+19 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Май , 09:04

Өфөлә өс көн дауамында «Китап байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһе уҙасаҡ

24-26 майҙа Совет майҙанында Өфө халҡын һәм баш ҡала ҡунаҡтарын әҙәбиәт донъяһына мауыҡтырғыс сәйәхәт көтә. Сараға килеүселәр, әҙәбиәттең төрлө дәүерҙәре һәм жанрҙары донъяһына сумып, бөйөк рус яҙыусылары һәм Башҡортостан әҙиптәренең ижад юлына байҡау яһай аласаҡ.

Китап йәрминкәһенә килеүселәр шәхси китапханаһын байытыу, билдәле шағир һәм яҙыусылар менән аралашыу, йәш авторҙар ижады менән танышыу мөмкинлегенә эйә.

 «Китап байрамы»нда билдәле яҙыусылар Дарья Донцова һәм Олег Рой, театр һәм кино актеры Александр Олешко, билдәле алып барыусы Оксана Федорова һәм башҡа ҡунаҡтарҙың ҡатнашыуы көтөлә.

 Фестиваль майҙансығында Александр Пушкин, Сергей Аксаков, Мостай Кәрим, Мәжит Ғафури, Рауил Бикбаев, Рәшит Шәкур, Гөлфиә Юнысова һәм башҡа күренекле шағир-яҙыусыларҙың ижад юлына арналған күргәҙмәләр ойоштороласаҡ.

Иң йәш китап һөйөүселәр өсөн «Уҡы! Өйрән! Сағыу йәшә!» исемле балалар әҙәбиәте фестивале ойошторола. Уның маҡсаты – ижади саралар һәм оҫталыҡ дәрестәре аша балаларҙа китап уҡыуға һөйөү тәрбиәләү.

Байрамдың программаһы бай йөкмәткеле һәм төплө уйланылған. Был көндәрҙә Совет майҙанына килеүсе һәр кем күңеленә хуш килерлек майҙансыҡ таба алыр, тип көтөлә.

Сара Башҡортостандың Яҙыусылар союзы инициативаһы буйынса республика Башлығы Радий Хәбиров һәм төбәк Хөкүмәте ярҙамы менән уҙғарыла.

Өфөлә өс көн дауамында «Китап байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһе уҙасаҡ
Өфөлә өс көн дауамында «Китап байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһе уҙасаҡ
Өфөлә өс көн дауамында «Китап байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһе уҙасаҡ
Өфөлә өс көн дауамында «Китап байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһе уҙасаҡ
Автор:
Читайте нас: