+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Минең ҡарт олатайым – һуғыш ветераны

Минең олатайым 1919 йылда тыуған.  1939 йылда хәрби хеҙмәткә алына һәм Эстония, Литва ерҙәрендә хеҙмәт итә. Һуғыштың башланған беренсе көнөндә үк көрәш эсенә .  Шулай уҡ Белорусияла ла була. Күрһәтелгән батырлыҡтары  өсөн «За отвагу» тигән ике миҙал һәм Бөйөк Ватан һуғышындағы икенсе дәрәжә ордены менән бүләкләнә. Ауылына 1946 йылда әйләнеп ҡайта,

Минең ҡарт олатайым – һуғыш ветераны
Минең ҡарт олатайым – һуғыш ветераны
Минең ҡарт олатайым – һуғыш ветераны

Һуғыш.... Ниндәй ҡәһәрле, ҡот осҡос һүҙ .

Бөйөк Ватан һуғышының әсе елдәре ҡағылмаған бер генә ғаилә лә юҡтыр. Аяуһыҙ һуғыш беҙҙең ғаиләне лә урап үтмәгән. Ил өҫтөнә фашистар ябырылғанда Мөкәй ауылынан бик күп ир-ат фронтҡа китә. Шуларҙың  54 генә иҫән-һау кире әйләнеп ҡайҡан. Уларҙың араһында минең олатайым Хәмитов Миңнулла Ғәлиулла улы ла булған.

  Минең олатайым 1919 йылда тыуған.  1939 йылда хәрби хеҙмәткә алына һәм Эстония, Литва ерҙәрендә хеҙмәт итә.

 Һуғыштың башланған беренсе көнөндә үк көрәш эсенә .  Шулай уҡ Белорусияла ла була. Күрһәтелгән батырлыҡтары  өсөн «За отвагу» тигән ике миҙал һәм Бөйөк Ватан һуғышындағы икенсе дәрәжә ордены менән бүләкләнә. Ауылына 1946 йылда әйләнеп ҡайта, эшен колхозда дауам итә.

       Ҡарлыман ауылының оҙон ҡара толомло, һылыу, изге күңелле  Фәүзиә исемле ҡыҙға өйләнә. Улар 6 балаға ғүмер бүләк итеп, татыу ғаилә ҡороп, гөрләп тормош көтә. Ҡарт олатайым балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең ҡәҙер хөрмәтен күреп, 97 йәшкә тиклем йәшәгән.
 Хәҙер олатайым юҡ инде. Уның тураһында өләсәйемдән, әсәйемдән ишетеп беләбеҙ.  Әлеге көндә  уның бик күп ейән-ейәнсәрҙәре бар.   Шуларҙың өсәүһе беҙ – мин Ләйсән Мырҙаҡаева, Сулпан һәм Рәзиф Хәмитовар Мөкәй мәктәбенең 2 класында уҡып йөрөйбөҙ. Тик 5 билдәләренә генә уҡырға тырышабыҙ.
Мин үҙемдең олатайым менән бик нык ғорурланам һәм ысын күңелдән оло ғорурлыҡ менән уны “герой ” тип әйтә алам.

 Ләйсән Мырҙаҡаева Ҡырмыҫҡалы районы, Мөкәй мәктәбенең 2 класс укыусыһы
 
Минең ҡарт олатайым – һуғыш ветераны
Минең ҡарт олатайым – һуғыш ветераны
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас в