+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Апрель , 12:54

Талпандан һаҡлан!

Яҙ етеү менән талпандар ҡотора башлай. Шуға ла тәбиғәткә сыҡҡанда үҙегеҙҙе талпандарҙан һаҡлағыҙ. 

Талпандан һаҡлан!
Талпандан һаҡлан!

Талпандан һаҡлан!

Яҙ етеү менән талпандар ҡотора башлай. Шуға ла тәбиғәткә сыҡҡанда үҙегеҙҙе талпандарҙан һаҡлағыҙ. 

Иң беренсе сиратта, тәнде тотош ҡаплап торған кейем кейергә кәрәк.  Баш кейеме башты тулыһынса ҡаплап торһон. Талпан ағаста ғына йөрөмәй, улар  үләндә лә күп. Шунлыҡтан аяҡтан өҫкә үрмәләйҙәр. Аяғығыҙға  эрзинкә итек, ә салбар балаҡтарын ойоҡҡа ҡыҫтырып кейергә кәрәк.  Сәғәт һайын тәнде талпандан тикшереп, йә булмаһа урмандан ҡайтҡас, өҫ-башығыҙҙы яҡшылап ҡарап сығырға онотмағыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, талпан  тиҙ генә ҡаҙалмай, тәүҙә ул кейемгә йәбешә һәм ҡаҙалыу өсөн уңайлы урын эҙләп өҫкә үрмәләй. Шуға күрә өйгә ҡайтҡас, өҫ-башығыҙҙы ҡаҡҡылап алыу кәрәк. Тәбиғәт ҡосағына сыҡҡанда талпандан һаҡлаусы кремдар,  спрейҙарҙы ҡулланыу файҙалы.

Ә инде талпан  ҡаҙалһа,  уны шунда уҡ сығарыу сараһын күрергә кәрәк. Әлбиттә, бик һаҡ эш итеү талап ителә – ул өҙөлөп ҡалырға тейеш түгел. Башта талпан ҡаҙалған урынға май, вазелин, бензин йәки кәрәсин һөртөгөҙ – бөжәк тонсоға башлай һәм үҙенән-үҙе килеп сыға. Уны алғас, урынына йод, одекалон, спирт һөртөргә онотмағыҙ.  Ҡулығыҙҙы ла яҡшы итеп һабынлап йыуығыҙ.    Тартып алынған талпанды быяла һауытҡа һалып, ҡапҡасын ябып, махсус лабораторияға алып барып тикшертегеҙ. 

Зарарланған осраҡта кешегә  йәшәү урыны буйынса травпунктта иммуноглобулин менән ашығыс профилактика үткәрелә. Уны үткәреү ваҡыты – өс көн. Әгәр ҙә бөжәкте  тикшертеп булмаһа, ауырыуҙы күҙәтеү  өсөн  талпанға ҡаршы иммуноглобулинды дарыуханаларҙа ла һатып алырға була.

 

Автор:Аманат
Читайте нас: