+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Май , 12:36

Дөйәгә ни тиергә?

Йорт хайуандарына бер исем ҡушып, һәм уға һәр ваҡыт шул исеме менән өндәшһәң, шул исемгә өйрәнәләр. Эттәребеҙҙе, бесәйҙәребеҙҙе төрлө ҡушаматтар менән  атайбыҙ бит.  Ә бына беҙҙә Йәмилә ҡушаматлы дөйә йәшәй!

Дөйәгә ни тиергә?
Дөйәгә ни тиергә?

Йорт хайуандарына бер исем ҡушып, һәм уға һәр ваҡыт шул исеме менән өндәшһәң, шул исемгә өйрәнәләр. Эттәребеҙҙе, бесәйҙәребеҙҙе төрлө ҡушаматтар менән  атайбыҙ бит.  Ә бына беҙҙә Йәмилә ҡушаматлы дөйә йәшәй!

Иҫке Туймазы ауылында йәшәүсе Нәжметдиновтарҙың татыу ғаиләһе тураһында «Туймазы хәбәрҙәре» гәзитендә 2013 йылдың 25 сентябрендә бик ҙур мәҡәлә яҙған инеләр. Миңә ул сағында ни бары 2 йәш булған.

Әсәйем, Зәринә Один ҡыҙы  дауаханала шәфҡәт туташы булып эшләй. Ул аш-һыуға бик оҫта. Атайым, Фәнзил Фәүис улы, Себерҙә эшләй, ауылда уның тимерлеге лә бар. Ул бик яҡшы сварщик.  Баштағы йылдарҙы ғаиләлә һыйыр, ҡош-ҡорт аҫрау тураһында хыялланғандар. Ысынлап та, хужалыҡ  алға бара. Өй тирәләре, ҡуралар матурая, ауылда башҡа кешеләрҙә булмаған ҡоймалар яһала. Әзәлиә апайым, Солтан ағайым, үҫеп етеп, үҙ һөнәрҙәре буйынса эшләй башлайҙар. Мин хәҙер 6-сы синыфта уҡыйым. Мал ҡарау минең өҫҡә ҡалды.

Хәҙер беҙҙең аҙбарҙа бер нисә ат, бер дөйә, ике павлин һәм төрлө-төрлө матур тауыҡтар бар. Үҙе бер мөғжизәле экзотик донъяла йәшәйбеҙ.

«Дөйәне кеҫәгә йәшереп ҡуйып булмай» тигән мәҡәл бар. Дөйәбеҙгә Йәмилә тип исем ҡуштым. Ул башта ишек алдында торҙо. Шунан бик ҡыҙыу көндәр башланғас, урамға ағас күләгәһенә сығарып бәйләп ҡуйҙыҡ. Күршеләр ҙә төрлө риҙыҡтар менән ашатырға тырыштылар. Тик ауыл халҡы бик аптырай инде. Йылы яҡта йәшәй торған дөйәләр беҙҙә нисек ҡышлар тиеп  баш ватты күбеһе.

  – Башҡортостан,  Татарстан  шарттарында дөйә аҫрау ҡыйын түгел, – ти атайым. – Улар ашауға бик талымһыҙ. Айырыуса беҙҙәге кесерткән, әрем, әрекмән күңелдәренә хуш килә. Ағас япраҡтарын да яраталар. Ә һыуҙы аҙнаға бер эсәләр. Беҙҙәге ҡышҡы һыуыҡтар ҙа уларҙы куркытмай. Дөйә 40 градуслы эҫегә, 50 градуслы һалкынға түҙә. Дөрөҫ, ҡышын – елдән, йәйен – ямғырҙан ышыҡланыу өсен, аҙбар төҙөргә кәрәк. Шуға күрә улар хәҙер беҙҙә үҙҙәрен «курортта» кеүек хис итә.

 

Әлфир Нәжметдинов, Туймазы районы, Иҫке Туймазы ауылы

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: