+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Конкурстар
23 Апрель , 12:26

ИҒТИБАР!!! КОНКУРС!!!

 “Аманат” журналы редакцияһы Бөйөк Еңеү көнөнә арнап, ижади конкурс иғлан итә.

ИҒТИБАР!!! КОНКУРС!!!
ИҒТИБАР!!! КОНКУРС!!!

ИҒТИБАР!!! КОНКУРС!!!

9 май – Бөйөк Еңеүгә 79 йыл #Бөйөк_ЕңеүАманат

 

 “Аманат” журналы редакцияһы Бөйөк Еңеү көнөнә арнап, ижади конкурс иғлан итә.

Конкурсҡа түбәндәге эштәрҙе ҡабул итәбеҙ: 

-Бөйөк Ватан һуғышы темаһына арналған йыр башҡарыу;

-Хәрби тематикалы бейеү;

-Музыка ҡоралдарында хәрби тематикаға көйҙәр;

-Еңеү көнөнә арналған әҫәр башҡарыу;

-Һуғыш ветерандары менән әңгәмә;

-Һуғыш йылдарын күҙаллаған, өс минуттан да ашмаған бәләкәй сәхнә әҫәрен сәхнәләштереү.

Конкурс эштәрен  #Бөйөк_ЕңеүАманат хештегын ҡуйып, үҙегеҙҙең стенағыҙға урынлаштырығыҙ.

Конкурс барған мәлдә стенағыҙҙың асыҡ булыуы мотлаҡ. 10 майға тиклем барған конкурсҡа еңеүсене тауыш биреү юлы менән билдәләйәсәкбеҙ.

 

Мәҡәлә авторын (исем-шәрифтәрегеҙҙе), район, ауыл, мәктәпте тулы итеп яҙыуығыҙҙы һорайбыҙ.

Еңеүсене “Аманат” журналының Рәхмәт кәлимәһе, иҫтәлекле бүләктәр көтә. Иң яҡшы мәҡәләләр “Аманат” журналында донъя күрәсәк.
Дуҫтар, конкурста әүҙем ҡатнашырға саҡырабыҙ!

 

Барығыҙға ла уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, яңы үрҙәр теләп,  “Аманат” журналы мөхәрририәте.

 

 

Автор:Аманат
Читайте нас: