-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Фольклориада-2020
26 Февраль 2020, 19:46

Бәхет кемгә йылмая?

Баш ҡаланың М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында Бөтә донъя фольклориадаһын асыу уңайынан Туған телдәр байрамы ойошторолдо.

Баш ҡаланың М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында Бөтә донъя фольклориадаһын асыу уңайынан Туған телдәр байрамы ойошторолдо. Байрам йәнле күргәҙмәләр менән башланып китте. Унда республикала йәшәгән халыҡтар үҙҙәренең ҡул эштәрен, милли кейемендәрен тәҡдим итте. Мәҫәлән, Тәтәшле районының Иҫке Балтас ауылынан килгән удмурттар бик матур күргәҙмә әҙерләгәйне. Түбәнге Балтас мәктәбе директоры Людвиг Зидымаков уҡыусылары менән килгән. Уларҙың белем усағында "Береста", "Оҫта ҡулдар" түңәрәктәре эшләй.
Артабан сара тантаналар залында дауам итте. Унда Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, республика татарҙары конгресы етәксеһе Римма Үтәшева, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе ГөлнурҠолһарина, Мәғариф һәм фән министрлығының Милли мәғариф идаралығы етәксеһе Булат Зинуров, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Искәндәр Юлдашев, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, шағирә Лариса Абдуллина сығыш яһап, йыйылған халыҡты, балаларҙы байрам менән ҡотланы, бүләктәрен тапшырҙы.
Милли кейемдәрҙә сығыштар, төрлө телдәрҙәге йырҙар, шиғырҙар сараны йәмләне. Аллаға шөкөр, тип йәшәргә кәрәк республикабыҙҙағы халыҡтарға! Сара барышында әйтелгәнсә, Башҡортостанда тыуыу һәм йәшәү - үҙе бәхет.
Автор: Лариса Абдуллина