+4 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
20 Апрель , 12:00

Ниңә ваҡ хәрефтәр менән яҙаһың?

– Гүзәл, ни эшләп унысама ваҡ хәрефтәр менән яҙаһың ул? – Хаталарым беленмәһен өсөн, Нәркәс Исламовна! ИКЕНСЕ КӨЛӘМӘСТӘР БЫНДА:

Ниңә ваҡ хәрефтәр менән яҙаһың?
Ниңә ваҡ хәрефтәр менән яҙаһың?

Уҡытыусы:

– Уҡыусылар, ә ҡайһы йылға оҙонораҡ: Волгамы, әллә Миссисипимы?

– Миссисипи!

– Ә күпмегә оҙонораҡ?

– Теүәл дүрт хәрефкә!

 

 

– Гүзәл, ни эшләп унысама ваҡ хәрефтәр менән яҙаһың ул?

– Хаталарым беленмәһен өсөн, Нәркәс Исламовна!

 

 

– Ҡалай ваҡыт тиҙ үтә, – тип зарлана улы әсәһенә. – Уянып та өлгөрмәнем, ә мәктәпкә һуңланым да...

 

Уҡытыусы Илһамды әрләй:

– Ни эшләп һиндә күрше парталашың һымаҡ хаталар киткән ул?

– Һуң, беҙҙе бер уҡытыусы уҡыта бит! – тип яуаплаған Илһам.

 

Әсәһе улынан һорай:

– Бөгөн контроль эштә нисә мәсьәлә булды?

– Ун!

– Нисәүһе дөрөҫ түгел?

– Берәүһе генә.

– Улайһа, ҡалғандры дөрөҫмө?

– Белмәйем, уларын эшләп өлгөрмәнем...

***

Балалар баҡсаһында тәрбиәсе:

– Уй, Илһам, һиңә ни булды? Ағарып киткәнһең бит!

– Апай, апай, ҡурҡмағыҙ! Мине бөгөн әсәйем йыуындырып ебәрҙе бит!

***

– Фирғәт! Һин ни эшләп тешеңде етенсе тапҡыр таҙартаһың ул? – тип һорай әсәһе.

– Исмаһам, бер аҙна буйы тешеңде таҙарт, тигәнеңде ишетмәҫмен тим!

***

– Балыҡтар ниңә һөйләшмәй?

– Ә һин башыңды аквариумға тығып һөйләшеп ҡара!

***

– Доктор, ниңәлер аяҡтарым ҡарая.

– Йыуып ҡарағаның бармы?

– Бар ҙа ул, тик ике аҙнанан йәнә ҡарая башлай.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: