+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

АТТАР ҘА ТҮҘҘЕ, БЕҘ ҘӘ!..

Колхоздан эшләгән эшебеҙ өсөн аҡса алып ҡыуанмаһаҡ та, туғыҙынсы класты уҡып бөткәс, өҫтә һүрәтләнгән ауыр эште тырышып эшләп, ҡулыбыҙҙағы ат менән урманға барып, тиҙ-тиҙ генә нәҙек ағастарҙы ҡырҡып, утын әҙерләп тейәйбеҙ, ауылға алып ҡайтып әбей-бабайҙарҙың йорт янына бушатабыҙ. Хужанан йөк өсөн өс һум аҡса алып, ике ат менән Стәрлегә экскурсияға килеү өсөн икебеҙ ҙә байтаҡ аҡса эшләнек. 12-15 һум аҡса ла Стәрленән әйләнеп ҡайтырға етте.

АТТАР ҘА ТҮҘҘЕ, БЕҘ ҘӘ!..
АТТАР ҘА ТҮҘҘЕ, БЕҘ ҘӘ!..

АТТАР ҘА ТҮҘҘЕ, БЕҘ ҘӘ!..

Һуғыштан һуң тыуған балалар ҙа “майҙа йөҙмәне”

Бөйөк Ватан һуғышы, ғөмүмән, икенсе Бөтә донъя һуғышы Кешелеккә күпме ғазап алып килде. Бөйөк Ватан һуғышы беҙҙең Еңеү менән тамамланды! Әммә һуғыш касафаты әле оҙаҡ-оҙаҡ йылдар дауам итте. Ул миҫалдарҙы үҙ елкәмдә татып үҫергә тура килде.

Ауылда көләпәле радионан, арыҡ аттарҙан һәм инәйемдең еҙнәһе Фәйзрахман бабайым фронттан алып ҡайтҡан “полуторка” машинаһынан башҡа күңелде ҡыҙыҡһындырған ҡыуаныс юҡ ине... Фронтта башына снаряд ярсығы тейеп яраланып ҡайтҡан, атайымдың еҙнәһе Зәйнулла бабайым колхоз аттарын ҡараусы булып эшләй ине, ҡайтышлай беҙгә керә, тамаҡ ялғағас, бармаҡтарымды башына ҡуйып: “Һөйәкһеҙ, тире ҡаплаған”, – тип аңлата. Бармаҡтарым һаҡ ҡына ҡағылып, һөйәктән йомшаҡ тирене генә айыра ине. Яҡындарымдың тәнендәге ошо һуғыш эҙҙәре ғүмерем буйы һис хәтеремдән сыҡмай. Хәйер, Еңеү нисек яуланғанын оноторға тейеш тә түгел инек, әле лә тейеш түгелбеҙ!..

Уның: “Председатель” атына һоло эләгә, башҡа аттарға һоло ашатыу тыйыла”, – тигәне иҫтә ҡалған... Бының сәбәбе аңлашыла: һоло аҙ, кемдең ҡулында – шуның ауыҙында тигәндәй, совет осоронда ла әлегеләй ғәҙелһеҙлектәр ҙә осрай ине шул. Хәйер, шул тиклем хужалыҡты күтәрергә кәрәк, рәйес арыҡ атта йыраҡ китә алмаҫ ине, хужалыҡ та шулай артыҡ алға бармаҫ ине, шуға халыҡ был күренештәрҙе лә шулай кәрәк тип ҡабул итте.

Ат тигәндән, Әхәт дуҫым менән миңә “атлы эшкә” һигеҙ-ун йәштәрҙә үк егелергә насип булды. Икебеҙ ҙә атты күп күргән, ултырып йөрөгән, хатта менеп ҡараған кеше, әлеге яуаплы эш йөкмәтелеү менән ауыл өйҙәренән көл йыйып, уны бригадир ҡушҡан яланға илтеп, таратып бушата инек, ауылдың башҡа урам өйҙәренән дә көл йыйып яланға бушаттыҡ. Шул уҡ йылдарҙа бесән йыйғысҡа ат егеп, аттың арҡаһына ултырып, ултыра торған ерем сейләнгәнсе, өлкәндәр сапҡан бесәнде тырматып, өйөүселәр янына илтеп ҡалдыра инем. Аҙаҡ, үҫә төшкәс, яҡшы салғы эләкһә, ололарҙан ҡалышмай үҙем дә бесән саптым, кәбән йәки эҫкерт һалыуҙа ла ҡатнаштым.

Бер мәл атҡа бәйле сетерекле ваҡиға ла кисерҙек. Бабайым үҙе егеп йөрөгән атын килтерҙе. Инәйемде 15 километр алыҫлыҡта Ағиҙелдең һул яҡ ярындағы Түбәнге Төкөн ауылында йәшәгән бер туған оло апаһына илтергә тейешмен. Башта атыбыҙ юлға көрт һалмаған урындарҙа, хатта юртып та, һәйбәт барҙы. Бара торғас, алдына бесәнде аҙ һалдым микән, бәлки һыу эсермәгәнмендер, атым арый башланы бит. Атты йәлләһәм дә, сыбыртҡы менән туҡмап торғоҙабыҙ, хәҙер атлап барһа ла ризабыҙ. Ятһа, тормаҫы билдәле... Ә аттан ҡолаҡ ҡаҡһаҡ, беҙҙе артабан ниндәй яҙмыш көткәнен дә аңлап торабыҙ. Шулай ҙа тағы алты километр араны үтеп, Үҙбәк ауылына етеп, атты эсереп, ашатып, үҙебеҙ бер өйҙә йоҡлап, башҡаса бәлә-ҡаза кисермәй генә иртәгәһенә ҡайтып еттек. Һоло ашамаған ат көн эсендә көсһөҙ бахырға әүерелә икәненә шулай төшөндөм... Колхоз рәйесе аты түгел ине шул... Беҙ, ябай ғаиләлә тәрбиәләнгән малайҙар ҙа, аттар һымаҡ, “һоло эләкмәһә” лә, көс табып, барыр ергә барып еттек, тормошта ҡуйған маҡсаттарға ирештек!

Үҙ йүнебеҙҙе үҙебеҙ күрҙек

...Миҙгеле етһә, ат менән ауыр эш өҫтөнә ырҙында ҡапсыҡтарға иген тултырып, уларҙы “оҙон бил” арбаға тейәп, аты, арбаһы менән келәткә индереп, ҡапсыҡтарҙы икебеҙ ике башынан тотоп, бүрәнәнән йәки таҡтанан эшләнгән бураларға, юғарыға мендереп, яфаланып бушата инек. Колхоздан эшләгән эшебеҙ өсөн аҡса алып ҡыуанмаһаҡ та, туғыҙынсы класты уҡып бөткәс, өҫтә һүрәтләнгән ауыр эште тырышып эшләп, ҡулыбыҙҙағы ат менән урманға барып, тиҙ-тиҙ генә нәҙек ағастарҙы ҡырҡып, утын әҙерләп тейәйбеҙ, ауылға алып ҡайтып әбей-бабайҙарҙың йорт янына бушатабыҙ. Хужанан йөк өсөн өс һум аҡса алып, ике ат менән Стәрлегә экскурсияға килеү өсөн икебеҙ ҙә байтаҡ аҡса эшләнек. 12-15 һум аҡса ла Стәрленән әйләнеп ҡайтырға етте. Унынсы класты тамамлағас, ауыр эштәрҙә: машина кузовына кукуруз силосын тейәтеп, таратып, тапап, иген тейәгән машина кузовында ла иген ергә түгелмәһен өсөн игенде таратыу бурысын атҡарып, өс ай буйына эшләгән эштәрем өсөн 25 һум аҡса эшләгәнмен!

Шуныһы үкенесле

...Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Европалағы ун биш ил ҡатнашлығында фашизмдың шашыуы, СССР дәүләтен юҡ итергә теләүе һөҙөмтәһендә, яндырылған, иҡтисады емерелгән, әлеге шул Рәсәй халҡына ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ йәшәгән кисәге Украинаны төҙөкләндереү өсөн ауыл кешеләренә, өй мөрйәһенән төтөн сығарған өсөн(!) мәжбүри рәүештә заемдар һатып алырға ҡушалар ине. Малы булһа – итен, һөтөн, майын, йомортҡаһын, йөнөн йыялар, улай ғына ла түгел, былай ҙа осон-осҡа ялғап, йорт яңыртырға аҡса таба алмай йонсоп йәшәгән халыҡтан юҡҡа сығасаҡ заемдар өсөн аҡса йыялар ине.

Аҙналар буйы йыйған ҡаймаҡты ашамайынса, унан май яһап “дәүләткә” тапшырырға тейешбеҙ, тапшыра инек тә. Сөнки кооперация кибетендә һәр ғаиләнең бурысы иҫәптә тора, бурыслыларға кибеттә иң кәрәкле, кәрәсин кеүек әйберҙәр һатылмай. (Күпме булһа ла кәрәсин алып ҡайтып булмаҫмы тип, бидон тотоп күрше ауылдар магазинына барғаным, ул ауылдарҙан да кәрәсинһеҙ ҡайтҡаным хәтеремдән сыҡмай.) Шулай кәрәсинһеҙ ҙә, ҡаймаҡһыҙ ҙа саҡтарыбыҙ күп булды. Ярай ҙа, ил нисек тә күтәрелергә тейеш ине, ҙур, ныҡлы дәүләт бурысы ҡуйылғанын аңлай инек. Тик мин бөгөн бер нәмәне аңлай алмайым: ҡасандыр беҙ һуңғы икмәгебеҙҙе биреп, үлемдән ҡотҡарған, ҡалаларын, ауылдарын тергеҙгән Украина хәҙер килеп йәнә фашизм, милләтселек нигеҙендә ҡотороп, көнбайыш ҡотҡоһона бирелеп, ҡотҡарыусыларын юҡ итергә тырыша, фашист тырнағынан йолоп алған яугирҙарҙың һәйкәлдәрен онтай. Аңлап та булмаҫтыр уларҙы...
Иң мөһиме, беҙ күргәндәрҙе балалар күрмәһен инде! Һуғыш бөтә, ә ғазаптар оҙаҡ ебәрмәй шул!..


Кәрим БУЛАТ,
РФ һәм БР Яҙыусылар һәм Журналистар союзы ағзаһы, Ғәли Ибраһимов премияһы лауреаты.

 

 “Ашҡаҙар” гәзтите.

АТТАР ҘА ТҮҘҘЕ, БЕҘ ҘӘ!..
АТТАР ҘА ТҮҘҘЕ, БЕҘ ҘӘ!..
АТТАР ҘА ТҮҘҘЕ, БЕҘ ҘӘ!..
АТТАР ҘА ТҮҘҘЕ, БЕҘ ҘӘ!..
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас в