+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Май , 10:21

Һаҡ булығыҙ!

Башҡортостан буйынса хәүефле һауа торошо тураһында иҫкәртеү килде.

Һаҡ булығыҙ!
Һаҡ булығыҙ!

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан буйынса хәүефле һауа торошо тураһында иҫкәртеү килде.

6 майҙа көндөҙ һәм кис республика буйынса урыны менән елдең бик көслө булыуы көтөлә, уның тиҙлеге секундына 21-26 метр.
Бынан алда Өфөлә 6 майҙа иртәнән алып көслө ел иҫеүе тураһында хәбәр иткәйне. Шаһиттар тәбиғәт афәтенең тәүге эҙемтәләре тураһында хәбәр итә. Мәҫәлән, Йәштәр бульварында 10-сы йорт янында металл конструкция һүтелә. Пушкин һәм Гоголь урамдары киҫелешендә, шулай уҡ Октябрь проспектында, 78/3 урында ағастар ауған. Карл Маркс урамындағы бинаның ҡыйығының бер өлөшө, ә "Планета" сауҙа үҙәге эргәһендә светофор ҡолап төшә. Ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, Өфөлә көслө ел арҡаһында емерелгән ағастар биш машинаға зыян килтергән.

Фото: Управление гражданской защиты Уфы

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: