+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Шаңлы һуғыш үтте...

Еңеү килгәненә — 77 йыл ! Әммә хәтер һаман юйылмай ! Етем балалар һәм тол ҡатындар Яҡындары өсөн һаман зар илай.

Шаңлы һуғыш үтте...
Шаңлы һуғыш үтте...

Шаңлы һуғыш үтте... Яу ҡырында

Ҡара төтөн, туҙан борҡоно.

Ер аҡтарып бомба шартлағанда,

Нисә һалдат күрҙе упҡынды?!

 

Ҡанға батҡан тупраҡ... ә үлгәндәр...

Иҫәбе юҡ ине ул саҡта.

Иле өсөн, тыуған тупраҡ өсөн

Ҡорбан булды һүнгән усаҡтай.

 

Еңеү килгәненә — 77 йыл !

Әммә хәтер һаман юйылмай !

Етем балалар һәм тол ҡатындар

Яҡындары өсөн һаман зар илай.

 

Илем минең еңде дошмандарҙы,

Азат итте ерен һәм халҡын.

Мәңгелеккә китеп барһалар ҙа,

Мәңгелек ут улар өсөн янһын!

 Вәсилә ХӘКИМОВА,

Ейәнсура районының Иҫәнғол Башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы.

 

 

Бишбүләк районының Ҡаныҡай мәктәбе уҡыусылары һүрәте:

Сәфәрғәлиева Радмила, 6- сы синыф,

Батраев Байрас, 5- се синыф

Шаңлы һуғыш үтте...
Шаңлы һуғыш үтте...
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас в