+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

#9майеңеүкөнөАманатжурнал

 #9майеңеүкөнөАманатжурнал  “Аманат” журналы редакцияһы Еңеү көнөнә арналған "Рәхмәт һиңә, Еңеү һалдаты!" тип аталған конкурс иғлан иткәйне.  Конкурста ике номинация.

#9майеңеүкөнөАманатжурнал
#9майеңеүкөнөАманатжурнал

Ҡәҙерле дуҫтар!

Ҙур байрам 9 май – Бөйөк Еңеү көнө уңайынан "Рәхмәт һиңә, Еңеү һалдаты!" тип аталған конкурс  иғлан иткәйнек.  Конкурста барлығы ике номинация.

1.Бөйөк Еңеү темаһына арналған сит авторҙарҙың ижад иткән йырҙар йырлап, шиғыр һөйләп, видеороликта күрһәтеү;

2.Һуғыш ветерандары тураһында үҙегеҙ ижад иткән шиғыр, мәҡәләләрҙе күрһәтеү.

Шарты: конкурс эштәрен “Бәйләнештә” сайтында үҙ сәхифәгеҙҙә #9майеңеүкөнөАманатжурнал

хештегы аҫтында урынлаштырырға кәрәк ине. Исем-фамилия, район, ауыл, мәктәбегеҙ тураһында тулыһынса яҙығыҙ.

Конкурс эштәренә йомғаҡ 11 майҙа яһаласаҡ.  Еңеүселәр “Аманат” журналының Рәхмәт кәлимәләре менән бүләкләнәсәк.


Дуҫтар! Конкурста әүҙем ҡатнашығыҙ! “Аманат” менән бергә булығыҙ!

#9майеңеүкөнөАманатжурнал
#9майеңеүкөнөАманатжурнал
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас в