-24 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Октябрь 2020, 15:20

Ҡоралайҙың аяғы ике урындан һынған булған

Ә операция хаҡы 18-40 мең... (Дауамы - сайтта)

Өфөнән бер ғаилә яңы тыуған ҡоралайҙы аяҡҡа баҫтырған

Биш ай элек Бүздәк районында Юнир Ихсанов йән бирергә йыйынған ҡоралайға тап булған. Уны һыйырҙар тапап үлтерә яҙған. Ир аяғы ике урындан һынған ҡоралайҙы Өфөгә операцияға алып киткән. Бындай операцияның хаҡы - 18-40 мең, ләкин Дәүләт ветеринария дауаханаһы ветеринары Айнур Макаев уны бушлай эшләргә риза булған.

Әле Града (Юнир уны йәшен ваҡытында табып алған) «Виктория» ял базаһы биләмәһендә йәшәй. Экология министрлығы ҡоралайҙы Кушнаренко районындағы ҡурсаулыҡҡа урынлаштырырға тәҡдим иткән. Унда йәнлектәрҙе атыу өсөн юллама бирелмәй.

Градаға ошондай изге күңелле кешеләр осрағаны өсөн бик шатбыҙ.
Читайте нас в