+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Апрель , 12:21

Бына һиңә мә! Беҙҙә «тутлы» ямғыр яуыуы көтөлә

Рәсәйгә Ливиянан һәм Мысырҙан саң бураны килә. «Африканан саңлы шлейфтың йома көндө үк Волга буйына, ә шәмбе Уралға ла барып етеүе көтөлә

Бына һиңә мә! Беҙҙә «тутлы» ямғыр яуыуы көтөлә
Бына һиңә мә! Беҙҙә «тутлы» ямғыр яуыуы көтөлә

Башҡортостанда «тутлы» ямғыр яуыуы ихтимал. «Фобос» һауа торошо үҙәге белгесе Евгений Тишковец республикабыҙ биләмәһендә ошондай ғәҙәти булмаған тәбиғәт күренеше хаҡында иҫкәртә.

Уның һүҙҙәренсә, Рәсәйгә Ливиянан һәм Мысырҙан (Египет) саң бураны килә. «Африканан саңлы шлейфтың йома көндө үк Волга буйына, ә шәмбе Уралға ла барып етеүе көтөлә, тап шул көндәрҙә унда ямғырҙар башлана», — тигән ул «РИА Новости» агентлығына.

Әйткәндәй, Ростов өлкәһендә, Краснодар һәм Ставрополь крайҙарында, шулай уҡ Ҡалмыҡстанда саң бурандары башланған.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-04-26/v-bashkirii-mogut-vypast-rzhavye-dozhdi-3743730

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
фото: dzen.ru
Автор:
Читайте нас: