+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Февраль 2021, 16:53

Шииғри бәйгелә ҡатнашығыҙ!

Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниеваға 70 йәш тулыуға ҡарата республика шиғыр һөйләүселәр конкурсы ойошторола. Бөтөн донъя шиғриәт көнөндә йомғаҡ яһаласаҡ.

Конкурс 2 төркөм өсөн, йәғни VIII-IX, X-XI cиныф уҡыусылары һәм колледж студенттары араһында айырым уҙасаҡ. Номинациялар: Тамара Ғәниеваның шиғырын яттан һөйләү; башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын яттан һөйләү; башҡорт шағирҙарының инглизсәгә тәржемә ителгән шиғырҙарын яттан һөйләү. Шулай итеп, башҡорт йәки инглиз телендәге биш минуттан артмаған видеояҙмағыҙҙы 25 мартҡа тиклем ойоштороу комитетына [email protected] адресына ебәрергә кәрәк буласаҡ. Белешмә өсөн телефон: 8 964 95 78 929.
Конкурсты Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы ойоштора.
Читайте нас: