-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Февраль 2020, 19:51

Февраль. Буран.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 88 йыл.

Эс бошорғос талғын сәғәт теле
Нисә ҡабат инде ураны!..
Уйҙарымдың моңһоу ебен һүтеп,
Үкһей тышта февраль бураны.
Ниндәйҙер бер серле мәғәнә бар
Келт-келт иткән сәғәт телендә —
Яҡты был донъяға килгәнмен бит
Шул буранлы айҙың төнөндө.

Мин дә бала инем. Хыялландым
Был донъяны гиҙеп сығырға,
Күпкә ынтылдым мин, тик һуңынан
Ғашиҡ булдым йырға, шиғырға.
Күрҙем яҡшылыҡты, яманлыҡты,
Әсе-сөсөһөн дә татыным.
Һөйҙөм! Һөйөлдөм дә буғай!
Улдар бүләк итте ҡатыным…

Күп кешеләр үтте яҙмышымдан,
Күңелемә һалып яҡтыһын.
Бына инде шулай йәшәй торғас,
Үтте ғүмеремдең яртыһы!..

Үтте!
Ә һуң ни эшләнем!
Ни һуң?
Бик аҙ түгелме, тип һораным…
Эс бошорғос шуға сәғәт теле,
Үкһей шуға февраль бураны…
Читайте нас: