- Өйҙәрен ҡулһыҙ, балтаһыҙ төҙөй. Кемдәр һәм нимә?
- Ағасты туҡылдатам, унда ҡорт табырға ине. Ҡабыҡ аҫтына йәшенһә лә ул барыбер минеке буласаҡ.
- Ҡыҙыл тәпәйле, оҙон муйынлы, “тешләй” башлаһа, артыңа ла ҡарамай ҡас.
- Урамда, баҡсала – йырсы, ә һарайы ҡолғала элеүле.
- Көндөҙ йоҡлай, төнөн оса, үтеп барыусыларҙы ҡурҡыта.
- Йырламай ҙа, осмай ҙа, ә үҙен ҡош тип иҫәпләй.
- Үҙе ҡара, үҙенең тауышы яман, ҡорттарҙың (ҡарышлауыҡ, селәүсендәрҙең һ.б.) дошманы ул.
- Япраҡтар уҫаҡтарҙан ҡойолғанда, һауала осло шына алға уҡтала.
- “Көн тыуҙы, тороғоҙ!” – тип, ситән башына баҫып ҡысҡыра.
- Көндөҙ тауышы ла сыҡмай, төнөн ҡысҡыра.
- Оҙон муйынлы, төнөн һаҙҙа, тәлмәрйендәргә һунар итә.
- Өй торбаларынан да бейегерәк.
- Бөтөн нәмәне кейендерә, ә үҙе яланғас.
- Үҙе ҡар һәм боҙ булһа ла, киткәндә күҙ йәшен түгә.
- Ҡулы оҫта уның: тәҙрәләргә семәрләп, һоҡланғыс һүрәттәр эшләй.
- Бер белгәне саң йотоу, ә үҙе ауырыу белмәй.
- Осмай ҙа, бызылдамай ҙа, ә урам буйлап елдерә, ике күҙендә ут яна.
- Ҡанаты бар, ҡойроғон болғай, ләкин осмай. Үткер тешле булһа ла – өрмәй.
- Тымыҡ, ҡараңғы урында, мыйыҡлы бүрәнә һыу төбөндә ята.
- Килеүселәр, китеүселәр уны һәр саҡ етәкләп үтә.
- Аяҡһыҙ һәм ҡанатһыҙ булһа ла ул бик тиҙ оса, уны бер ваҡытта ла тотоп булмай.
- Ике көмөш атым бар, икеһен дә бер юлы егеп йөрөйөм.
- Ҡойроғоңдо тотоп торҙом. Һин остоң, ә мин артыңдан йүгерҙем.
Нурулла МИҺРАНОВ әҙерләне.
Мәғариф ветераны.