+19 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Май , 10:31

Үҫмер ҡыҙҙарға нимә булған?

Өфөнөң Нуғай ауылында уҡыусы ҡыҙҙы тиҫтерҙәре туҡмап, ҡиммәтле телефонын тартып алып, "счетчикҡа" ҡуйған, тип хәбәр итә "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Үҫмер ҡыҙҙарға нимә булған?
Үҫмер ҡыҙҙарға нимә булған?

Өфөнөң Нуғай ауылында уҡыусы ҡыҙҙы тиҫтерҙәре туҡмап, ҡиммәтле телефонын тартып алып, "счетчикҡа" ҡуйған. "Дөрөҫөн әйткәндә" телеграмма-каналында хәбәр итеүҙәренсә, дүрт үҫмер ҡыҙ урамда үҙ ҡорбанын тотоп ала һәм уға һөжүм итә. Һуңынан улар телефонын тартып ала һәм ҡыҙҙың уларға тәүлегенә 500 һум түләргә тейешлеген, шулай уҡ 5500 һум аҡса түләргә тейешлеген әйтә.

Зыян күреүсенең законлы вәкиле әйтеүенсә, был хәл мәктәп уҡыусыһы үҙенең дуҫының телефонын боҙғанлыҡтан килеп сыҡҡан.

Зыян күреүсенең әсәһе полицияға ғариза менән мөрәжәғәт итә. Уның ҡыҙының тәнендә гематомалар, һарҡыуҙар һәм яралар бар.

Бынан алда "Башинформ" хәбәр иткәнсә, Иглинда үҫмерҙең күкрәгенә бысаҡ менән һуҡҡандар.

Үҫмер ҡыҙҙарға нимә булған?
Үҫмер ҡыҙҙарға нимә булған?
Автор:
Читайте нас: