+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Олатайым менән ғорурланам

Бөйөк Еңеү уңайынан телевизорҙан күрһәтелгән һуғыш киноларын ҡараған, гәзит-журналдарҙан һуғышта ҡатнашҡан ветерандар тураһында уҡыған һайын олатайымды иҫкә алам, уны ниндәйерәк булған икән, тип күҙ алдына килтерергә тырышам.Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин уны күрмәнем, ул 89 йәшендә вафат булған. Әммә барлыҡ туғандары уның яҡты иҫтәлеген бөгөн дә онотмай, йөрәгебеҙҙең иң түрендә һаҡлайбыҙ. 

Олатайым менән ғорурланам
Олатайым менән ғорурланам
"Олатайым менән ғорурланам"
Һуғыш... Ҡыҫҡа ғына һүҙ, ә мәғәнәһе бик ҡурҡыныс! Был хәбәр бөтә совет халҡын тетрәндерә. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға күп ваҡыт үтһә лә, уның аяныс хәтирәләре күңелдәргә тәрән һеңеп ҡалған. Яҙҙар етеү менән Еңеү байрамын билдәләп үткәндә был ваҡиғалар ҡабат иҫкә төшә...
Бөйөк Еңеү уңайынан телевизорҙан күрһәтелгән һуғыш киноларын ҡараған, гәзит-журналдарҙан һуғышта ҡатнашҡан ветерандар тураһында уҡыған һайын олатайымды иҫкә алам, уны ниндәйерәк булған икән, тип күҙ алдына килтерергә тырышам.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин уны күрмәнем, ул 89 йәшендә вафат булған. Әммә барлыҡ туғандары уның яҡты иҫтәлеген бөгөн дә онотмай, йөрәгебеҙҙең иң түрендә һаҡлайбыҙ. Мин олатайым тураһында туғандарҙың, таныш-белештәрҙең һөйләүенән генә беләм.
Олатайым Муллағәле Вәлиәхмәт улы Ғүмәров 1899 йылда Ишбулды ауылында донъяға килә. Ул һуғышҡа 1941 йылда һуғыш бащланыу менән китә һәм Украина фронтында һуғыша. Олатайым Венгрияны, Чехославакияны азат итеүҙә ҡатнаша. Олатайымдың Венгрияла аяғы яралана һәм Еңәү яҙын госпиталдә ҡаршылай. Һуғышта күрһәткән ҡаһарманлыҡтары өсөн күп кенә миҙалдар менән бүләкләнә: «За боевую заслугу», «За победу над Германией», «За взятие Будапешта» (Венгрия), «Первая степень. Отечественная война». Һуғыштан һуң да юбилей миҙалдары менән бүләкләнеп тора. 1945 йылда тыуған яғына ҡайта. Ҡайтҡас та арыу-талыу белмәй эшләй. Олатайым оҫта ҡуллы була: колхозға сана, арба, дуға, ҡамыт кеүек әйберҙәр, ауыл халҡына тәҙрә яҡтауҙары, ҡапҡастары, рамдар эшләй. Кискеһен буш ваҡыттарында итек теккән. Хатта кантораға дивандар ҙа эшләп ултырта. Ул бик алсаҡ, ихлас күңелле, эшлекле, ярҙамсыл кеше булған. Тормошта яҡшы эҙ ҡалдырған, еңеүҙе яҡынайтыу өсөн фронтта ла, тылда ла хәленән килгәндең барыһын да эшләгән.
Муллағәле олатай 1988 йылда үлеп ҡала. Ул үҙе үлһә лә уның миҙалдарын, эщләгән әйберҙәрен һаман да ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ. Беҙ олатайым менән ғорурланабыҙ, уның хаҡында күңелдәребеҙҙә тик матур хәтирәләр генә һаҡлайбыҙ.
Бөйөк Ватан һуғышының дәһшәтле һәм фәжиғәле көндәре йылдан-йыл йыраҡлаша бара. Ләкин халҡыбыҙ кисергән ҡайғы-хәсрәттәр бер ҡасан да онотолмаҫ. Миллион ғаиләләр өсөн һуғышта һәләк булған, хәбәрһеҙ юғалғандарҙың яҙмышы әле лә билдәһеҙ. Ил азатлығы өсөн изге һуғышта һәләк булғандарҙың исемдәрен мәңгеләштереү эше бөгөн дә дауам итә. Был эштә һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тейеш. Бөгөнгө көндә иҫән булған һуғыш һәм тыл ветерандары йәш быуындың тейешле ихтирамын, иғтибарын тойоп йәшәһен ине. Сөнки бөгөнгө тыныс тормошта йәшәүебеҙ өсөн беҙ уларға бурыслы. Өлкән быуындың һуғыш һәм һуғыштан һуңғы героик тормошо беҙҙең өсөн һәр саҡ өлгө. Илебеҙ күге тыныс, аяҙ булһын, һуғыш афәте киләсәк быуындарға ҡағылмаһын!
 
Олатайым менән ғорурланам
Олатайым менән ғорурланам
Олатайым менән ғорурланам
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас в