+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Март , 12:45

20 июндә вуздарға ҡабул итеү кампанияһы башлана

Юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү кампанияһы 20 июндә башлана, тип хәбәр иттеләр Рәсәй хөкүмәтендәге кәңәшмәлә. Быйыл вуз абитуриенттарының дөйөм һаны 1 миллион кешенән күберәк булыуы ихтимал.

20 июндә вуздарға ҡабул итеү кампанияһы башлана
20 июндә вуздарға ҡабул итеү кампанияһы башлана

Юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү кампанияһы 20 июндә башлана, тип хәбәр иттеләр Рәсәй хөкүмәтендәге кәңәшмәлә. Быйыл вуз абитуриенттарының дөйөм һаны 1 миллион кешенән күберәк булыуы ихтимал.

«Беҙ уҡырға инеү өсөн бар шарттар булдырырға тейешбеҙ. Быйыл бюджет урындары 620,5 меңдән ашыуыраҡ. Абитуриенттар конкурсының уңайлы һәм асыҡ системаһын тормошҡа ашырыу мөһим. Был мәсьәләне хәл итеү өсөн төп инструмент – «Вузға онлайн уҡырға ин» суперсервисы. Шулай уҡ айырым квота сиктәрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙың ғаилә ағзаларының юғары уҡыу йорттарына инеүгә хоҡуғын бойомға ашырыуҙы контролдә тоторға кәрәк», – тип белдерҙе Рәсәй хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Чернышенко.

Кәңәшмәлә цифрҙар министрлығы башлығы Мәҡсүт Шадаев билдәләүенсә, суперсервисты ҡабул итеү кампанияһына әҙерләү буйынса эш штат режимында бара.

Рәсәйҙең Һанлы үҫеш, элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы етәксеһе Мәҡсүт Шадаев билдәләүенсә, суперсервисты ҡабул итеү кампанияһына әҙерләү эше штат режимында бара.

«Быйыл абитуриенттар дәүләт хеҙмәттәре порталы ярҙамында абитуриенттар эш биреүсе менән маҡсатлы уҡыу килешеүен төҙөй аласаҡ», – тип өҫтәне ул.

Былтыр абитуриенттар сервис ярҙамында вуздарға 2,2 миллион ғариза биргән. 2024 йылда был күрһәткес артырға тейеш.

2024/2025 уҡыу йылына юғары уҡыу йорттарына 621 321 бюджет урыны бүленгән, шуның 29 304-е – яңы төбәктәрҙең университеттарына, тип белдерҙеләр хөкүмәттә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-03-26/priemnaya-kampaniya-v-vuzy-startuet-20-iyunya-3700986

Автор:Вероника Никитина
Автор:
Читайте нас: