+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Еңеү!

“Еңеү!” ниндәй бөйөк һәм ғорур һүҙ! Тыуған илем!, туған халҡыма бәхет, шатлыҡ, ирекле тормош бүләк иткән изге һүҙ. Ошо Бөйөк Еңеү өсөн минең дә ҡарт олатайым тәнен-йәнен аямай һуғыш яланында көс һынашҡан.

Еңеү!
Еңеү!

Рәхмәт, һиңә, Еңеү һалдаты!

Болондарҙы күмеп майҙың
Нәфис гөлөнә.
Еңеү көнө балҡып килде
Тыуған илемә!

“Еңеү!” ниндәй бөйөк һәм ғорур һүҙ! Тыуған илем!, туған халҡыма бәхет, шатлыҡ, ирекле тормош бүләк иткән изге һүҙ. Ошо Бөйөк Еңеү өсөн минең дә ҡарт олатайым тәнен-йәнен аямай һуғыш яланында көс һынашҡан.
Минең ҡарт олатайым - Ғабдулхай Сәлих улы Асҡын районы Билгеш ауылында 1918 йылдың 9 майында донъяға килгән. Бала сағы бик ауыр йылдарға тура килә. Ун йәшенән колхозда эшләй башлай. Ул бәләкәйҙән үк ат ярата. Шуға колхоз эштәрен дә гел ат менән башҡара. 1939 йылда Ҡыҙыл Армия сафтарына алына. Ике йыл хеҙмәт итеп, тыуған яҡтарына ҡайтырға ғына торғанда, 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә. Ҡарт олатайымды шунда уҡ Япония сигенә Манчжури ҡалаһына ебәрәләр. Ғабдулхай Сәлих улы һуғышта Башҡорт атлы дивизияһында артиллерист булып хеҙмәт итә. Ҡарт олатайым һуғышта яҡын дуҫы - аты менән утты ла, һыуҙы ла бергә батырҙарса кисәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1943 йылда һуғыш яланында олатайым аты менән тәрән траншеяға ҡолап төшә. Үҙе сыға ала, ә бына яҡын дуҫтын ҡотҡара алмай. Олатайым бик ҡайғыра, ләкин бирешергә ярамай. Алға, тик алға! Уға икенсе ат бирәләр. Ул шунда уҡ яңы дуҫты менән уртаҡ тел таба һәм Бөйөк Еңеүгәсә бергә булалар!
Ғабдулхай Сәлих улы Еңеүҙе ҡаршы алып та өлгөрмәй, япондар менән һуғыш башлана. Ҡарт олатайыма япондарға ҡаршы һуғышырға ла тура килә. Ҡайҙан алды микән шул ҡәҙәр көс, түҙемлек, сабырлыҡ ? Тыуған иленә, туған халҡына шул ҡәҙәр һөйөүе көслө булғандыр, минеңсә.
Шулай итеп, ҡарт олатайым япон һуғышында ла Еңеү яулап, орден-миҙалдар менән бүләкләнеп , 1946 йылда ғына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.
Ҡайтыу менән ҡарт олатайым ең һыҙғанып эшкә тотона. Һуғыштан һуң йылдар ҙа бик ауыр йылдар... Ләкин халҡым бирешмәгән, тыуған илебеҙҙе төҙөкләндерергә, аяҡҡа баҫтырырға бөтә көсөн һалған.
Әсәйем һөйләүенсә, ҡарт олатайым бал ҡорттары үрсеткән, мал-тыуар тотҡан һәм ғүмере буйы колхозда бригадир булып эшләгән. “Ҡарт олатайым бал айыртҡан көндө, бөтә бала-саға йыйыла ине. Ә ул беҙҙе бал менән һыйлай ине”, - тип һөйләй әсәйем. Шундай изге булған уның күңеле.
Мин үҙемдең шундай батыр ҡарт олатайым менән сикһеҙ ғорурланам! Беҙ яңы быуын балалары бөгөнгө рәхәт тормош өсөн, зәңгәр тыныс күгебеҙ өсөн һеҙгә рәхмәт әйтәбеҙ! Бер ҡасан да илебеҙҙә ҡот осҡос һуғыштар булмаһын! Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын бер ваҡытта ла оноторға тейеш түгелбеҙ! Илдәребеҙ тыныс, имен булһын!

Рәхмәт, һиңә, олатайым
Зәңгәр, тыныс күгем өсөн!
Рәхмәт, һиңә, олатайым
Өҫтәл тулы ризыҡ өсөн!

#9майеңеүкөнөАманатжурнал
Зарипов Тамерлан, 2 Б класы уҡыусыһы,
Туймазы районы Серафим ауылы 3-сө һанлы урта мәктәбе

 

Еңеү!
Еңеү!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас в