+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
"Аманат" йондоҙлоғо
24 Апрель 2022, 15:05

Иң мөһиме – ваҡытында дөрөҫ юлды һайлау!

Аманат йондоҙлоғо»ноң бөгөнгө ҡунағы – Силәбе һәм Башҡортостан сәхнәләрен дер һелкетеүсе, үҙенең үҙенсәлекле тауышы, башҡарыу оҫталығы менән тамашасыларҙың күңелен яулаусы һәм «Йәшлек-шоу-2016» йыр-моң фестивалендә «Ҡатын-ҡыҙҙар араһында йыл йырсыһы» исеменә лайыҡ булыусы Милена ЗАРИПОВА.

Иң мөһиме – ваҡытында дөрөҫ юлды һайлау!
Иң мөһиме – ваҡытында дөрөҫ юлды һайлау!

«Аманат йондоҙлоғо»ноң бөгөнгө ҡунағы – Силәбе һәм Башҡортостан сәхнәләрен дер һелкетеүсе, үҙенең үҙенсәлекле тауышы, башҡарыу оҫталығы менән тамашасыларҙың күңелен яулаусы һәм «Йәшлек-шоу-2016» йыр-моң фестивалендә «Ҡатын-ҡыҙҙар араһында йыл йырсыһы» исеменә лайыҡ булыусы Милена ЗАРИПОВА. Һеҙгә уның менән булған әңгәмәне тәҡдим итәбеҙ.

 

– Милена апай, һеҙҙе сәхнәлә генә күрә инек, ниһәйәт, яҡындан аралашыу мөмкинселеге тыуҙы.

– Мин Силәбе өлкәһе Арғаяш районы Ҙур Ҡуйһары ауылында донъяға килгәнмен. Туғыҙ класты ауыл мәктәбендә тамамлағас, Силәбе ҡалаһына колледжға банк хеҙмәткәренә уҡырға индем. Әле мин Силәбе дәүләт университетының экономик факультетында финанс һәм кредит йүнәлеше буйынса ситтән тороп уҡыу бүлегендә уҡып йөрөйөм. Сәнғәт буйынса уҡыу теләге ни тиклем ҙур булһа ла, икенсе өлкә буйынса белем алырға тура килде.

Беҙ ғаиләлә бишәүбеҙ – ҡустым һәм һылыуым бар. Атайым – Фәнгил, фермер, әсәйем – Зәйтүнә, бизнес менән шөғөлләнә, ә сәнғәткә булған һөйөүем өләсәйемдән килә.

– Сәнғәт өлкәһенә килеп эләгеүегеҙгә нимә этәргес көс булды?

– Иң тәү башлап мин художестволы гимнастика менән шөғөлләндем,ә  йыр-моң менән мине тик мәктәптә уҙғарылған саралар ғына бәйләй ине. Тик бер көндө, 5-се класта уҡып йөрөгәндә, тормошомдо үҙгәртеүсе хәл булды: мине вокал буйынса конкурсҡа саҡырҙылар. Ә 6-сы класта ата-әсәйҙәрем миңә Өфөгә билет һатып алды һәм мин беренсе йырҙарымды яҙҙырырға юлландым.  Тап ошо ваҡиғаларҙан һуң спортты ташлап, вокал менән ныҡлап шөғөлләнә башланым, сөнки сәхнә тормошо бик ҡыҙыҡ, күңелле ине.

– Әлеге ваҡытта эстрадала ниндәй йырҙарығыҙ тамашасы һөйөүен яулаған?

– Силәбе өлкәһендә һәм Башҡортостанда миңә популярлыҡ килтереүсе «Йөрәккәйем» йыры тыңлаусыларҙың күңеленә хуш килде. Тамашасыға йырҙарым барып етеүе күңелдәрҙе елкендереп, тағы ла йырҙар ижад итергә сәбәп булып тора.

– Буш ваҡытта нимә менән шөғөлләнәһегеҙ? 

– Әлеге мәлдә мин визажистҡа уҡыйым һәм бер юлы эшләйем дә. Ҡыҙҙар өсөн матур образдар яһау бик ныҡ оҡшай.

– Ниндәй стилдә йырларға яратаһығыҙ? 

– Йырлай башлағанда «поп» стиленә өҫтөнлөк бирһәм, ә хәҙер иһә, «RnB», «электрон музыка», «джаз-фанк» кеүек стилдәрҙә лә үҙемде һынап ҡарайым.

– Киләсәккә уй-хыялдарығыҙ, әгәр сер булмаһа.

– Әлеге ваҡытта беҙ популяр йәш йырсы Илнур Рамаҙанов менән дуэт яҙабыҙ. Апрель аҙаҡтарында уның менән «Отчаянные клипмейкеры» проекты сиктәрендә клип һәм киләһе сығарылыш төшөрөү өсөн  Әзербайжан Республикаһының баш ҡалаһы Бакуға барасаҡбыҙ. Был шәп проекттың етәкселәре – Тимур Сәфиуллин һәм Таһир Әсәҙуллин 3 башҡарыусы менән былтыр төрлө тарафтарҙа йөрөп тә ҡайттылар.

– "Аманат" журналын уҡыусыларға әйтер теләктәрегеҙ? Үҙегеҙ Аманатты уҡый торғайнығыҙмы? 

– Мин мәктәптә уҡыған ваҡытта «Аманат»ты уҡыу форсаты бик теймәһә лә, ҡулыма килеп эләкһә, бик ҙур ҡыҙыҡһыныу менән уны уҡып бөтә инем. Тормошта иң мөһиме – ваҡытында дөрөҫ, күңелең тартҡан юлды һайлап, шуның буйынса китеү. «Аманат»тың уҡыусыларына үҙ юлдарын табыуҙарын теләр инем! «Аманат»ҡа тоғро ҡалайыҡ!

Рәфис ҠУЙБАҒАРОВ әңгәмәләште.

 

  1. Тыуған көнө: 06.10.1995.
  2. Яратҡан аш-һыуы: итальян кухняһы.
  3. Яратҡан миҙгеле: йәй.
  4. Яратҡан фильмы: драма, мелодрама (сит ил фильмдары).

5.Тормош девизы: «Яҙмыш беҙгә үтеп сыға алмаҫлыҡ һынауҙар бирмәй!».

  1. Яратҡан китабы: детективтар.
  2. Кумиры: Rihanna, Роберт Дауни Младший
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: