+19 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Май , 14:03

Тылсымлы театр

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры — Башҡортостандың кескәй граждандарында сәнғәткә һөйөү тәрбиәләгән бик бай тарихлы мәҙәниәт усағы. Әгәр бала кескәй сағынан тап ошондай ҡурсаҡтар телгә килгән мөхит менән танышып үҫә икән, ул матурлыҡҡа, сәнғәт донъяһына ынтылып үҫәсәк. Ә инде күңелле бала саҡ иленә бер көнгә булһа ла ҡайтырға теләгән оло апай-ағайҙарға ни бары Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрына балалары менән генә лә барыу ҙа етә. Бында бар нәмә ғәжәйеп мөғжизәгә бай төҫлө күренә. Ә ҡурсаҡтары һуң?!.. Күҙҙең яуын алыр­лыҡ бит! Ысын мәғәнәһендә тылсымлы урын!

Тылсымлы театр
Тылсымлы театр

Бындағы сағыу тамашала әкиәт донъяһына кереп китәһең дә үҙеңде тылсымлы донъяға барып эләккәндәй хис итәһең.
Баш ҡалабыҙ Өфөлә урынлашҡан Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры – Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ойошторолған милли ҡурсаҡ театрҙарының береһе. Ул үҙенең эшмәкәрлеген 1932 йылдың 5 февралендә башлай. Театрҙа тәүге көндәренән башҡорт һәм рус төркөмдәре эшләй. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем бик күп тамашалар, спектаклдәр ҡуйып, театр йәш тамашасыларҙың күңелен яулап өлгөрә.
Ауыр һуғышы йылдарында Ҡурсаҡ театры ла ил күргән ауырлыҡтарҙы кисерә: ир-егет артис­тарҙың күбеһе тыуған ил азатлығы һағына баҫа, һөҙөмтәлә ике төркөм берләштерелә. Театрҙың бригадалары фронтта, госпиталдәрҙә спектаклдәр менән сығыш яһай. Мәҫәлән, 1944 йылда Карелия фронтында гастролдә булып, һалдаттарға еңеүгә дәрт һәм рух өҫтәп ҡайта.
Һуғыштан һуң тормош яҡшыра бара, театр ҙа яңы һулыш кисерә, репертуар байый, коллектив нығына. Оҙаҡ йылдар театрҙың үҙ бинаһы булмай, шунлыҡтан тәүге тамашалар Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында һәм башҡа урындарҙа ҡуйыла.
Ниһайәт, 1976 йылдың ноябрендә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры баш ҡалабыҙҙың Октябрь проспектында үҙ бинаһына һәм яңы көс-ҡеүәт менән эшкә тотона. Театр ул йылдарҙа, Германия, Польша, Швеция, Швейцарияла һәм Һиндостанда гастролдәрҙә булып, үҙен танытыуға, баһалы премиялар яулауға өлгәшә.
Мостай Кәримдең “Ташлама утты, Прометей!”, Сыңғыҙ Айтматовтың “Аҡ пароход”, Мәжит Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” һәм “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосы нигеҙендә эшләнгән спектаклдәр йәш тамашасының күңелен яулай. “Һинд легендаһы” тигән спектакль 1987 йылда Джавахарлал Неру исемендәге халыҡ-ара премияға лайыҡ була.
— Декабрь айында бинаһы төҙөкләндерелгән Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры тәүге кескәй тамашасыларын ҡабул итте. Уларға «Шелкунчик» спектакле күрһәтелде. Бөгөн яңыртылған Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры ысын мәғәнәһендә тарихи мәл кисерә. Ике йыллыҡ ремонттан һуң бина танымаҫлыҡ булып үҙгәргән.
Өп-өр яңы театрға килгән тамашасылар, театр­ға килеп, шатлыҡ хисе кисереүен, рәхәтләнеп ял итеүен, тылсымлы сәнғәт мөхитен тойоуын, ихлас аралашыуын күреп, беҙ ҙә шатланабыҙ, – ти театр директоры Альберт Имаметдинов.
— Яңыртылған театрға тәүге ике көн эсендә генә 2000 бала спектакль ҡарарға килде, шул иҫәптән уларҙың 500-ө — МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балалары.
Киләсәктә лә балаларыбыҙҙа милли рух тәрбиәләү йәһәтенән заманса тел менән яҙылған башҡорт халыҡ риүәйәттәре, әкиәттәре сәхнәгә сығыр, тип өмөтләнәм.
Балаларға ошондай тылсымлы театр бүләк иткәне өсөн республика етәкселегенә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! — тип һүҙен тамамланы театр етәксеһе.
Сәлимә Ҡаранаева.
(Фотолар “Башинформ” сайтынан алынды.)

Тылсымлы театр
Тылсымлы театр
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: