+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Конкурсыбыҙ тамам!

 #9майеңеүкөнөАманатжурнал  Бөйөк Еңеү көнөнә арнап, “Аманат” журналы редакцияһы тарафынан иғлан ителгән "Рәхмәт һиңә, Еңеү һалдаты!" конкурсы тамам. Конкурс еңеүселәре: Тулыраҡ - сайтта

Конкурсыбыҙ тамам!
Конкурсыбыҙ тамам!

Конкурсыбыҙ тамам!

 #9майеңеүкөнөАманатжурнал 

Бөйөк Еңеү көнөнә арнап, “Аманат” журналы редакцияһы тарафынан иғлан ителгән "Рәхмәт һиңә, Еңеү һалдаты!" конкурсы тамам.

Конкурс шарттары буйынса йәмғеһе ике номинация иғлан ителгәйне:

1.Бөйөк Еңеү темаһына арналған сит авторҙарҙың ижад иткән йырҙар йырлап, шиғыр һөйләп, видеороликта күрһәтеү;

2.Һуғыш ветерандары тураһында үҙегеҙ ижад иткән шиғыр, мәҡәләләрҙе күрһәтеү ине.

Конкурс эштәрен “Бәйләнештә” сайтында һәр ҡатнашыусының үҙ сәхифәһендә  #9майеңеүкөнөАманатжурнал

хештегы аҫтында күрҙек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер ҡатнашыусылар исем-фамилияларын, район, ауыл, уҡыған мәктәбе тураһында тулы итеп яҙырға онотҡан.

"Рәхмәт һиңә, Еңеү һалдаты!" конкурсы еңеүселәре:  

Бөрйән районы Иҫкҽ Собханғол мәктәбҽ уҡыусылары;

Бөрйән районы Байназар урта мәктәбе уҡыусылары;

Туймазы районы Серафим ауылы 3-сө һанлы урта мәктәбе уҡыусылары;
Әбйәлил районы Ишбулды урта мәктәбе уҡыусылары;

Белорет районының Шығай мәктәбе уҡыусылары;

Бишбүләк районының Ҡаныҡай мәктәбе уҡыусылары;
Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейы уҡыусылары;

Йылайыр районы Юлдыбай мәктәбе уҡыусылары;
Баймаҡ районы Юлыҡ мәктәбе уҡыусылары;

Бөрйән районы Исламбай мәктәбе уҡыусылары;

Дүртөйлө ҡалаһының 12 - се һанлы "Алтынсәс" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре;

Баймаҡ ҡалаһының "Йондоҙло" балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре;

Сибай ҡалаһының "Тейенкәй " балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре;

Өфө ҡалаһының 277-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре;

Әбйәлил районы Асҡар ауылы "Сулпылар" балалар баkсаhы тәрбиәләнеүселәре; 

Ишембай районы Көҙән мәктәбе уҡыусыһы Әлсинә Камалова;

Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге Башкорт лицейы уҡыусыһы Нургиз Азаматов;

Ҡырмыҫҡалы районы, Мөкәй мәктәбе укыусыһы Ләйсән Мырҙаҡаева;

Ғафури районы Сәйетбаба урта мәктәбе уҡыусыhы "Аманат"тың йәш хәбәрсеhе Наҙгөл Вәлиева.

 

Еңеүселәр “Аманат” журналының Рәхмәт кәлимәләре менән бүләкләнә.

 

Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Бик тырышып, беҙҙе йөкмәткеле эштәр менән ҡыуандырҙығыҙ. Кемдәр үҙҙәренең исем-шәрифтәрен еңеүселәр теҙмәһендә күрмәй, төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ. Киләһе конкурстарыбыҙҙа яңы көс-дәрт менән әүҙем ҡатнашырһығыҙ, мотлаҡ еңеүсе булырһығыҙ тип, ышанабыҙ.


Дуҫтар! Әлеге мәлдә яратҡан “Аманат” журналына 2022 йылдың 2-се ярты йыллығына яҙылыу бара. “Аманат” менән бергә булығыҙ!

 

Конкурсыбыҙ тамам!
Конкурсыбыҙ тамам!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас в