+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ғинуар , 13:37

Фотоконкурс: «Беҙ – илебеҙҙең буласаҡ һаҡсылары!»

Ватанды һаҡлаусы көнөнә арнап, Башҡортостаныбыҙ мәктәптәренең Шайморатов синыфтары араһында фотоконкурс иғлан итәбеҙ. Бәйгегә  Шайморатов синыфтары уҡыусыларының униформалы кейемендә бөтөн синыф менән төшкән сифатлы фотоһүрәттәре  ҡабул ителә. Бөтөн фотоларҙа “Аманат”тың “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөндә һәм сайтында ҡуйып барыласаҡ. Шуға ла үҙегеҙҙең синыф тураһында тулы мәғлүмәт (ниндәй район, ниндәй мәктәп, нисәнсе синыф, етәксеһе кем, ниндәй уңыштарға өлгәшкәндәр һ.б.) яҙып ебәрергә онотмағыҙ!

Фотоконкурс: «Беҙ – илебеҙҙең  буласаҡ һаҡсылары!»
Фотоконкурс: «Беҙ – илебеҙҙең буласаҡ һаҡсылары!»

Еңеүсене журналыбыҙҙың тышлығына сығарасаҡбыҙ, 2-се, 3-сө, 4-се, 5-се урындар алыусыларҙы  журнал эсендә баҫтырасаҡбыҙ. Фотоларығыҙҙы  [email protected] электрон почтаһына йә булмаһа https://vk.com/amanatrb “Аманат” журналының төркөмөнә ебәрергә кәрәк, хаттың темаһында « Беҙ – илебеҙҙең  буласаҡ һаҡсылары! » фотоконкурсына  тип яҙыу мотлаҡ. 

Конкурс ике этапта үтәсәк. Тәүге этапта – 10  ғинуарҙан 1 февралгә тиклем фотолар һәм мәғлүмәттәр йыйыла. Икенсе этапта – 1-нән 10 февралгә тиклем тауыш биреү уҙасаҡ. Фотоконкурсҡа йомғаҡ 11 февралдә яһаласаҡ.

Уңыштар һеҙгә конкурсанттар!

Фотоконкурс: «Беҙ – илебеҙҙең  буласаҡ һаҡсылары!»
Фотоконкурс: «Беҙ – илебеҙҙең буласаҡ һаҡсылары!»
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: