+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

"Бер минут" тәмле торт

Ингридиенттар:ҡамыр өсөн:* 1 банка ҡуйыртылған һөт (сгущенка)* 1 йомортҡа* 1 аш ҡалағы сода (һүндерелгәне)* 3-3,5 стакан онКрем өсөн:* 800 мл. һөт* 1 йомортҡа* 1 стакан шәкәр* 200 гр аҡ май* 3 аш ҡалағы он (өймәләмә)* ванилин

"Бер минут"  тәмле торт
"Бер минут" тәмле торт

Ҡуйыртылған һөттө, йомортҡаны, соданы, ондо бергә бутап, ҡамыр баҫабыҙ. 8 тигеҙ өлөшкә бүләбеҙ ҙә, йоҡа ғына йәймәләр йәйәбеҙ. Майһыҙ табаны ҡыҙҙырып, йәймәләрҙең ике яғын да бешереп алабыҙ. Улар тиҙ генә бешәләр. Тигеҙ түңәрәктәр яһап ҡырҡып сығабыҙ.
Бешерелгән крем яһайбыҙ. Йомортҡаны шәкәр менән туҡыйбыҙ ҙа 3 аш ҡалағы он, саҡ ҡына һөт, ванилин ҡушабыҙ. Болғай-болғай бешерәбеҙ. Ҡуйыра башлау менән һүндерәбеҙ утты. Һыуынғас йомшарған майҙы ҡушып миксер менән туҡыйбыҙ.
Хәҙер инде йәймәләргә крем һөртөп, биҙәп һыуытҡысҡа ҡуябыҙ.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Автор:Файҙалы кәңәштәр сайтынан
Читайте нас в