+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
20 Ғинуар 2018, 18:04

Әҙәбиәт мәктәбе эшен башланы

Яҙыусылар союзы тарафынан “Аманат” журналы менән берлектә йыл башынан алып Башҡортостандың Әҙәбиәт мәктәбе проекты тормошҡа ашырыла. Ул Президент грантына башҡарыла һәм сентябрь айының аҙағына тиклем дауам итә.

Яҙыусылар союзы тарафынан “Аманат” журналы менән берлектә йыл башынан алып Башҡортостандың Әҙәбиәт мәктәбе проекты тормошҡа ашырыла. Ул Президент грантына башҡарыла һәм сентябрь айының аҙағына тиклем дауам итә.

Был проектта үҙ көсөн әҙәбиәттә һынап ҡарарға теләгән 14 йәштән 25 йәшкә тиклемге һәр кем ҡатнаша ала. Бер ниндәй ҙә сикләүҙәр юҡ. Уның өсөн бары “Бәйләнештә” сайтында «Башҡортостан әҙәбиәте» төркөмөндәге (https://vk.com/rbgodliteratura) ғаризаны тултырып, үҙегеҙҙең ижад емешегеҙҙе ҡушып, [email protected] электрон адресына ебәрергә генә кәрәк.
Ҡатнашыусыларҙың башҡорт, урыҫ, татар телдәрендәге ҡулъяҙмалары республикабыҙҙың билдәле әҙиптәре тарафынан тикшереләсәк һәм уларға тейешле баһа, кәңәштәр биреләсәк. Проект барышында йәш ижадсылар менән оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар, төрлө осрашыуҙар үткәреү ҙә ҡаралған. Әлбиттә, һәр кем бында үҙен ҡыҙыҡһындырған һәм борсоған һорауҙарға яуап табасаҡ һәм артабан да дәртләнеп ижад итеүгә этәргес аласаҡ.
Ҡатнашыусылар араһынан 30 иң өмөтлө йәш ижадсы был проекттың еңеүсеһе итеп билдәләнәсәк. Улар өсөн баш ҡалабыҙ Өфөлә бүләкләү тантанаһы үтәсәк, шулай уҡ музей һәм театрҙарға сәйәхәт, халыҡ шағирҙары менән осрашыуҙар ҡаралған. Был йәштәр Башҡортостан Яҙыусылар союзының Йәштәр бүлеге исемлегенә индереләсәк һәм халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә буласаҡ. Мәҫәлән, былтыр Ҡырымда һәм Төркиәлә шундай саралар ойошторолдо һәм республиканан бер төркөм ижадсы йәштәребеҙгә унда барып ҡайтыу бәхете тәтене.
Әйткәндәй, еңеүселәрҙең ижады тупланған айырым йыйынтыҡ сығарыу ҙа күҙ уңында тотола. Әлбиттә, ижады юғары кимәлдә тип табылған йәштәребеҙҙең ҡулъяҙмалары Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең “Йәштәр тауышы” серияһында баҫылыуға ла тәҡдим ителәсәк.
Шуға ла әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынған, ҡәләм тирбәтеп ҡараған һәр йәш кешене ошо шәп проектта үҙ көсөн һынап ҡарарға саҡырабыҙ!
Мөмкинлектән мәхрүм ҡала күрмәгеҙ, дуҫтар!


Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН,

БР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары.
Читайте нас: