+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

АУЫЛСА СЫР

2 кг творог0,5 л һөт3 йомортҡа1 балғалаҡ (тултырмайса) сода1 ҡалаҡ (тултырмайса) тоҙ3 ҡалаҡ һары май

АУЫЛСА СЫР
АУЫЛСА СЫР

Кәстрюлгә 2 кг творог һалғас, өҫтөн ҡаплағансы һөт ҡойорға. Ҡайнатырға ҡуйып, һыуы сыҡҡансы болғап торорға. Сывороткаһын һөҙөп, творготы суйын һауытҡа һалабыҙ. Шуға 3 йомортҡа, 1 балғалаҡ тултырмайса сода, 1 аш ҡалағы тултырмайса тоҙ, 3 ҡалаҡ һары май һалып, ныҡ итеп болғарға. Ҙурыраҡ кастрюлдә һыу ҡайнатып, суйын кастрюлде шуның өҫтөнә ултыртырға, йәғни пар өҫтөндә баяғы ҡатнашманы ҡайнатырға. Болғап торорға кәрәк. Һуҙыла башлағас, эмаль кастрюлде майлап, шунда тигеҙләп һалабыҙ. Һыуынғас телеп ултыртырға матур булһын. Иҫән-һау эшләп ашағыҙ!

сығанаҡ: https://vk.com/bashkortvk 

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас в