+10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

ҠОМОҠА (Пескарь)

Минеңсә, иң матур, иң һимеҙ, иң ҡиммәтле ҡомоҡа Ҡыҙыл йылғаһында йәшәйҙер ул. Ҡыҙыл Әбйәлил районы буйлап та аға. Бындағы ҡомоҡаның иҫәбе-һаны юҡ. Кемдер әйтмешләй, ер ябып йөрөй. Ҡыш көнө айырыуса.  

ҠОМОҠА (Пескарь)
ҠОМОҠА (Пескарь)

Минеңсә, иң матур, иң һимеҙ, иң ҡиммәтле ҡомоҡа Ҡыҙыл йылғаһында йәшәйҙер ул. Ҡыҙыл Әбйәлил районы буйлап та аға. Бындағы ҡомоҡаның иҫәбе-һаны юҡ. Кемдер әйтмешләй, ер ябып йөрөй. Ҡыш көнө айырыуса.

Ғәҙәттә, ҡомоҡаны һатыуға ҡышын Ҡаҙмаш, Рысҡужа, Тирмән ауылдары эргәһендә ҡармаҡлайҙар. Ҡармаҡ ябай ғына: бәләкәй ырғаҡлы ялтырауыҡ (мормышка) йәки сәтәкәй башы ҙурлығындай ҡалҡыуыслы ябай ҡармаҡ. Ҡомоҡа суртанға ерә ҡуйыү өсөн иң яҡшы балыҡ. Шуға күрә лә уны Магнитогорск ҡалаһы суртансылары теләп һатып ала. Атайым әйтмешләй, күрһәләр, суҡынып китәләр. Күпләп тотоусылар күмәртәләп балыҡсылыҡ магазинына ҡуя. Бер ҡомоҡаның күмәртә хаҡы-7 һум. 

Атай мине балыҡҡа гел үҙе менән йөрөтөргә тырыша. Уңайы тура килһә, әлбиттә. Бер көндө Ҡыҙылға алды. 

Рысҡужа эргәһендә боҙҙа ултырабыҙ. Ниәтебеҙ: ерәгә ҡуйғандай ҡомоҡа тотоу. Мәкеләр уйылған, ҡармаҡтар ҡыҙыл серәкәй ҡорто (мотыль) менән емләнгән. Йүнләп эләкмәй бит әй. Һиҙәм: ҡайһы бер балыҡсылар уфтаныша башланы. Берәү тал ҡыуал менән мәке аша төптәге ҡомдо болғандырып маташты. Ошолай эшләһәң, шул урынға ҡомоҡа йыйыла, тип аңлатты. Әҙерәк йыйылды шулай ҙа-бер нисәүҙе һөйрәп сығарҙы. Тик был ғына әҙ ине. Көн һайын 200-300 ҡомоҡа тотоп, урыҫтарға боҙ өҫтөнән берәүһен 3 һумдан һатып өйрәнгән урындағы балыҡсылар өсөн был оло бер бәләгә тиңләрлек күренеш ине.

-Эте-бете килеп тотҡас, балыҡ булмай инде, - тип иламһыраны береһе.

Икенсеһе, олорағы, элек Ҡыҙылдың мул һыулы, шығырым балыҡлы булыуын иҫләп алды.

Һөйләүҙәренсә, Ҡыҙылда суртан, шамбы, алабуға, ажау, сабаҡ, күкәс, ҡомоҡа кеүек балыҡтар бар, һирәкләп бағры ла осрай. Ғөмүмән, әле лә Ҡыҙылда балыҡ юҡ түгел.

Атай көрһөндө. Ул берәй ниәт ҡылыр алдынан гел шулайта. Ысынлап та, боҙ бырауын барып алды ла, ситкәрәк китеп, мәке тишә башланы. Һиҙәм: атай тиккә йөрөмәй. Ысынлап та, бер аҙҙан ул бер-бер артлы ҡомоҡа һөйрәй башланы. Ҡалғандарға эләкмәй, уға эләгә. Яҡынлашып ултырып та ҡаранылар. Юҡ. Ә атайым һыҙыра ғына. Хатта урындағы "бизнесмен"дарҙың танауына сирткән атайыма ҡарап, һоҡланып ҡуйҙым.

Тиҙ арала йөҙләп ҡомоҡа тотҡас, ҡайтырға юлландыҡ. Атайҙан уңыш серен төпсөнәм. Ул кеҫәһенән аҡ төҫлө йомарлам сығарып күрһәтте. Баҡтиһәң, ҡомоҡа ҡышҡыһын бәләкәй таш киҫәгенә ҡуша йомарлап туңдырылған ҡамырға килә икән. Таш иһә ағында ҡамырҙы ағыҙып алып китмәһен өсөн. Бына һиңә атай, бына, исмаһам, балыҡсы! Тәжрибәне шундуҡ һеңдереп ҡуйҙым. Атанан күргән, уҡ юнған, тиҙәр бит.

Солтан Шәрипов. 

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас в