+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Май , 11:12

Еңеү Яҙы!

Кисә  Владимир Комаров исемендәге Өфө ҡала балалар ижады һарайында «Еңеүсе май» балалар ижады фестиваль конкурсы еңеүселәренең гала-концерты үтте. Сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығына арналды.

Еңеү Яҙы!
Еңеү Яҙы!

Быйыл фестиваль 12-се тапҡыр үткәрелде. Унда 5 йәштән 18 йәшкә тиклемге 700-ҙән ашыу бала ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла ҡала, райондарҙа һайлап алыу турҙарын үтеп финалсы була. Конкурстың темаһы – йәш башҡарыусыларҙы һуғыш ваҡиғаларын, Ватаныбыҙҙың үлемһеҙ  батырҙары хаҡында мәңгелеккә хәтерҙәрендә ҡалдырыу. Һарай фойеһында «Минең геройымдың фотоһы» исемле күргәҙмә эшләне. Стендтарҙа фронтта һуғышҡан йәки завод цехтарында эшләгән туғандарының һәм яҡындарының фотолары, уларҙың хәрби юлы һәм хеҙмәт даны тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт. Бынан тыш "Берендей"  художестволы һырлау студияһы еңеү көнөнә  тәрбиәләнеүселәре ҡулдары менән эшләнгән эштәрҙе күрһәтте.

ГРАН-приға "ВЕСЕЛИНКА"  өлгөлө хореография ансамбле лайыҡ була (етәксеһе Оксана Щука, хореографы Елизавета Боровикова)

Еңеү Яҙы!
Еңеү Яҙы!
Еңеү Яҙы!
Еңеү Яҙы!
Еңеү Яҙы!
Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: