйлайбыҙ. Әҫәрҙең һуңғы өлөшөндә ниндәй ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һүрәтләнде икән? Әлегә сер булып ҡалһын.

Дуҫтар! Һеҙ ғәфү итә беләһегеҙме? Баҡтиһәң, берәйһенә асыуланып, йә үс һаҡлап  йөрөһәң, барлыҡ энергияң шул үпкәләүҙе туҡландырыуға китеп тора икән. Кеше үҙен хәлһеҙ тоя башлай. Яҙыусы Гөлнара Мостафина апайығыҙҙың  “Нисек кешене ғәфү итергә” тормош һабағы һеҙгә лә кешеләрҙе ғәфү итә белергә ярҙам итер.

Был һаныбыҙҙа Алағарай һылыуҙарын билдәләнек.Кемдәр улар? “Ай, һылыу!” конкурсыбыҙ ай һайын дауам итә. Ҡыҙҙар, һеҙҙе лә ҡатнашырға саҡырабыҙ!

“Мәңгелек сер” рубрикаһына Алина исемле ҡыҙ үҙенең мөхәббәт тарихын яҙып ебәргән. Ул мәңге күрмәгән-белмәгән бер туған ағаһына саҡ ғашиҡ булмай ҡалғанын бәйән итә.

Традицион рубрикалар – “Тәбиғәткә – асыҡ тәҙрә”, “Башҡортостан ҡоштары”, “Аманат” энциклопедияһы”, “Мин донъяны һүрәтләйем”, “Күҙ менән ҡаш араһы” был юлы ла бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирә.
Ҡәҙерле дуҫтар! Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: әлеге мәлдә “Аманат”ҡа 2024 йылдың 2-се яртыһына яҙылыу бара. “Яҙыл да бүләк от!” уйынында ҡатнашыу өсөн яҙылыу квитанцияғыҙҙы редакцияға ебәрергә онотмағыҙ.

446 һум 70 тингә генә төп приз – ВЕЛОСИПЕД отоғоҙ! “Аманат”лы булығыҙ!

Автор:Аманат
Читайте нас: