+4 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Май , 14:23

Өфөлә ҡотҡарыусылар көслө ел һәм ҡырау тураһында иҫкәртә

Урыны менән бер аҙ епшек ҡар һәм ямғыр яуыуы көтөлә.

Өфөлә ҡотҡарыусылар көслө ел һәм ҡырау тураһында иҫкәртә
Өфөлә ҡотҡарыусылар көслө ел һәм ҡырау тураһында иҫкәртә

Өфө Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, синоптиктар мәғлүмәтенә ярашлы, Өфөлә 8 майҙа киске сәғәт 8-ҙән 9 май киске 8-гә тиклем аяҙлы-болотло һауа торошо фаразлана. 9 майҙа төндә ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан, тиҙлеге секундына 8-13 метр, урыны менән 20 метрға етеүе мөмкин. Һауа температураһы төндә +1, +3°, көндөҙ +8, +10°.

10 майҙа урыны менән бер аҙ епшек ҡар һәм ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 8-13 метр, көсәйгәндә 20 метрға тиклем. Һауа температураһы төндә 0, +2°, урыны менән -2° һыуытып, һауала һәм тупраҡ өҫтөндә ҡырау төшөүе мөмкин, көндөҙ иһә +7, +9°.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, алдағы тәүлектә Өфөлә көслө ел һәм ямғыр яуыуы көтөлә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-08/v-ufe-spasateli-preduprezhdayut-ob-usilenie-vetra-i-zamorozkah-3758138

Автор:Дарья Субботина
Автор:
Читайте нас: