-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Егетлек мәктәбе
21 Февраль 2018, 18:30

Десантсы булғың килһә...

Ағайҙарығыҙҙан ишетеп беләһегеҙҙер: һауа-десант ғәскәрҙәрендә, диңгеҙ пехотаһында, разведкала, махсус тәғәйенләнештәге отрядтарҙа хеҙмәт иткәндәр йыш ҡына үҙҙәрен башҡалар алдында танау сөйөп йөрөргә хаҡлы тип һанай. Сәбәптәре лә бар. Беренсенән, ундай хәрби частарға физик әҙерлекһеҙ, сибек, яй, тотанаҡһыҙ кешене алмайҙар.

Илеңә тоғро хеҙмәт итеү, кәрәк саҡта уны төрлө хәүеф-хәтәрҙән ҡурсалау – үҙен ирмен тигән һәр кешенең мөҡәддәс бурысы. Был һүҙҙәр, бик етди һәм яңғырауыҡлы һымаҡ тойолһа ла, үҫмерҙәр ҡолағы өсөн һис тә ят булырға тейеш түгел. Һиҙмәй ҙә ҡалырһығыҙ: әле генә мәктәптә уйнап-көлөп, үҙ-ара төрткөләшеп йөрөгән малайҙар, ҡулына ҡорал алып, Ватанды һаҡлаусылар сафына баҫыр.
Армияға барыуын барғас, яҡшыраҡ урынға эләкке килә, әлбиттә. Ағайҙарығыҙҙан ишетеп беләһегеҙҙер: һауа-десант ғәскәрҙәрендә, диңгеҙ пехотаһында, разведкала, махсус тәғәйенләнештәге отрядтарҙа хеҙмәт иткәндәр йыш ҡына үҙҙәрен башҡалар алдында танау сөйөп йөрөргә хаҡлы тип һанай. Сәбәптәре лә бар. Беренсенән, ундай хәрби частарға физик әҙерлекһеҙ, сибек, яй, тотанаҡһыҙ кешене алмайҙар. Икенсенән, десантсылар, разведчиктар һәм башҡа “элиталы” һалдаттар әҙерләү курсын үткәндән һуң әлеге аҫыл егеттәр тағы ла көслөрәк, етеҙерәк, ҡыйыуыраҡ булып китә.
Әгәр иң яҡшылар сафына баҫыу өсөн беләгегеҙҙә – ғәйрәт, йөрәгегеҙҙә дәрт барына ныҡлы ышанаһығыҙ икән, хәрби комиссариатҡа тәүгә саҡыртҡандарында уҡ ҡайҙа хеҙмәт итергә теләүегеҙ хаҡында иҫкәртегеҙ. “Элиталы” ғәскәрҙә, тип дөйөмләштереп әйтмәү хәйерле, сөнки “был һаман да балалыҡтан сығып бөтмәгән, хыялдары менән күктә осоп йөрөй” тигән фекер тыуыуы ихтимал. Яңылыш аңлап, хәрби тәғәйенләнештәге ҡоролмалар, биналар һәм генералдар өсөн “элиталы” торлаҡ төҙөүсе “Спецстрой”ға оҙатыуҙары ла бар. Йөрөрһөң шунан ҡышын туңып-ҡатып, йәйен тирләп-бешеп, саң йотоп... Ҡыҫҡаһы, комиссариатта үҙеңдең һауа-десант ғәскәрҙәренә, диңгеҙ пехотаһына йә разведкаға әҙерләнеүеңде аныҡ белдерергә кәрәк.
Барыһы ла тәү сиратта һаулыҡҡа бәйле. Табиптар тикшереп, хәрби хеҙмәткә яраҡлылыҡ категорияһын “А” тип билдәләне икән, десантсы булыуға өмөт итә алаһығыҙ. Тик комиссия кешенең башҡа сифаттарын да иғтибарға ала. Мәҫәлән, хәтер яҡшылығына, тиҙ уйлау һәләтенә әһәмиәт бирерҙәр ине, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул тиклемен асыҡларға ваҡыттары ҡалмай. Егеттәргә йыш ҡына хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәренең миһырбанлылығына һәм үҙҙәренең даланлылығына иҫәп тоторға тура килә.
Аңлауығыҙса, бәләкәй саҡтан уҡ сәләмәтлекте ҡайғыртыу зарур. Төрлө сирҙәрҙән ваҡытында дауаланып барырға тырышығыҙ, сөнки мәктәпкә йөрөүгә, хатта физкультура дәрестәрендә ҡатнашыуға ҡамасауламаған үпкә, ашҡаҙан, йөрәк, тире ауырыуҙарының армия юлына кәртә булып ятыуы мөмкин. Кәүҙәгеҙҙе тура тотоғоҙ, имгәнеүҙән һаҡланығыҙ. Әгәр алыҫ араға йүгереп, турникта ҡалҡынып өйрәнмәгәнһегеҙ икән, армия алдынан бер-ике йыл эсендә хәлде яҡшыртып өлгөрөлөр әле, тип уйламағыҙ.
Әлбиттә, армияға йыйынғас, һәр төрлө ауырлыҡтарға әҙер булыу мөһим. Йоҡонан көн һайын иртә торорға, 45 секундта кейенергә, спорт майҙансығында ҡатмарлы физик күнегеүҙәрҙе үтәргә, юл кәрәк-ярағы һәм ҡорал йөкмәгән килеш тиҫтәләрсә саҡрымға йүгерергә, яйы сыҡҡанда парашют менән һикерергә тура киләсәк, тиһәгеҙ, улары – һынауҙың бер өлөшө генә. Һағыныуҙың, бойоғоуҙоң ни икәнен әле күптәрегеҙ белмәйҙер ҙә. Ҡурҡыу, нәфрәтләнеү, көнләшеү, үс алыу тойғоларының ғына түгел, ғорурлыҡ хисенең дә кешене бөтөнләй уйламаған аҙымдарға этәреүе ихтимал. Шуға ла психологик яҡтан әҙерлекте лә алдан башлағыҙ: өлкәндәр менән кәңәшләшегеҙ, китаптар уҡығыҙ, үҙегеҙ өсөн тренингтар үткәрегеҙ.
Спортта ниндәйҙер етди ҡаҙаныштарға өлгәшкәнһегеҙ, матур итеп яҙа, һүрәт төшөрә, музыка ҡоралдарында уйнай, йырлай, бейей беләһегеҙ икән, был хаҡта өндәшмәй ҡалмағыҙ. Һәләтлеләргә армияла хөрмәт ҙур. Ә инде компьютерҙы һәйбәт үҙләштергәндәрҙе, автомобиль, электр ҡорамалы, кеҫә телефоны йүнәтеүселәрҙе һалдаттар ҙа, офицерҙар ҙа күтәреп кенә йөрөтәсәк.

Читайте нас: