+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Апрель , 14:46

Татыу ғаилә - ил терәге

Мин донъяла үҙемде бик бәхетле кеше тип һанайым. Сөнки минең атайым, әсәйем, ағайым, олатай-өләсәйемдәр бар. Минең ғаиләм бик татыу һәм бәхетле. Кеше ғаиләһеҙ, ҡанатһыҙ ҡош кеүек. Һәр кешегә был ерҙә ғаилә кәрәк. Кеше ғаиләһе менән генә көслө була ала.  

Татыу ғаилә - ил терәге
Татыу ғаилә - ил терәге

Мин донъяла үҙемде бик бәхетле кеше тип һанайым. Сөнки минең атайым, әсәйем, ағайым, олатай-өләсәйемдәр бар. Минең ғаиләм бик татыу һәм бәхетле. Кеше ғаиләһеҙ, ҡанатһыҙ ҡош кеүек. Һәр кешегә был ерҙә ғаилә кәрәк. Кеше ғаиләһе менән генә көслө була ала.

Минең әсәйем Әхмәтова Рита инглиз теле уҡытыусыһы. Өфөләге М.Аҡмулла исемендәге педагогия институтын тамамлағас, тыуған ауылына эшкә ҡайта. Ул үҙ һөнәрен бик ярата, йәнен биреп башҡара.Үҙен уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә бик ярата һәм хөрмәт итәләр. Минең әсәйем эшендә уҡытыусы булһа, өйҙә яғымлы әсә лә һәм уңған хужабикә лә. Ул беҙҙең өй эштәрен эшләшергә лә, тәмле ризыҡтар менән беҙҙе һыйларға ла, ҡышын сана-саңғыла шыуырға ла өлгөрә. Ә кистәрен әсәйем иртәгәһе дәрестәренә әҙерләнә. Мин әсәйемә оҡшап, уңған, яғымлы булғым килә.

Минең атайым Әхмәтов Вилсур Сочи ҡалаһында ит комбинатында эшләй. Ул һөнәре буйынса колбаса продукцияһына фарш етештереүсе. Атайымдың эше бик яуаплы. Ул эшен еренә еткереп башҡара. Сөнки ул ит комбинаты продукцияһының сифаты өсөн яуап бирә. Уҡып бөткәс, Туймазы, Октябрьск ит комбинаттарында эшләй. Эш тәжрибәһен тупларға, колбаса ризыҡтарын сифатлыраҡ етештереү ысулдарын асыҡлау өсөн Сочи ҡалаһына эшкә ебәрәләр. Ялдарында атайым ҡайтып тора, ә каникулдарҙа беҙ ағайым, әсәйем менән диңгеҙ буйына ял итәргә барып киләбеҙ. Минең атайым тәмле ризыҡтар ҙа бешерергә ярата. Мин атайым менән ғорурланам!

Ағайым Самат һигеҙенсе класта уҡый. Ул бәләкәйҙән үк үҙенең үткерлеге, етеҙлеге менән башҡа егеттәрҙән айырылып тора ине. Шуға ул мәктәбебеҙҙең кадет класында белем ала. Ағайымдың званиеһы - кесе сержант. Мәктәпкә хәрби костюмда йөрөй. Ул уҡыуҙа ла, спортта ла иң алдынғы уҡыусыларҙың береһе. Улар кластары менән дәрестәрҙән һуң спорт, туризм кеүек түңәрәктәрҙә шөғөлләнәләр. Башҡортостандың күп ҡалалары буйлап сәйәхәт итәләр. Ә йәй көнө уларҙың командаһы “Авангард” лагерында ял итте. Ағайым: “Киләсәк тормошомдо спорттан башҡа күҙ алдыма ла килтермәйем ”,- ти. Мин Самат ағайымды бик яратам.

Мин әлегә өсөнсө класта тырышып ҡына уҡып йөрөйөм. Республика, район, мәктәп күләмендә үткәрелгән барлыҡ конкурстарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашырға яратам.  Мәктәптән тыш сәнғәт мәктәбендә лә белем алам. Унда мин матур итеп һүрәт төшөрөргә өйрәнәм. Үҫкәс, мин дә кәрәкле һөнәр эйәһе булып, халҡыма, туғандарыма терәк-таяныс булып йәшәрмен.

Олатай-өләсәйемдәр ҙә яратҡан эштәрендә ғүмерҙәре буйы тырышып эшләп, хаҡлы ялға сыҡтылар. Беҙгә ейән-ейәнсәрҙәренә өлгө булып, әле лә тырышып донъя көтәләр. Ә беҙ уларҙы яҡшы хәбәрҙәребеҙ менән һөйөндөрөп, ярҙам итеп торабыҙ.

Мин ғаиләм менән ғорурланам!

Әхмәтова Сәминә, Туймазы районы, Серафим ауылы

Татыу ғаилә - ил терәге
Татыу ғаилә - ил терәге
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: