+5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Фольклориада-2020
8 Июнь 2021, 12:20

Фольклориада саралары ҡайһы райондарҙа һәм ҡасан буласаҡ?

Тиҙҙән Башҡортостан халыҡ-ара мәҙәни фестиваль үҙәгенә әүерелә. Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусылар республиканың баш ҡалаһында ғына түгел, дүрт фестиваль округына берләштерелгән 22 муниципалитетта сығыш яһай.

Тиҙҙән Башҡортостан халыҡ-ара мәҙәни фестиваль үҙәгенә әүерелә. Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусылар республиканың баш ҡалаһында ғына түгел, дүрт фестиваль округына берләштерелгән 22 муниципалитетта сығыш яһай. Үҙәк округҡа ингән Салауат ҡалаһында саралар- 5 июлдә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында һәм Нуриман районында – 6 июлдә, Октябрьскийҙа – 7 июлдә, Ҡырмыҫҡалы һәм Ауырғазы райондарында – 8 июлдә, Ишембай һәм Благовещен райондарында – 9 июлдә; Төньяҡ фестиваль округына ҡараған Мишкә районында – 5 июлдә, Ҡариҙел районында – 6, Борайҙа – 7, Асҡын районында – 8 июлдә; Төньяҡ-көнбайыш округындағы Дүртөйлө ҡалаһында – 5, Яңауыл районында – 6, Тәтешлелә – 7, Нефтекама ҡалаһында – 8, Илеш районында – 9 июлдә; Көнсығыш округына ингән Әбйәлил районында – 5 июлдә, Бөрйәндә – 6, Учалы ҡалаһында – 7, Сибайҙа – 8, Белорет ҡалаһында 9 июлдә уҙғарыла.
Читайте нас в