Минең олатайым 1919 йылда тыуған. 1939 йылда хәрби хеҙмәткә алына һәм Эстония, Литва ерҙәрендә хеҙмәт итә.
Һуғыштың башланған беренсе көнөнән көрәшә. Шулай уҡ Белорусияла ла була. Күрһәтелгән батырлыҡтары өсөн "За отвагу" тигән миҙал һәм Бөйөк Ватан һуғышындағы икенсе дәрәжә ордены менән бүләкләнә. Ауылыа 1946 йылда әйләнеп ҡайта, эшен колхозда дауам итә.
Ҡарламан ауылының оҙон ҡара толомло, һылыу, изге күңелле Фәүзиә исемле ҡыҙға өйләнә. Улар 6 балаға ғүмер бүләк итеп, татыу ғаилә ҡороп, ғөрләп т ормош көтә. Ҡарт олатайым балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең ҡәҙер хөрмәтен күреп, 97 йәшкә тиклем йәшәгән.
Хәҙер олатайым юҡ инде. Уның тураһында өләсәйемдән, әсәйемдән ишетеп беләбеҙ.
Әлеге көндә уның бик күп ейән-ейәнсәрҙәре бар. Шуларҙың өсәүһе беҙ - мин Ләйсән Мырҙаҡаева, Сулпан һәм Рәзиф Хәмитовтар. Беҙ Мөкәй мәктәбенең 2-се синыфында тик "5" билдәләренә геенә уҡып йөрөйбөҙ.
Мин ҡарт олатайым менән бик ныҡ ғорурланам һәм ысын күңелдән оло ғорурлыҡ менән уны "герой" тип әйтә алам.
Ләйсән Мырҙаҡаева. Ҡырмыҫҡалы районының Мәкәй ауылы.