-3 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Апрель 2021, 15:08

“АМАНАТ”ҠА 2021 ЙЫЛДЫҢ 2-СЕ ЯРТЫҺЫНА ЯҘЫЛЫУ ҺӘМ “ЯҘЫЛ ДА БҮЛӘК ОТ!” УЙЫНЫ ДАУАМ ИТӘ!

Ҡиммәтле бүләктәр – смартфон, фитнес-трекер, мобиль аккумулятор, һауыт-һаба йыйылмалары, баллы бәләкәй батмандар, шулай уҡ урыҫ һәм башҡорт телдәрендәге үҫмерҙәр өсөн бик фәһемле “Тыңла әле, улар беҙҙең менән һөйләшә” китаптары (10 дана), волейбол, футбол туптары һәм шахмат-шашка уйындары йыйылмаһы отҡоң киләме? Улайһа - "Аманат"ҡа яҙыл!

Сират­тағы “Яҙыл да бүләк от!” уйы­нын­да ҡатнашыр­ға, бүләк отор­ға телә­һә­геҙ, 2021 йылдың 2-се яртыһына яҙылып, ошо биттә, йәки журналдың “Бәйләнештә”ге төркөмөн­дә
(vk.com/amanatrb), йәки рәсми сайтын­да (amanat.rbsmi.ru) ҡуйыл­ған купон­ды ҡырҡып, йәки баҫ­тырып алып, тултырып, баҫ­мабыҙ­ға яҙылыу тураһын­дағы почта квитан­ция­һының (абонементының) күсермәһен редакцияға ебәрегеҙ!
Шул купон­дарҙы беҙ, подписка тамамланғас, июль башында лототрон рәүе­шен­дә уйнатасаҡбыҙ һәм бәхет­леләрҙең ҡайһыны­һына нин­дәй бүләктәр тәте­йә­сәген бил­дәлә­йә­сәкбеҙ.
Шулай уҡ “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!”, “Бөтөн мәктәп менән – “Аманат”ҡа!” акциялары ла дауам итә
Шарттары элеккесә: бөтөн уҡыусы­лары ла яҙылған мәктәпкә “Аманат”тың стена сәғәте тап­шы­рыласаҡ һәм ул мәктәп хаҡын­да журналда мәҡәлә баҫы­ласаҡ. Синыфҡа иһә – етәксе­һенең исеме яҙылған Маҡтау билдәһе, ә етәксенең үҙенә “Аманат”тың Рәхмәт кәлимәһе ебәреләсәк.
Әйт­кән­дәй, улар уҡытыусылар­ға категорияларын күтә­реүгә бик ныҡ ярҙам итә.
Журналға яҙылыу өсөн:
Читайте нас