+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Һаумы, Еңеү көнө!!!

1941 йылдың  егерме икенсе июнь иртәһе бөтөн халыҡты татлы йоҡонан уятып, ҡурҡыуға һала.  Был көн барыбыҙ өсөн дә ҡара көн булып ҡала.  Тыуған иле, ата-әсә, балалар тыныслығы  өсөн һуғышҡа китә. 

Һаумы, Еңеү көнө!!!
Һаумы, Еңеү көнө!!!

Һаумы Еңеү көнө!!! 

Яҙ! Йыл миҙгеленең иң ҡабатланмаҫ мәле ул. Ошо һүҙҙе ишетеү менән бөтөн тирә-яҡ йәнләнеп киткәндәй була. Яҙ көнө ҡояштың  нурҙары  ла наҙлыраҡ иркәләгәндәй.. 

1945 йылдың  яҙы... Халыҡ  хәтерендә  был яҙ, ҡайғы менән шатлыҡ бергә ҡушылып, иң иҫтәлекле, иң ҡәҙерле яҙҙарҙың береһе булып ҡалған.  Ошо көндәрҙә олатайҙарыбыҙ  немец фашистарын еңеп,  Ергә тыныслыҡ килтерә. 

Һуғышы яландарында шартлаған бомба тауыштары тынғанға ла етмеш ете йыл.  Әммә һуғыш һалған ҡот осҡос хәтирәләр халҡыбыҙ хәтерендә мәңге юйылмаҫ. Етмеш етенсе еңеү яҙы быларҙың барыһын да ҡабаттан иҫкә төшөрөр, яраларын яңыртыр. 

1941 йылдың  егерме икенсе июнь иртәһе бөтөн халыҡты татлы йоҡонан уятып, ҡурҡыуға һала.  Был көн барыбыҙ өсөн дә ҡара көн булып ҡала.  Тыуған иле, ата-әсә, балалар тыныслығы  өсөн һуғышҡа китә. 

Минең әсәйемдең ҡартәсәһе һәм уның  ағаһы Шөғәйеп өсөн дә  һуғыш һүҙе ҡот осҡос бер хәбәр булып килеп етә. Ун дүрт йәшлек ҡыҙ ағаһын яуға оҙата. Шөғәйеп Закир улы Шаһимов бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыяллана.  Ләкин ул һуғышҡа китә.  Олатайым Ленинград блокадаһында,  Тихвин, Псков ҡалаларын дошмандарҙан ҡотҡарыуҙа ҡатанаша.  Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул орден һәм миҙалдар менән наградлана. Тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡас,  уҡытыусы булып эш башлай. 

Беҙгә Бөйөк Еңеү байрамын бүләк иткән хөрмәтле ветерандарыбыҙҙы  ҡәҙерләп, уларға ярҙам итеп торорға тейешбеҙ. Илдә һуғыш башҡа тоҡанмаһын, алда беҙҙе тыныс,  яҡты киләсәк  көтһөн!!!   

  

Юлиә МЫРҘАБАЕВА,

Әбйәлил районының Асҡар мәктәбе уҡыусыһы.

Ынйы Әхмәтова һүрәте. "Олатай"

Һаумы, Еңеү көнө!!!
Һаумы, Еңеү көнө!!!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас в