+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Май , 09:40

Башҡортостанда 16 йәшлек үҫмергә 20 йылға тиклем колония янай

Сибай район-ара тәфтиш бүлеге 16 йәшлек Баймаҡ егетен енәйәт эше буйынса тикшереүҙе тамамланы. Ул "бер төркөм кешеләр менән алдан килешеп наркотик матдәләр һатыуға маташыу" һәм "эре күләмдә наркотик матдәләр һатыуға маташыу" статьялары буйынса ғәйепләнә.

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, ғәйепләнеүсе интернетта билдәһеҙ кеше менән килешеп эш итә. 2024 йылдың февралендә, Сибай территорияһында булғанда, ул йәшерен урын-закладка аша иптәшенән наркотиктар партияһын ала, һуңынан уны йәшерен урындар аша ла һатырға тейеш була. Әммә ниәтен тормошҡа ашырырға өлгөрмәй, сөнки уны полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала. Шәхси тикшереү барышында бәлиғ булмаған кешенән дөйөм ауырлығы 25 граммдан ашыу синтетик наркотик матдә булған 16 төргәк һәм кеҫә телефоны тартып алына. Һуңыраҡ унда үҫемлек сығышлы наркотик табыла һәм тартып алына.

Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таный. Хәҙер раҫланған ғәйепләү һығымтаһы менән енәйәт эше судҡа ҡарау өсөн ебәрелгән.

"Хөрмәтле ата-әсәләр һәм опекундар, балағыҙға законһыҙ эш табыуҙың ҡурҡынысы һәм уның эҙемтәләре тураһында аңлатығыҙ. 4-се статьяның 4-се өлөшө Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 228.1-се статьяһы буйынса 10 йылдан 20 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү ҡаралған", тип мөрәжәгәт итә Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.

ИА "Башинформ"

Автор: Дарья Субботина

Фото: Ксения Калинина

Автор:
Читайте нас: