+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Март , 21:23

Ямғырҙар, йылғаларҙа ҡарҙың ныҡлап иреүе көтөлә

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡойма ямғырҙар хаҡында иҫкәртә: йылғаларҙа ҡарҙың ныҡлап иреүе көтөлә.

Ямғырҙар, йылғаларҙа ҡарҙың ныҡлап иреүе көтөлә
Ямғырҙар, йылғаларҙа ҡарҙың ныҡлап иреүе көтөлә

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуы фаразлана. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 27 мартта елдең тиҙлеге секундына 17 метрға тиклем етеүе, төндә урыны менән көслө ямғыр яуыуы көтөлә.

«Шуға бәләкәй дала һәм тау йылғаларында ҡарҙың ныҡлап иреүе, һыу кимәленең ҡапыл күтәрелеүе ихтимал. Тораҡ пункттарҙа түбәндәрәк урынлашҡан участкаларҙы һыу баҫыуы мөмкин», — тип белдерҙеләр ведомствола.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-03-26/mchs-po-bashkirii-preduprezhdaet-o-livnyah-ozhidaetsya-aktivnoe-snegotayanie-na-rekah-3701672

Автор:Дарья Субботина
Автор:
Читайте нас: