-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
24 Июнь 2022, 10:40

Бигерәк күңелле булды!

Күптән көткән йәйге каникулдар килеп етте. Шулай ҙа мәктәп менән хушлашҡы килмәй, шуның өсөн гимназиябыҙҙа ойошторолған «Йәйләү» лагерын көтөп алып йөрөй башланым. Хәҙер инде унда үткәрелгән саралар тураһында һеҙҙең менән уртаҡлашҡы килә.

Бигерәк күңелле булды!
Бигерәк күңелле булды!
Лагерға килгәс тә бөтәбеҙ ҙә саф һауала зарядка яһайбыҙ, унан һуң
гимназияның ашнаҡсы апайҙары бешергән тәмле бутҡа ашайбыҙ. Ашап
энергия алғас, лагерҙа иң күңелле, ҡыҙыҡлы саралар башлана.
Беренсе көндө 1 июнь – Халык- ара балаларҙы яҡлау көнө булды. Беҙҙе
кинотеатрға йәнһүрәт ҡарарға алып барҙылар. Уны ҡарап бөткәс, ҡыҙыҡ
һәм күңелле уйындар уйнаныҡ, ял иттек.
Икенсе көндө йола буйынса ике ырыуға бүлендек, газета сығарҙыҡ.
Лагерҙы асыу көнөндә һәр ырыу үҙҙәренең исеме, йыры, девизы һәм гимны
менән таныштырҙы.
Район һабантуйында беҙҙең уҡыусылар милли уйындарҙа ҡатнашып
беренсе урындар алдылар. Ямғыр яуып тороуына ҡарамаҫтан, уйындарҙа
ҡатнаштыҡ, күргәҙмәләр ҡараныҡ.
Район китапханаһында ла булдыҡ , ойошторолған күргәҙмәне ҡараныҡ,
викторинала ҡатнаштыҡ. Ямғырһыҙ көндә спорт майҙансығында ярыштар
ойошторҙоҡ, волейбол, футбол уйнаныҡ.
«Йәйләү һылыуҡайы» конкурсына ҡыҙҙар бик етди әҙерләнде. Улар үҙ
һләттәрен бар яҡлап та күрһәтте, ә баһалама ағзалары лагерҙың малайҙары
булды. Бик матур, сағыу байрам килеп сыҡты.
10 июнь театр көнө үткәрҙек. Мәҙәниәт йортонан фольклор етәксеһен
саҡырып, оҫталыҡ дәресен алып, «Шалҡан» әкиәтен сәхнәләштерҙек.
12 июнь Рәсәй көнө үткәреүгә әҙерләндек. Бөтәбеҙ ҙә аҡбур менән
асфальтта Рәсәй флагын һүрәтләнек, гимн башҡардыҡ.
14 июнь малайҙар өсөн «Йәйләү батыры» конкурсы үткәрелде. Малайҙар
үҙҙәренең һәләттәрен күрһәттеләр, төрлө һынауҙар үтәнеләр.
16 июнь- бөйөк батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнө. Ошо көндө
беҙ уның тураһында фильм ҡараныҡ, «Салауат батыр» йырын башҡарҙыҡ.
Ҡыҙҙар– малайҙар ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнанылар, милли уйындар
уйнаныҡ.
Яҡташ шағирыбыҙ Рәшит Назаров көнө үткәрҙек. Уның шиғырҙарын яттан
һөйләнек, биографияһына арналған презентация ҡараныҡ.
Лагерға кинолог та килде хатта. Ул үҙенең һөнәре менән таныштырҙы
һәм эттәр менән нисек эшләргә икәнен күрһәтте. Туғайға экскурсияға барып
төрлө үләндәр йыйыҙыҡ, бөжәктәрҙе өйрәндек.
Район мәҙәниәт йортона Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры артистары
сығышын ҡарарау бәхете лә татыны. Әкиәт барыбыҙға ла бик оҡшаны.
Гимназияла «Һеңлекәш» фильмын ҡараныҡ.
Лагерҙың һуңғы көнө бер аҙ моңһоу ҙа, күңелле лә үтте. Был көндө төрлө
ҡыҙыҡлы уйындар уйнаныҡ, ярыштар ойошторҙоҡ. Лагерь барышында иң
күп мәрәй йыйыусылар билдәләнде. Йырҙар йырланыҡ, дәртле итеп бейенек,
тәмлекәстәр менән һыйландыҡ. Шулай итеп йәйҙең тәүге айы “ Йәйләү”
менән гөрләп үтеп тә китте.
Лагерҙа эшләгән барлыҡ тәрбиәселәргә, тәмле итеп ашарға бешереүсе
ашнаҡсы апайҙарға ҙур рәхмәт әйтке килә.
Икенсе йылға ла йәйге каникулды “ Йәйләүҙе” һағынып көтәсәкбеҙ.
Карина Ғизәтуллина,
Ауырғазы районы,
Талбазы башҡорт гимназияһының
4-се синыф уҡыуусыһы.
Бигерәк күңелле булды!
Бигерәк күңелле булды!
Бигерәк күңелле булды!
Автор:Карина Ғизәтуллина.
Читайте нас: