+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
13 Апрель 2022, 10:01

“Игебай мәктәбе” – ижади мәктәп

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы янында 20 йылдан ашыу “Игебай мәктәбе” балалар ижади клубы эшләп килә. Уны республикала танылған шағирә Айгөл Ишемғужина-Иҙелбаева етәкләй. Клуб тарафынан йыл һайын төрлө конкурстар иғлан ителеп тора. Былтыр “Борон-борон заманда...” әкиәттәр конкурсына Баймаҡ ҡалаһы һәм районы мәктәптәренән 35 ижади эш ҡабул ителде. Быйыл, жюри ҡарамағына, Юлай Мәҡсүтовтың тыуыуына 60 йыл тулыуға арналған мәҡәләләр конкурсына Баймаҡ, Йылайыр районы, Баймаҡ, Сибай, Ишембай һәм Өфө ҡалаларынан дүрт тиҫтәнән ашыу мәҡәлә килде. Клуб ағзалары илһамланып, әҙәби ижад менән дә шөғөлләнә, мәктәптә лә һәнатмай. Төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Дуҫтар! Һеҙҙе клуб ағзаларының ижади күстәнәсенән “ауыҙ итергә” саҡырабыҙ!

“Игебай мәктәбе” – ижади мәктәп
“Игебай мәктәбе” – ижади мәктәп

4-се лицейҙың 6-сы синыф уҡыусылары әкиәттәре (13 эш)

Етәксеһе – Сәйетҡолова Гөлдәр Һиҙиәт ҡыҙы

 

Айгизә Иҙелбаева, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге гимназияның 6-сы класс уҡыусыһы

Әнисә нисек тауышын кире ҡайтарған?

 

Борон-борон заманда Әнисә тигән ҡыҙыҡай йәшәгән, ти. Ул урманға барып Тейен менән дуҫлашҡан. Тейен уны ағасҡа үрмәләргә өйрәткән. Ҡыҙ шул тиклем матур йырлаған, ти. Ул моңланһа, йәйҙәрен сылтырап аҡҡан йылғалар, һайрар ҡоштар туҡтап ҡалған, урман шаулауын ҡуйып, ҡыҙҙың  моңона ҡолаҡ һалған, ти. Ҡыштарын буран да тымып, ергә ебәк ҡарҙарын япҡан, ти. Көҙҙәрен ҡояштың алтын нурына мансылған тәбиғәт тағы ла күркәмләнгән. Ә яҙҙарын ҡояш, ҡыҙҙың йырын ишеткән һайын, ҡыуанып нурҙарын ихлас өләшкән. Ер шары ла үҙендә шул тиклем аҡыллы, моңло ҡыҙ йәшәүенә һөйөнгән, ти. Тик Мәскәй әбейгә генә Әнисәнең тауышы оҡшамаған. Ҡыҙҙың наҙлы моңо тирә-яҡҡа таралыу менән ҡаны ҡыҙып, эсенә һыймай башлаған, бөтә донъяны түңкәрә һуҡҡыһы килеп шашынған. Бер ваҡыт ул хәйлә ҡорған. Ҡыҙ урманға еләк йыйырға килгән сағында Мәскәй әбей тиҙ генә матур ҡатынға әйләнгән дә, ҡыҙ янына килгән.

- Һин шундай матур йырлайһың! Минең дә шулай йырлағым килә, тик килеп сыҡмай. Әйҙә ошо матур тауышыңды айфонға алмаштырышайыҡ! Минән – айфон, ә һин миңә тауышыңды бир! - тигән.

Ҡыҙҙың айфоны булмаған. Ул бер аҙ уйланып торған да риза булған. Ҡайтып туйғансы айфонда уйнаған. Ата-әсәһе уны сәй эсергә саҡырған. Ҡыҙыҡай һөйләшмәй генә сәй эскән. Әҙерәк йөрөгәс йырлағыһы килеп киткән. Ләкин йырлайым тиһә ныҡ итеп тамағы ауырта икән. Йырлай алмаған. Шулай көн артынан көн үткән, айфондың да ҡыҙығы бөткән. Ҡыҙыҡай тауышын биргәне өсөн үкенә башлаған. Ә был мәлдә... Мәскәй әбей матур ҡиәфәттә концерттар ҡуйып йөрөй, билдәле кеше булып киткән, имеш.

Әнисә Мәскәй әбейҙе саҡ эҙләп табып тауышын кире һораған, әммә Мәскәй әбей рәхәтләнеп көлгән генә, ҡыҙға тауышын ҡайтарғыһы килмәгән. Мәскәй әбейҙең яратҡан ҡошо - ҡарғаһы булған. Ул ипләп кенә ҡыҙға: “Урманға бар. Унда ҙур ағастың ҡыуышында ҡыҙыл шар күрерһең. Уны ярһаң, бөтә сихыр юҡҡа сығыр. Тик һинең айфоның да юҡ буласаҡ”, - тигән.

Ҡыҙыҡай урманға киткән. Шул ваҡыт көслө дауыл сыҡҡан, күктән таш яуа башлаған, ти. Әммә ҡыҙ бирешмәгән, бейек шөкәтһеҙ ағасты эҙләп тапҡан, ти. Тейен ярҙамында улар ағастың ҡыуышына күтәрелгәндәр. Эстә ысынлап та ҡыҙыл шар ята икән. Ҡыҙыҡай уны шартлатырға уйлаған, ләкин көсө етмәгән. Тейен үҙенең дуҫтарын йыйып килтергән. Күмәкләп таш менән һуғып, тейендәр тырнаҡтарын батырып тәки шарҙы ярғандар, ти. Шул ваҡыт дауыл да тымған, таш яуыуҙан туҡтаған. Ҡыҙҙың ҡулындағы айфон юҡҡа сыҡҡан. Ҡыҙ ышанмай йырлап ебәргән. Уның моңло тауышы бөтә урманға таралған, барлыҡ йәнлек уны тыңларға йыйылған, ти. Әнисә тауышы ҡайтыуына ҡыуанып рәхәтләнеп йырлаған да йырлаған.

Ә ошо мәлдә ҙур концерт ваҡытында йырлап торған һылыу ҡатын ҡот осҡос Мәскәй әбейгә әйләнгән дә ҡуйған. Тамашасыларҙың ҡоттары осоп сығып ҡасҡандарын һиҙмәй ҙә ҡалғандар, ти. Бына шулай, кешене алдап билдәле булып булмай икән.

 

 

Искәндәр Раев

Ярғанат

Йәшәгән, ти, бер малай. Ул ныҡ йоҡларға яратҡан, ти. Бер көндө әсәһе уны йоҡоһонан уята алмаған: малай: “тағы бер генә минут!” – ти ҙә, юрған аҫтына төпкәрәк сумып, йоҡлай ҙа китә икән. Шул ваҡыт уға әсәһе һөйләгән әкиәт иҫенә төшкән, ти.

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер малай. Ныҡ йоҡосо булған, ти, ул. Көнө-төнө түшәктән тормай икән был. Ашарына-эсеренә лә ятҡан урынына ғына килтерәләр, ти. Ҡояш төшмәһен, йоҡомдо бүлмәһен тип тәҙрәнең ҡорғандарын да ҡорҙороп ҡуя ти хатта. Бер көндө әсәһе менән атаһы өс көнгә ҡунаҡҡа китә. Малай ныҡ асыҡҡан. “Мейес яғынан аш еҫе сыҡҡан һымаҡ, әллә тороп шунда барырғамы?” – тип уйлай икән. Тышта көнмө, әллә төнмө икәнен белер өсөн ҡорғанды асып ҡарамаҡсы була. Баҡһаң, тышта көн икән. Уны Ҡояш апай күреп ҡала ла унан көлә башлай:

- Был ниндәй йәмһеҙ йән эйәһе? Кеше тиһәң – һыны юҡ, эт тиһәң – йөнө юҡ, ҡош тиһәң – ҡото юҡ. Ай, бахыр, һай, бахыр, йоҡлай торғас, юрғаның арҡаңа ҡуша йәбешкән бит!

Шунан һуң Ҡояш малайҙы ярғанатҡа әйләндергән, ти.

 

 

Ильяс Мөкминов

Булат батыр

 

Борон-борон заманда бер әбей менән бабай сәй эсеп ултырғанда ишек артында илау ишеткәндәр. Сығып ҡараһалар: тупһала кәрзин ултыра, ә уның эсендә бала ята, имеш. Улар баланы үҙҙәренә ала, уға булат тип исем ҡуша. Малай көнләп түгел, сәғәтләп үҫә, ти. Көслө, аҡыллы булып үҫеп еткән, ти. Әсәһе менән атаһы уға 100 һум аҡса биреп, ҡалаға барып эшкә өйрәнеп ҡайтһын тип сығарып ебәрәләр.

Булат ҡалаға барып етеп урамын ҡыҙырып йөрөгән саҡта бер йорттоң ишегендә “Кем дә кем көслө, аҡыллы, батыр булғыһы килә – ошо йортҡа инегеҙ!” тигән яҙыуҙы күреп ҡала. Инә. Ундағы кеше:

 - 100 һум түләйһең дә 1 йыл өйрәнәһең, - ти.

Булат аҡсаһын бирә лә бер йыл эсендә батырлыҡ, таһыллыҡ серҙәрен өйрәнә. Баһадир кәүҙәле булып йортона ҡайта, ата-әсәһе уға ҡарап һоҡланып туймай. Күршеһе: “Батшаға аждаһа янай икән. Ул аждаһаны еңеүсегә ярты дәүләтен бирмәксе икән”, - ти.

Булат аждаһаны эҙләп сығып китә. Урманда китеп барғанда ҡот осҡос гөрһөлдәгән тауыштар ишетелә башлаған һәм ағастар өҫтөнән аждаһа күренгән. Булат, ҡөылысын алған да, аждаһаға барып:

 - Мин һине үлтерәм! – тип ҡысҡырған, ти.

Улар өс көн, өс төн алышҡан, ти. Булат аждаһаның баштарын берәм-берәм өҙөп төшөргән. Халыҡ ҡыуаныстан уны Булат батыр тип кенә йөрөтә башлаған. Батша ҡыуанысынан ярты батшалығын биргән. Тора-бара ул үҙе лә батша булып киткән, ти.

 

Миләүшә Хәмитова

Әминбәк менән Мәжит

 

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер әбей менән бабай. Уларҙың ике улы булған: өлкәне – Әминбәк, кесеһе – Мәжит. Әминбәк бөтә яҡтан да эшлекле булған, уҡыуға ла һәләтле, тырыш, ти. Ә Мәжит, киреһенсә, ялҡауыраҡ һәм иркәрәк икән. Ата-әсәһе икеһен дә юғары белемле иткеһе килгән. Ләкин Мәжит уҡырға теләмәгән, күберәк компьютер янынан китмәгән, уҡыуҙы уйлап та бирмәгән, ти.

Бына улдар икеһе лә мәктәпте тамалаған. Әминбәк институтҡа йырлап ҡына инеп киткән. Мәжиттең балдары етмәүе арҡаһында юғары уҡыу йортонан тороп ҡала. Атаһы менән әсәһе ҡайғыға ҡалалар. Быны Мәжит күреп йөрөй. Ул үҙенең яңылышҡанын шунда ғына аңлай башлай. Атаһы менән әсәһенә икенсе йыл уҡырға инәм, тип йыуата һәм мотлаҡ һүҙендә тора – интститутҡа уҡырға инә. Әбей менән бабайҙың ике улы ла юғары уҡыу йортон тамамлап, үҙҙәренең һөнәрҙәре буйынса эшләй башлайҙар. Ата-әсәһе быға бик ҡыуана. Сөнки ата-әсә өсөн тормошта балаларының уңыштарынан да яҡшыраҡ нәмә юҡ. Ваҡытында хатаһын аңлаған Мәжит кеүектәр беҙҙең арала ла бар.

 

Алтынгөл Нәҙербаева

Яратҡан уйынсыҡ

Борон-борон заманда Ҡыш бабай шыршы янына килгән дә мөләйем генә уға:

- Һаумы, Шыршы! Мин һиңә үҙем яратҡан шыршы уйынсығын бүләк итәм! – тигән.

 - Рәхмәт, Ҡыш бабай! Хәҙер был минең дә яратҡан уйынсығым буласаҡ, - тип мең рәхмәтле булған, ти, шыршы.

Ҡыш бабай янында йөрөгән Ҡуян:  “Был бабай нишләп уйынсыҡты миңә бирмәне икән? Барыбер ул уйынсыҡ минеке буласаҡ!” – уйлаған.

Төн еткәс, ҡуян һиҙҙермәй генә килеп баяғы уйынсыҡты урлаған. Иртәнсәк бөтәһе лә тәтәйҙе эҙләй башлаған.

Ҡыш бабай:

 - Былай булмай бит! Шыршы, һин төндә бер нәмә лә күрмәнеңме?

Шыршы:

 - Күрҙем. Әллә кем: аҡ ҡына, ҡыҫҡаҡ ҡына ҡойроҡло, ҡарпыш ҡолаҡлы үҙе – килеп тәтәйемде урлап ҡасты.

Бөтәһе лә асыҡланғас, Ҡыш бабай уйынсыҡты ҡуяндан алып кире Шыршыға элгән. Ҡуянға ла тап шундай уҡ уйынсыҡ бүләк иткән, ти.

 

Илгизә Мөхитова

Ҡараҡас

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Уларҙың Ҡарағҡас исемле бесәйҙәре булған. Әбей менән бабай Ҡараҡасты бик иркәләткәндәр. Ләкин бесәй уларҙы тыңламай эш боҙа башлаған. Тәртипһеҙлеге өсөн бабай Ҡараҡасты урман ситендәге аҡланға алып барып ташлаған. Бесәй илай-илай китеп барған икән, уның ҡаршыһына эт осраған. бесәй үҙенең хәлен һөйләп биргән.

 - Һинең хужаларың миңә бик оҡшаны! – тигән дә эт артабан юлын дауам иткән. Ҡараҡас күҙ йәштәрен түгә-түгә урман буйлап китә. Йөрөй торғас асығып, хәле бөтөп ҡайтып инә. Әбей менән бабай уны йылмайып ҡаршы ала. Юлда осраған эт тә бында йәшәп ята, имеш. Аҡтүш исемле эт менән Ҡарҡас хужаларына тоғро хеҙмәт итеп бергә йәшәп алып киткәндәр, ти.

 

 

Мәликә Рәхмәтуллина

Ҡырмыҫҡалар

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, ҡырмыҫҡалар. Улар һәр береһе айырым йәшәгән һәм шуның өсөн кәмегәндән кәмегән. Берҙән-бер көндө шуларҙың береһе ҙур өй төҙөгән дә башҡа ҡырмыҫҡаларҙы үҙе менән йәшәргә саҡырған, ти. Ҡырмыҫҡалар күбәйә башлаған. Һуңынан бөтә ҡырмыҫҡалар ҙа бергә йәшәй башлаған. Хәҙер ҙә улар рәхәтләнеп бер өйҙә көн күрә, ти.

 

Илвина Теүәлбаева

Бер теләк

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер ғаилә. Унда оло ғына олатай ҙа булған. Уны туғандары яратмаған, шуның өсөн өйҙән ҡыуғандар, ти. Олатай бер кемгә лә бара алмаған, сөнки уларҙан башҡа уның туғандары булмаған. Тышта өшөп ултырған сағында бәләкәй генә бер малай килеп уны ҡулынан тартып бер ҡоҙоҡ янына алып килә. Бабай ҡоҙоҡҡа эйелеп ҡараһа, унда бер баш күренә. Баш уға: “Бер теләгеңде тормошҡа ашырам!” – ти. Олатай иҫенә төшөрә – ейәне ныҡ итеп велосипед теләй ине. Ул баштан велосипед һорай. Ҡоҙоҡ янында тимер ат пәйҙә була. Олатай уны алып балаларына бара. Ләкин улар, велосипедты ала ла, рәхмәт тә әйтмәй ишекте кире яба. Олатай илап ебәрә. Шул ваҡыт бер матур ғына ҡатын килеп сыға ла олатайҙы үҙенең ғаиләһенә алып ҡайта, уны кейендерә, ашата.

 

Рәмил Зәйнәғәбдинов

Тылсымлы балдаҡ

Борон-борон заманда бер әбей менән бабай йәшәгән. Уларҙың бер улы ғына булған. Әбей менән бабай үлеп киткәс, егет иҫке генә бер өйҙә тороп ҡалған. Уның кәләш алғыһы килгән, ләкин бер нәмәһе лә булмағас, ҡурҡҡан. Бер көндө урмандан ҡайтып килгәндә яланда утта янған йыланды күреп ҡотҡарған.

Йылан:

 - Ярҙамың өсөн рәхмәт, егет! Шуның өсөн һиңә ошо балдаҡты бүләк итәм. Төшөңдә нимә күрәһең, шул ысынға әйләнәсәк, - тигән, ти.

Егет ҡайтҡан да балдаҡты бармағына кейеп йоҡларға ятҡан, ти. Төшөндә ҙур, матур өй күргән. Уянып китһә – шул йортта ята, имеш. Ул кәләш алырға барған. Шул кәләше менән ҙур өйҙә матур итеп йәшәгән. Уларҙың күп балалары булған.

 

 

Әмир Байрамғолов

Арыҫлан нисек бесәйле булған?

Борон булған, ти, бер малай. Уның исеме Арыҫлан булған. Ул бик ныҡ бесәйҙәрҙе яратҡан. Әммә атаһы менән әсәһе бесәй алырға рөхсәт итмәгән. Арыҫлан һәр Яңы йыл алдынан Ҡыш бабайҙан бесәй һораған, һәр көндө һанап бүләк көткән.

бер төндө уянып китһә, янында бесәй ултыра, имеш. Бесәй:

 - Һаумы, Арыҫлан! Мин – бесәйҙәр батшаһы. Һиңә бесәй кәрәкме? – тип һораған.

 - Эйе, кәрәк тә ул, тик миңә атайым менән әсәйем рөхсәт итмәй, - тигән, ти, Арыҫлан.

- Һин бит Ҡыш бабайҙан һораның. Иртәгә иртәнсәк торғас шыршы аҫтын ҡара! – тигән дә бесәйҙәр батшаһы юҡ булған.

Арыҫлан иртән тороп шыршы янына йүгереп барһа, уның төбөндә бәләкәй генә, матур ғына бесәй йоҡлап ята, имешю шул көндән алып Арыҫлан бесәйле булған, ти.

 

Сулпан Мусина

Ҡанатлы ат

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер бабай менән әбей. Уларҙың ат алғылары килгән, ләкин аҡсалары булмаған. Өйҙәрендә утын бөтөп бара икән. Бабай утынға урманға барған. Ҡараһа, бер асыҡ урында ат йөрөй икән. Эргә-тирәлә хужаһы күренмәгән. Бабай ҡыуанып атты алып ҡайтҡан. Әбей тәүҙә аттың хужаһы барҙыр, кире алып бар, тип ҡаршы була. Ләкин бабай эшкә кәрәк бит тип әбейҙе күндерә. Шулай итеп аттың хужаһы табылмай, ә  әбей менән бабай атты яратып тәрбиәләй, атты уларға эштәрен эшләшә.

Бер ваҡыт әбей үлеп китә. Бабайға бөтә йорт хайуандары ла ярҙам итә. Ләкин ат, ҡартайғас, бабайға ярҙам итә алмай. Бер кистә бабай атты урамға сығарып ебәрә. Аттың арҡаһында ҡанаттар үҫеп сыға һәм ул осоп болоттар араһына инеп юғала...

Бабай күҙен аса. Баҡһаң, былар төш кенә булған икән. Ҡулында йүгән, янында ат тора. Бабай ул атты алмай, сөнки уларҙың ат алырлыҡ аҡсалары ла бар икән.

 

Гөлшат Рәхмәтуллина

Бесәй менән сысҡан нисек дуҫлашҡан?

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, Сысҡанбикә. Уның Сысҡанбай исемле бик шаян малайы булған, ти. Бер көндө Сысҡанбикә баҙарға барып килергә булған. Малайына өйҙә генә ултырырға ҡушҡан да үҙе баҙарға киткән. Ләкин малайға дуҫы ҡунаҡҡа килгән дә улар уйнарға сығып киткәндәр. Эй, уйнағандар, эй, уйнағандар, ти былар. Өйҙәренән бик алыҫ киткәндәр ҙә аҙашҡан да ҡуйғандар. Ҡайтыр юлдарын таба алмай илай-илай эҙләйҙәр, ләкин таба алмайҙар, ти. Быларҙың тауышын һунарҙа йөрөгән Бесәй ишетеп ҡалған. Бесәй сысҡан балаларын өйҙәренә тиклем оҙатып ҡуйған. Ҡайғырып, илап йөрөгән сыҡанбикә быға бик ныҡ ҡыуанған. Бесәй менән сысҡандар бер-береһен ҡунаҡҡа саҡырып, хәҙер ҙә дуҫтар булып, бер-береһенә ярҙам итеп йөрөйҙәр икән, ти.

 

Әҙилә Яҡшығолова

Һуған менән Кәбеҫтә

Бер түтәлдә йәшәгән, ти, Һуған малай менән Кәбеҫтә исемле ҡыҙ. Улар бала саҡтан дуҫ булған, көн дә бергә уйнағандар. Уларҙың хужабикәһе Хәҙисә әбей булған. Бер көндө Хәҙисә әбейгә ике ейәнсәре ҡунаҡҡа килгән. Уларға аш бешерәм тип Хәҙисә әбей түтәлдән йәшелсәләр алып ингән. Улар араһында Кәбеҫтә ҡыҙыҡай ҙа булған. Ә Һуған баҡсала ултырып ҡалған. Малай яңғыҙы ҡалғанға ҡайғырып ныҡ илаған, көнө-төнө йәш түккән. Шунан башлап һуғанға ҡараһаң күҙҙән йәш ҡойола икән.

 

 

 

Баймаҡ районы Беренсе Этҡол урта мәктәбе уҡыусылары (2 эш)

 Азаматов Айназ, 5-се класс

Етәксеһе Хисмәтуллина Гөлфиә Әнүәр ҡыҙы

Исемһеҙ ҡуян

     Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер ҡуян балаһы. Ул ҡурҡаҡ ҡына, ҡыйыуһыҙ ғына булған, ти. Уйнарға иптәштәре лә булмаған. Аҡланға сығып  саба-саба ла кире ҡайтып инә икән.

     Бер көндө ҡуян эргәләге аҡланға уйнарға сыҡҡан. Унда Энәлек менән Энәкәй уйнап йөрөйҙәр, ти. Шаяралар, көләләр, тәкмәс аталар, ти. Ҡуяндың күҙе ҡыҙып ҡарап торған.  Терпе балалары ҡуянды ла уйнарға саҡырғандар.

  • Беҙ Энәлек менән Энәкәй булабыҙ, - тип үҙҙәре менән таныштырғандар.
  • Ә һинең исемең нисек? - тигән Энәкәй.
  • Белмәйем... - тигән ҡуян ҡыйыуһыҙ ғына. Энәкәй тәгәрәп ятып көлә башлаған. “Үҙенең исемен дә белмәй, ха-ха-ха! Бәлки, һинең исемең Ҡурҡаҡбикәлер?” - тип үсектерә. Ҡуяндың бөтөнләй кәйефе төшкән, илар хәлгә етешкән, ти. Быны күреп Энәлек:
  • - Әйҙә, беҙ һиңә Ҡупшыҡай тип исем ҡушайыҡ!
  • Ҡуянға исем бик оҡшаған, ул шатланып риза булған. Шул көндән алып Энәлек, Энәкәй һәм Ҡупшыҡай айырылмаҫ дуҫтарға әйләнеп киткәндәр, ти. Гел бергә, татыу уйнайҙар, ти.

 

Баймаҡ районы 1-се Этҡол урта мәктәбе уҡыусыһы Алтынай Барлыбаева

Етәксеһе Барлыбаева Ә.И.

 Тылсымлы таяҡтар

Борон-борон заманда түгел хәҙерге көндә йәшәгән ти Белермән исемле малай. Күп уҡыған, тырыш булған, ти.Яңы йыл төнөнә  Ҡыш бабайҙан  тылсымлы таяҡтар һорап хат яҙған, ти.Иртән тороуына Ҡыш бабай тылсымлы таяҡтар һалып киткән икән.. Эй Белермән ҡыуанған, эй шатланған,  ти.Тылсымлы таяҡтың өс шарты бар икән: әгәр ҙә теләкте ихлас теләһәң, тормошҡа аша ла ҡуя, ти. Белермән күптән уйлап йөрөгән хыялдарын ысынбарлыҡта күргеһе килгән, ти.Уның беренсе хыялы  - ер-йөҙөндәге ауырыу балаларға ярҙам ҡулы һуҙыу, уларҙы аяҡҡа баҫтырыу, ти. Икенсеһе - ата-әсәңде ҡәҙерләү, хөрмәт итеү, ти. Өсөнсө хыялы - беҙҙе күптән ыҙалатҡан “кара вирус “ты юк итеү, ти. Белермән йән көсөнә таяғын һелтәп ебәреүе булған, яйлап хыялдары тормошҡа аша башлаған, ти. Етем балаларға уйламағанда аҡсалата  ярҙам күрһәтелә  башлаған, ти. Эй,  үҙе ҡыуана ти, һаман да хыялы тормошка ашыуын көтөп ултыра, ти.Үҙе бер туҡтауһыҙ,”кара вирус” та юҡҡа сыҡһын тип  теләп ултыра, ти.

Дуҫтар, хыялланығыҙ, хыялдар тиҙерәк тормошҡа ашһын! Тылсымлы таяҡ беҙҙе ҡыуандырып торһон!

 

Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбендә “Үҫеш нөктәһе” үҙәгенең “Йәш хәбәрсе” түңәрәгендә шөғөлләнеүселәрҙең әкиәттәре

Етәксеһе  - Гөлнәзирә Ҡашҡарова

Һыуһылыу

Дилә Сөләймәнова, 8-се  класс  уҡыусыһы

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Уларҙың бер генә улдары булған, ти. Уға һигеҙ йәш икән. Улар бик ярлы йәшәгәндәр. Ғаиләһен аҫрайым тип бабай көн-төн эшләгән, улы ла уға һәр саҡ ярҙам иткән. Тик уйламағанда бабай ҡаты ауырып киткән, ти. Бөтә эш малайға ҡалған. Ул байҙарға ялланып эшләп аҡса табырға тырышҡан.  Бер мәл иртә менән һыуға барһа, ҡоҙоҡта бер тамсы һыу булмаған, ҡоҙоҡ кипкән. Малай ни эшләргә белмәй, аптырап, урмандағы күлгә киткән. Әммә юлды яңылышып, аҙашҡан. Ныҡ ҡурҡҡан. Шулай ҡаңғырып йөрөй торғас, яҡында ғына берәүҙең илаған тауышын ишеткән. Шул яҡҡа йүгергән. Килеп етһә, ул эҙләгән күл янында балыҡсының ауына эләккән бер ҡыҙҙы күргән. Яҡшылап ҡараһа, ябай ҡыҙ түгел, аяҡтары урынында балыҡтың ҡойроғо икән. Малай тәүҙә ҡурҡышынан ҡолап китә яҙған. Шунан һыу һылыуына ярҙам итергә булған. Ауҙан ысҡынғас, һыуһылыу күлгә һикереп юҡ булған. Малай был хәлгә оҙаҡ ҡына аптырап торған да, ҡайтырға уйлаған. Шул мәлдә күлдән баяғы һыуһылыу кире килеп сығып, һыу өҫтөнә сығып торған ташҡа ултырған һәм малайҙы янына саҡырған. Шунан ул малайға серле һандыҡ биргән. “Был һандыҡты асһаң, теләгән нәмәң алдыңа килә”, - тигән ул. Малай бүләктән баш тартырға уйлаған да, ауырыу атаһы иҫенә төшкәс, алырға булған. Был һандыҡ эсендә уны йүнәлтерлек дарыу булыр, тип өмөтләнгән. Һыуһылыу малайға ҡайтыр юлды күрһәтеп, яңынан күлгә сумған. Тылсымлы күлдең һыуын алырға ла онотмаған малай, был мөғжизәгә һыу эҙләп килеп юлыҡҡан бит ул.

Өйөнә ҡайтып еткәс, атаһы күл һыуын эсеп йүнәлгән дә ҡуйған. Ә һандыҡты улар асмаған әлегә. Өйҙә бөтәһе лә һау булғас, йәшәр ризыҡты эшләп тә табып була, тип уйлағандар. Һаулыҡ та улар өсөн ҙур байлыҡ булған. Шул көндән өйгә бәхет килгән, малдары ишәйеп киткән.  Серле бәхет һандығы өйҙө йәмләп әле лә ултыра ти.

 

Кәзә бәрәстәре һәм бүре әкиәте яңыса вариантта

Айгүзәл Ғайсина, 7-се класс

Борон-борон заманда  урманға яҡын аҡланда йәшәгән ти бер кәзә. Уның ете бәрәсе булған. Бөтәһе лә аҡыллы һәм тыңлаусан, эшлекле булғандар. Тик иң бәләкәйҙәре – Шаянбай исемлеһе генә әсәһен тыңламаған.

Бер көнө әсәйҙәре эшкә киткәс, бәрәстәр баҡсала эшләгән, тик Шаянбай ғына мажара эҙләп, баҡса ҡоймаһының ярығынан сығып ҡасҡан. Уның юҡлығын белеп ҡалып, иң өлкән апаһы кеҫә телефонынан әсәйҙәренә шылтырата, әсәһе ҡурҡып өйгә юллана. Ә был мәлдә беҙҙең Шаянбай урманға килеп еткән ти. Ҡаршыһына кинәт бүре килеп сыҡҡан. Үҙенән ҡурҡып торған бәрәскә йылмайып: “Ҡурҡма минән бәләкәс, мин ҡурҡыныс түгел. Беләһеңме, миндә хәтәр телефон бар, әйҙә күрһәтәм”, - тип алдаштырып Шаянбайҙы ҡалын урманға алып инеп киткән. Шаянбай ҡараңғы урманға ингән һайын ҡурҡыуға төшкән, тик бүренән ҡасып китһә, аҙашырмын тип уйлаған. Өйөнә килеп еткәс, бүре кәзә бәрәсенә: “Һин йәнһүрәт ҡарай тор, мин хәҙер телефонымды алып киләм”, -  тип йәнһүрәткә әүрәтеп ултыртып ҡуйған. Үҙе ситтә быны нисек ашарға, тип мәкерле уйҙарын ҡороп тора ти.

Ә был ваҡытта кәзә яҡын-тирәлә бәрәсен таба алмағас, урман хужаһы айыуға барып, аһ-зарын һөйләгән. Айыу бөтә урман йәнлектәренә, ҡоштарға Шаянбайҙы эҙләргә әмер биргән. Бер нисек тә таба алмағас, бөтәһе бер урынға йыйылған. Шул ваҡыт кемеһелер бүренең юҡлығын күреп ҡалған. “Ҡайҙа бүре?” – тип аптырағандар. Шылтыратып ҡараһалар бер кемгә лә яуап бирмәй ти. Ниҙер һиҙенеп, күмәкләп уның өйөнә барырға булғандар. Килеп еткәс кәзә йәшенгән, ҡалғандар ишек шаҡыған. Бүре ишекте асып ҡурҡып киткән, шулай ҙа һиҙҙермәгән. Айыу уға: “Әйҙә беҙгә Шаянбайҙы эҙләргә ярҙам ит”, - тигән. Бүре бер аҙ икеләнеп торғандан һуң, эҙләшергә риза булған. Улар киткән, ә кәзә шым ғына бүренең өйөнә ингән. Ә унда тыңлауһыҙ кәзә бәрәсе бер ни һиҙмәй йәнһүрәт ҡарап ултыра ти. Әсәһен күргәс бик ҡыуанған. Кәзә бәләкәсен ҡосаҡлап алған, шунан өйҙәренә ҡайтып киткәндәр. Бүренең яуыз уйын айыу белгән, әлбиттә. Бөтә йәнлектәр алдында бүре дөрөҫөн һөйләп биргән, ғәфү итеүҙәрен һораған. Бүре кәзәгә лә килгән. “Ҡабат бындай яуыз эштәр эшләмәҫмен ”, - тип һүҙ биргән.

Шул көндән Шаянбайға ла аҙыраҡ аҡыл ултырған, урман үҙенә саҡырып торһа ла ҡасмаған, апай-ағайҙарына ярҙамлашып йөрөй, ти.

 

 

 

 

 

 

Әҙилә Мырҙағәлина

Баймаҡ 4-се лицейының

7-се класс уҡыусыһы

Етәксеһе – Ләйлә Мырҙағәлина

 

Ҡоштар төҫ һайлай
            Борон- борон заманда, ерҙә әле кешеләр йәшәмәгән саҡта, һыуҙар яңы ярҙар яһап аға башлаған мәлдә, тауҙар ныҡлап үҫә барған сағында, ағастар ҙа хәҙерге кеүек күкрәп үҫмәгән мәлдә тик ҡоштар ғына йәшәгән, ти. Улар йыйылышып үҙҙәренә башлыҡ һайларға булғандар. Йыйылғандар бер урынға кәңәшкә.

Башлап ҡарға һүҙ алған:

            - Болотта ла, аяҙҙа ла, ямғырҙа ла беҙ күберәк осабыҙ, ерҙе күҙәтәбеҙ, шуға мин үҙемде ҡоштар батшаһы итеп һайлауығыҙҙы һорайым.

Һайыҫҡан да һүҙ алған:

- Мин һәр нәмәне тиҙ күрәм, шуға мине тәҡдим итегеҙ, - тигән.
Башҡа ҡоштар өндәшмәгән, шул саҡ бер яҡ ситтәрәк ағас башында ултырған урман турғайы, үҙе кеүек үк бәләкәс тә, көсһөҙ ҙә тауышы менән әйткән:
            - Ҡоштарға батша итеп бөркөттө һайлайыҡ. Ул ҙур ҙа, бейек тә оса. Ҡурҡмай ҙа, батыр ҙа, ҡыйыу ҙа, - тигән.

 Күгәрсен гөрөлдәп, һандуғас һайрап, сыйырсыҡ та йырлап тәҡдимде хуплағандар, тик ҡоҙғон ғына:

            - Ҙурлыҡҡа мин дә ҙурмын да ул, - тип, әллә ни риза булмайыраҡ торған.
Бөркөт һүҙ алған:

            - Мине һайлаһағыҙ, мин ошо минуттан беренсе фарманымды бирәм. Бөтә ҡоштар ҙа бер төрлө төҫтә булмаһын. Төрлөгөҙ төрлө тауышлы булғас, төрлө төҫлө лә булығыҙ. Иртәгәнән үҙегеҙгә төрлө төҫлө кейемдәр тегеп кейегеҙ, - тигән ти.

            - Мин аҡ, ҡара, йәшелдән тегәм, - тигән һайыҫҡан.

            - Мин аҡһыл һороны яратам, шундай күлдәк тегәм, - тигән турғай.
            Һәр береһе күлдәк төҫөн бер-береһенә әйтеп таралышҡандар. Бөркөт кенә бер аҙ уңа биреп, һоро төҫкәрәк инә башлаған ҡарағусҡыл күлдәген алмаштырмаҫҡа уйлаған. Өс көндән барлыҡ ҡоштар йыйынға тағы йыйылғандар. Һәр береһе үҙенең кейеме менән башҡалар алдында сығып, кем нимәгә һәләтле - шуны күрһәткән.

            Башлап аҡ күгәрсен менән күк күгәрсен сығып парлап йырлағандар. Был кейем Бөркөткә оҡшаған. Бер төҫлөрәк кейемдәре менән кәйелеп торған ҡанатостары ҡуйған ҡарлуғас, ҡойроҡ осон оҙонайтыбыраҡ теккән сыйырсыҡ, ҡыҫҡараҡ итеп еңелсәрәк итеп теккән ябай күлдәкле турғай сығып береһе өҫтәрәк кәйелеп, икеһе ерҙә тыпырсынып бейегәндәр. Шулай һәр ҡош үҙ күлдәген күрһәткән. Һайыҫҡан да ҡалышмаған, сығып кәйелеп өйөрөлә-өйөрөлә ер хәбәрҙәрен һөйләп биргән. Бөркөткә һандуғас менән ҡарабаш турғайҙың кейемдәре оҡшаған. Һандуғастың йырлауын һораған. Һайыҫҡанды ла маҡтап алған, ти.

            Ҡарға, ҡоҙғон, сәүкә, ала ҡарға иң аҙаҡҡа ҡалған, ти. Улар бөтәһе лә ҡарараҡ һоро, буҙ төҫлө кейемдәр теккәндәр. Бөркөт уларҙың һәр береһенең кейемдәрен ҡарағас, был ҡоштарға үҙе кәңәш иткән:

            - Һеҙ бергәләп аулаҡ ерҙә һайрап ҡарағыҙ, бында һайрап тормағыҙ. Кейемегеҙ төҫһөҙ булған кеүек тауыштарығыҙ ҙа килешһеҙҙер, - тигән.
Шунан улар урман эсенә инеп төрлөсә ҡысҡырып, һайрап, һөйләп ҡарағандар ҙа шундай фекергә килгәндәр:

            - Беҙ гел генә көн торошона ҡарап осабыҙ. Шуны ергә белдерер өсөн ошо оҡшамағаныраҡ тауыштарыбыҙҙа ҡалайыҡ. Минең тауышым ҡарлығып китте, - тигән башлап ҡарға, дауам иткән, бына ҡарр(ағыҙ), тип әйтергә уйлаған, тик килеп сыҡмаған.

            Сәүкә лә тауышы бөтөп, сәрелдәп кенә "сарр", - тигән. Ҡоҙғон ҡалын тауышы менән ҡарға кеүегерәк ҡысҡырған, тик уларҙан өҫтәрәк осорға яратҡан төйлөгән генә уларға ҡушылмаған. Бына шул замандан алып ҡоштар батшаһы Бөркөт ҡаяла урынлашып, юғарыла осоп, ҡоштарын күҙәткән. Уларға йәшәр урындарын күрһәткән. Ҡоштарының һайлаған кейемдәре батшаларына ла бик оҡшаған. Яйлап ерҙә кешеләр күренә башлаған. Улар ҙа үҙҙәренә ҡулай ер табып йәшәй башлауға бына шул ҡоштарҙың күбеһе уларға яҡыныраҡ ерҙәргә йәшәргә ынтылғандар. Кешеләр уларҙы төҫтәренә, ҙурлыҡтарына, тауыштарына ҡарап таныр булған. Бөркөт тә үҙенең дөрөҫ эш эшләүенә ҡыуанып һаман да батша булып йәшәй биргән. Кешеләр ҙә уны ҡоштар батшаһы, тип таныр булғандар.

Баймөхәмәтова Илгҽнә, Ишмөхәмәт мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы

Етәксеһе – Асия Ульябаева, Ишмөхәмәт ауылы китапханасыһы

Шифалы үлән

Борон-борон заманда йәшәгәндәр ти әбей менән бабай. Уларҙың булған тей берҙән-бер улдары Йәнтимер. Улар матур итеп донъя көтөп ятҡандар. Мал аҫрағандар,баҡса үҫтергәндәр, көндәр, йылдар менән үтеп торған. Ҡапыл ,уйламағанда аталары ауырып киткән.Улай ҙа дауалағандар,былай ҙа дауалағандар, ләкин аталары йүнәлмәгән. Ете диңгеҙ аръяғында шифалы үлән барлығын ишетеп ҡалғандар. Берҙән бер көндө Йәнтимер шул ете диңгеҙ аръяғына йыйынған. Ҙур тоҡсайына кәрәкле әйберҙәрен һалып алып, әсәһенең ризалығын алып, юлға сыҡҡан. 2көн, 2 төн үтһә лә һаман барып етмәгән. Бер көндө юлына бүре тап булған, егет абайламаҫтан уҡ –һаҙағын алған.

-Үлтермә инде мине, минең балаларым бар, мине атһаң улар ас ҡалыр, уларҙы кем ашатыр, йылытыр.?

-Ярай, ә һин беләһеңме ,ҡайҙа шифалы үҫемлек үҫкәнен?

-Беләм,бына ошо яҡҡа барһаң,юл ҡыҫҡараҡ та булыр.

Егет бара торғас,диңгеҙ ярына килеп сыҡҡан. Ул балыҡ тотоп, тамаҡ ялғамаҡсы булған. Ҡулына бер балыҡ килеп тә эләккән дә телгә килгән дә, кире ебәреүен һораған. Ниндәй үтесең бар, шуны үтәрмен тигән. Йәнтимер үҙенең ҡайғыһын һөйләп биргән. Балыҡ тыңлап бөткәс, уға ярҙам итергә булған. Ул үҙенең дельфин ағаларын саҡырып, егетте теге яр ситенә алып сығыуҙарын һораған. Егет балыҡҡа рәхмәт әйтеп, ике көндән ошо ерҙә осрашырға һүҙ ҡуйышҡандар. Егет шифалы үләнде эҙләп бара торғас, бер яланға барып сыҡҡан. Унда бик  сәскәләр, үләндәр күп икән.  Ул аптырап ҡалған. Ҡайҙа икән шифалы үҫемлек тип уйлап торған да, ҡаршыһына һылыу бер ҡыҙ килеп сыға.

-Нидәй елдәр алып килде һине, егет?

Егет үҙенең хәлен һөйләп биргән. Ҡыҙ шифалы үләнде тиҙ генә табып бирә. Егет ҡыҙҙың был алыҫ араларға нисек килеп сығыуын һорай.

-Мин ата-әсәйем менән кәмәлә сәйәхәттә йөрөгәндә, көслө дауыл сығып, кәмә һыу төбөнә китә, ә мине тулҡын яр ситенә алып килеп ташлай. Бына шул ваҡыттан бирле мин яңғыҙ тип, илап ебәрә. Егет ҡыҙҙы тыуған яғына ҡуша алып ҡайтырға була. Ул изгелек иткәс, мин дә ярҙам итергә тейешмен тип уйлай. Ҡайтҡан юлдары бик ҡыҫҡа була. Ярҙам иткән дуҫтары юлда оҙатып ҡалалар. Атаһына шифалы үләнде эсергәс, йүнәлеп китә. Шул көндән бирле , улар бик матур,  бәхетле йәшәп яталар ти.

 

Әлиәнең сәскәләре

Борон-борон заманда йәшәгән тей әбей менән бабай Уларҙың өс балаһы булған. Өлкәненең исеме Салауат,уртансыһы Фәрит,кесе ҡыҙҙары Әлиә. Бер ваҡыт Әлиә ҡурсағын алып,урманға сәскә йыйырға китте.Сәскәләр күҙҙең яуын алырҙай,Әлиә йүгерә-йүгерә сәскәләр йыйҙы ла ҡайтырға тип  боролғайны,килгән юлын тапманы.  Ул ҡурҡышынан берсә- уңға, берсә һулға йүгерҙе. Ҡурҡышынан ҡысҡырып бер ағас төбөнә ултырып , илап ебәрҙе. Имән ағасы Әлиәнең илауын ишетеп,ботаҡтары менә әкрен генә һыйпап: “Ниңә илайһың ,ҡыҙыҡай?”,-тип һораны. Әлиә терт итеп ҡалды.Кем уның эргәһендә әйткәне абайлап ҡалды ла,тағы ла ҡысҡырып илай башланы.

-Мин Әлиә,бына сәскә йыйырға тип килгәйнем

-Ә нишләп илайһың?

- Өйгә ҡайтҡым килә,ҡайтырға юл тапмайым

-Илама,бәләкәс. Мин һиңә ярҙам итермен. Бына минең ботаҡтарым һиңә юл күрһәтер , шул яҡҡа барһаң ,бәләкә й генә өй ултыра,унда бер оло ғына инәй  йәшәй,ул һиңә ярҙам итер.

Әлиә ырғып торҙо ла йүгерҙе. Барып еткәс бик матур  ,оҙон сәсле ,һылыу ғына инәйгә тап булды.

-Һаумыһығыҙ,мин Әлиә,һеҙҙән ярҙам һорап килдем, бына ҡурсағым менән сәскә йыйырға тип килгәйнем, аҙаштым,ҡайтырға юл тапмайым, тип илап ебәрҙе.

-Мин Сәлимә инәйең булам,әйҙә,сәй эсеп ал,мин һине оҙатырмын өйөңә.

Әлиәне ашатып йоҡлатырға һалды, көн инде төнгә ауышҡан ине.

 Ә инде Әлиәне ата- әсәһе, ағалары эҙләп , хәлдән тайҙы.Әсәһенең илауын күреп өлкән ағаһы уны йыуатты, иртә менән юлға сығыуын әйтте. Был ваҡытта Әлиә иҙрәп йоҡлай ине әле.

  Салауат йоҡоһонан уянды ла һеңлеһен эҙләргә юлланды. Урманда һуҡмаҡтар бик күп ине. Әлиәне  берсә бер һуҡмаҡ яғына,берсә икесне һуҡмаҡ яғына сығып эҙләне. Тамам хәлдән тайып, ҙур имән төбөнә килеп ултырҙы. Йылғанан  һыу алып эсте лә,ҡалғанын ағас төбөнә ҡойҙо.

Ағас телгә килеп: “Эй аҡыллы малай,һин кем?” - тип һораны.

  • Мин,Салауат булам, кисә һеңлем урманға ҡурсағы менән сәскә йыйырға киткән ине,аҙашҡандыр,ҡайтманы
  • Күрҙем, һин кем булаң уға?
  • Мин уның ағаһы,әсәйем биҡ ҡайғыра, эт-ҡошҡа тап булып ҡуймаһын тип.
  • Минең ботаҡтарым юл күрһәтер, шул юлдан барһаң, бер өйгә тап булырһың

Салауат ағасҡа рәхмәт әйтеп,юлын дауам итте. Ҡаршыһына бәләкәй генәй өй тап булды. Ә өй алдында һеңлеһе ҡурсағын уйнап ултыра ине. Әлиә ағаһын күреп йүгереп килеп ҡосаҡлап алды. Улар Сәлимә инәйгә рәхмәттәр әйтеп,өйҙәренә ҡайтып киттеләр.  Әсәләре ҡыуанышып, яңғыҙ ҡырҙа уйнарға ярамағанлығын әйтеп,Әлиәнең сәскәләренә һоҡландылар.

 

 

Х.Әхмәтов исемендәге Сыңғыҙ урта мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы Ғәликәева Әминәнең әкиәте

Аҙашҡан бесәй

Борон-борон заманда түгел, ә хәҙерге ваҡытта йәшәгән ти бер бесәй. Уның исеме Мыяубикә булған. Уны хужалары бик яратҡандар. Бесәйҙе һөт, икмәк менән һыйлағандар. Ул тиҙ генә ҙурайып та  киткән.Бына бер ваҡыт хужалар урманға утын ҡырҡырға барырға булғандар.Бесәйҙә арбаға һикереп менеп ултырған.Урман алыҫ  ҡына икән.Хужалар ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләгән,ә Мыяубикә урман буйлап йүгергән, һикергән, күбәләктәр менән баҫтырышып уйнаған. Шулай йөрөй торғас алыҫ китеп аҙашҡан. Хужалар ҡайтырға йөрөгәндә бесәйҙе эҙләгәндәр, ләкин тапмағандар. Юғалды инде тип ҡайғырышҡандар. Урманда бөтә йәнлектәр ҡышҡылыҡҡа әҙерләнәләр. Терпе бәшмәкте энәһенә сәнсеп алғанда өйөнә китеп барған. Нимә ҡышҡылыҡҡа әҙерләнмәйһең тип бесәйгә әйткәс кенә бесәйҙең иҫенә килеп төшкән дә илап ебәргән.

 - Нимәгә илайһың?- тип һораған терпе.

- Мин аҙаштым-тигән бесәй. Көндәр һыуыны мин юлды таба алмайым. Ул илағас эргәһенә ҡоштар йыйылған да кәңәш ҡорғандар. Бесәйҙе нисек өйөнә ҡайтарырға? Һайыҫҡан үҙе оҙатырға булған. Һайыҫҡан алдан барған, ә бесәй уға эйәргән. Шулай итеп өйөнә алып барған. Бесәй һайыҫҡанға рәхмәт әйткән. Хужаһы иртәнсәк сыҡһа, бесәйе ултыра икән. Ҡыуанысынан бесәйен күтәреп, яратып өйөнә алып ингән. Шунан бирле бесәйҙәр йорттан алыҫ китмәйҙәр икән.

 

 

 

Ҡаратал мәктәбе уҡыусылары әкиәттәре

Етәксеһе – Миңзәлә Нурлығаянова

Айнур Нурлығаянов, Ҡаратал төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы

 

Бесәй ғәҙәте

Борон-борон заманда хайуандар үҙ-ара татыу йәшәгәндәр, ти. Эт хайуандар батшаһы Арыҫландың ныҡ ауырып киткәнен ишеткән. Бөтә хайуандар ҙа дарыу эҙләй башлаған. Эт ҡурай еләгенән ҡайнатма әҙерләп алып барырға булған.

 Юлда уға бесәй осраған. Эттең ҡулында ҡайнатманы күргән, ашағыһы килеп киткән дә:

  • Әйҙә, мин бара торайым, ә һин башҡа хайуандарҙы тиҙләт, - тигән, ти.

Эт ышанып, ҡайнатманы Бесәйгә тоттороп, урманға инеп киткән. Ә бесәй ҡайнатманы ялап та ҡуйған, ти. Эт урманда барлыҡ хайуандар менән осрашып, арыҫланды тиҙерәк һауыҡтырасаҡ тип әйтеп, арып-талып,  арыҫлан янына килеп еткән. Әммә һаман да ауырып ятҡан арыҫланды күргән, сөнки Бесәй ҡайнатманы алып килеп еткермәгән булған.

 Эт йән-фарман урман буйлап Бесәйҙе эҙләй башлаған. Бесәй ҡайнатманы ашап, буш банканы ағас төбөнә ташлап ҡуйған.

  • Һиңә нисек оят түгел?- тигән эт.

Эт яңынан ҡурай еләге йыйып, ҡайнатма эшләп, Арыҫланға алып барған. Арыҫлан ҡайнатмалы сәй эскән, әкренләп йүнәлә башлаған, ти.

 Шул ваҡыттан алып, Бесәй менән Эт араһында дуҫлыҡ юҡ. Эт бесәйҙе осратҡан һайын ошо ваҡиғаны иҫенә төшөрөп,  баҫтыра башлай икән. Ә Бесәйҙең урлап ашау ғәҙәте һаман да бар, ти.

 

Аҡйондоҙ Күсәрбаева, Ҡаратал төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы

Аҡҡолаҡ

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер йортта бесәй, эт һәм ҡыҫҡа ҡолаҡлы, оҙон ҡойроҡло ҡуян. Улар бик татыу һәм дуҫ йәшәгәндәр. Баҡсала тәмлекәстәр үҫтергәндәр: кишер, кәбеҫтә, ҡыяр, һуған. Унда күберәк ҡуян эшләгән, сөнки йәшелсәне нығыраҡ яратҡан. Ә бесәй йылға балығын үҙ иткән. Ә Муйнаҡ бесәйҙән ҡалған һөйәк менән туҡланған, ти.

 Берҙән-бер көндө, баҡсала эш бөткәс, Мыраубикә өсөн балыҡ тоторға тип өс дуҫ йылғаға киткәндәр. Быеы яуыз бүре күреп ҡалған. Уның Аҡҡолаҡты ашағыһы килгән. Шуға ла арттарынан оҙаҡ күҙәтеп йөрөгән. Йәһәт кенә тамаҡлай алмағанын һиҙгән, сөнки дуҫтары  ҡуянға  тиҙ генә ярҙамға киләсәк икәнен белгән. Эй уйланған бүре. эй уйланған, тик башына бер ниндәй ҙә яҡшы фекер килмәгән. Шул ваҡытта бүре әхирәтен иҫкә төшөргән. Был ҡарурманда Төлкөбикәнән дә оҫта хәйлә ҡороусы булмаған. Шулай итеп, бүре менән төлкө балыҡ тотоусыларҙы ауыл менән ҡарурманды тоташтырыусы күперҙә һағаларға һәм шунда уҡ ҡулға төшөрөргә һүҙ ҡуйышҡандар.

Бына Мыраубикә, Муйнаҡ, Аҡҡолаҡ балыҡтарын биҙрәгә һалып көлөшә-көлөшә ҡайтырға сыҡҡандар, ти. Инде ҡайтып еттек тигәндә генә күперҙә яуыз бүре, хәйләкәр төлкө юлдарын бүлгән. Төлкөбикә күп уйлап тормаған:

-Балыҡсыларға сәләм, күстәнәсегеҙ мул ғына күренә, бүлешмәҫһегеҙме? Был балыҡтар бит беҙҙең күлдән. Был тәмлекәстәр өсөн һеҙ беҙгә ҡуянды урманда ҡалдыраһығыҙ, йә булмаһа, балыҡтарҙы беҙгә кире ҡайтараһығыҙ, - тигән.  Әлбиттә, был һүҙҙәр йорт хайуандарына оҡшамаған. Эт түҙмәйенсә:

-Һеҙҙең күл түгел, был тәбиғәттеке, балыҡты беҙ үҙ көсөбөҙ менән тоттоҡ. Аҡҡолаҡты ла һеҙгә тамаҡларға бирергә йыйынмайбыҙ, - тигән дә ҡуянды ауыл яғына тарта башлаған. Шунан киткән ыҙғыш... Быны ҡарап торған бесәй, балыҡтарын тартып алып ҡуймаһындар тип, биҙрәне эләктергән дә өй яғына ҡасҡан.

Бүре ҡуянды ҡолағынан, эт ҡойроғонан тотоп тартҡыслай башлағандар. Бындай тартышыу оҙаҡҡа һуҙылған. Арыған эт менән бүренән Аҡҡолаҡ саҡ ысҡынған, хатта оҙан ҡойроғо өҙөлөп киткән. Тик башы әйләнгән ҡуян ауыл яғына түгел, ә урман яғына ҡасҡан икән.

Шунан бирле Ҡуяндың ҡойроғо ҡыҫҡа, ә ҡолағы оҙон булып ҡалған, ти.   Ошо ваҡиғанан һуң эт ярҙамға килмәгәне өсөн бесәйгә ныҡ асыуланған. Бөгөн дә бер-береһен күрһә, асыуҙары ҡабара икән. Ә Аҡҡолаҡты бүре ашай алмаған.  Ләкин ҡуян ауыл яғына ҡайтыр юлға әйләнеп тә ҡарамай,ти. Сөнки унда һаман төлкө менән бүре ултыра, тип уйлай икән.

 

Тимур Мырҙабулатов, Ҡаратал төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 5-се класс уҡыусыһы

Ике бесәй

Борон-борон заманда  бик зауыҡлы, иркен ике ҡатлы йортта йәшәгән, ти, ике бесәй. Береһенең исеме - Уңғанбикә, икенсеһенеке Ялҡаубикә булған. Исемдәре есемдәренә тап килеп торған, ти. Уңғанбикә таң менән тороп шишмәнән һыу алған, сәй ҡайнатҡан, ашарға бешергән, өйҙө йыйыштырған, иҙәндәрҙе йыуған. Ялҡаубикә әҙер тамаҡты ашап ҡына мейес башында йоҡларға яратҡан.

Бер ваҡыт ике бесәй йәшәгән ауылға күрше ауылдан сысҡандарға һунар итергә өс һунарсы бесәй килгән. Улар көнө буйы һунар итеп арығандар һәм әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә тартып торған  өйгә инеп,  ҡунып ҡайтырға рөхсәт һорағандар. Олпат ҡына, ҡара төҫлө Ҡарабай бесәй Уңғанбикәне күреү менән ғашиҡ була. Төнө буйы йоҡлай алмай һәм таң менән Уңғанбикәгә кәләш булырға тәҡдим яһай.Уңғанбикә риза була һәм Ҡарабайҙың  ауылына күсеп китә.

Ялҡаубикә яңғыҙы ҡалғас бик ныҡ ҡайғырған, ти. Тамаҡ бешереп ашау түгел, хатта сысҡан да тота  белмәгән. Бер көн ас ултырған, ике көн, өсөнсө көнөндә сысҡан ауларға сыҡҡан. Яйлап өй эсендәге эштәрҙе лә эшләй башлаған.Уңғанбикә менән Ҡарабай Ялҡаубикәгә ҡунаҡҡа килеп йөрөгәндәр. Бер–береһенә ҡунаҡҡа йөрөшөп һаман да матур итеп йәшәп яталар , ти.

 

Динә Нурлығаянова, Ҡаратал төп дйөм белем биреү мәктәбенең 3-сө класс уҡыусыһы

 

Еләкәс-матур

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, бер бабай менән әбей. Уларҙың булған, ти, өс балаһы: ике малай һәм Еләкәс исемле ҡыҙҙары. Ҡыҙыҡай бик матур булып буй еткергән, бөтә кешеләр уның матурлығына һоҡланғандар, уның исеме донъяға таралған. Йәше тулғас,  Еләкәсте сте һоратып  бик алыҫтан яусылар килгән.  Атаһы ҡыҙын кейәүгә биреп ебәргән.

 Еләкәс  матур итеп донъя көткән. Бер-бер артлы ике балаһы донъяға килгән.Ҡыҙыҡай ата-әсәһен ныҡ һағынған,  тыуған яғына илткән юлға ҡарап илар булған.Йыл артынан йыл үткән, балалар ҙурайған, ә Еләкәстең  һағыныу тойғоһо көсәйгән генә. Кейәүе кәләшенең һәр саҡ моңһоу йөрөгәнен күреп, уны тыуған яғына алып барып ҡайтырға риза булған. Ат егеп, юлда ашарға тип өс икмәк бешереп алғандар һәм улдары менән хушлашып алыҫ сәфәргә юлланғандар. Юлда уларға  ас бүреләр осраған.Үҙҙәренә тип  бешереп алған икмәктәрен берәмләп бүреләргә биреп барғандар.Ләкин бүреләрҙең уға тамағы туймаған, арбаға яҡынлашҡандар.Ире арбанан һикереп төшөп бүреләр менән алышып ҡалған, ә Еләкәс юлды дауам иткән. Иртәгеһенә  бүреләр тағы ҡыуып еткән.  Еләкәс атын ҡалдырып  йәйәү йүгергән. Төн уртаһында ата-әсәһе йәшәгән ауылға килеп еткән.

-Атай, әсәй, асығыҙ, мин ҡайттым!-тип тәҙрә туҡылдатҡан.

-Беҙҙең ҡыҙыбыҙ төндә йөрөмәй!”- тип атаһы ишекте астырмаған.

Еләкәс һарыҡ һарайына инеп йоҡлай. Иртәнсәк ағалары мал асырға сыҡһа, бөтә һарыҡтарҙы ла бүреләр ашаған.Аҙбарҙа бары тик бер бөртөк оҙооон сәс ятып ҡалған. Ағалары ҡылды тотоп өйгә индергәндәр. Атаһы: “Был ҡыл беҙҙең скрипкаға ҡулай икән”,-тип скрипкаға ҡуйып уйнап ебәргән. Скрипка шундай моңло көй уйнап ебәргән:

Тартма, тартма, атаҡай,

Сәскәйем бик ауырта.

Төндә тороп асырға

Йыбандың бит, атаҡай

Скрипканы әсәһе лә, ағалары ла уйнап ҡараған. Бер үк һағышлы моң ағылған.Аталары көйөп китеп, скрипканы ишек төбөнә ташлаған икән, Еләкәс ҡыҙға әйләнгән, ти.

 

 

 

 

Баймаҡ районы, Йәнйегет төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы Көмөшҡолова Йәмилә, 10-сы класс

                                                                                         

                                                  Етәксеһе: Рафиҡова Фәнүзә Рәхимйән ҡыҙы

 

Ҡарабай батшаның аҡылға ултырғаны

 

      Борон- борон заманда, ҡара дингеҙ буйында, ҡара урман һыртында, ҡара тау артында йәшәгән ти бер яуыз батша. Ул булған ти атаҡлы, ҡара күңелле, ҡара уйлы Ҡарабай. Донъяның ул гел ҡара яҡтарын ғына кургән. Тәбиғәттең  матурлығын, йәшеллеген күрһә, көнләшеүенән сыҙай алмай уны ҡара төҫкә әйләндерергә тырышҡан.

     Бер көндә Ҡарабай батша ҡара урман эсендә сылтырап ағып ятҡан шишмәне кургән һәм бик йәне көйгән, асыуланған. Батша ҡушыуы буйынса, ярандары йылғаны болғансыҡҡа әйләндереп, бысратып та ҡуйғандар. Батшаға бик күңелле булып, кәйефе күтәрелеп киткән һәм ҡайтырға булған. Шул ваҡыт күк йөҙөн ҡара болоттар ялмап алды. Ҡарабайҙың күңеле  тағы ла күтәрелеп китте, ләкин ап-аҡ ямғыр тамсыларын күреп йәне әсене. Ярандарына бер күҙ ташлауы булды, ер йөҙөндә ҡап-ҡара дауыл ҡубып, ямғыр тамсылары ла юҡ булды. Эй, шатланды Ҡарабай, эй шатланды! Кәйефе күтәрелеп, ҡара урмандан сығыу менән, ерҙәге йәшеллек унын күҙҙәрен ялмап алды. Асыуын ярандарына әйтеп тә өлгөрмәне, унын күҙҙәре күрмәҫ булды. Хәленән тыйып, арыуын тойғас, күҙҙәре бер ни күрмәй башлағас, ярандары уны йәһәт кенә өйөнә алып ҡайттылар. Уға һаман да  нимәлер етешмәне. Күңеле ҡара эшкә тартылды. Ләкин бер нисә көн үткәс,  ул ҡаты ауырый бошланы . Ҡолаҡтары ишетмәй, күҙе күрмәй, күңеле ҡайнай башлағас, ул уҙенең ҡара донъяһындағы табиптарҙы саҡыртып ала. Ләкин улар дарыуы менән дә, һүҙе менән дә батшаға ярҙам итә алманылар.

  Батша көндән-көн хәлһеҙләнә башланы, көсө бөттө. Шул саҡ ярандары тәбиғәттең бик матур урынында күрәҙәсе йәшәүен ишеткәс, Ҡарабайҙы шунда алып киттеләр.

Күрәҙәсе уны ентәкләп ҡарағас:

-Һин ҡара ауырыуы менән интегәһең, куңелең  шомло, тәбиғәттең матурлығын тоя белмәйһең. Ул бик ҡурҡыныс сир. Был ауырыуҙан төҙәлер өсөн, һиңә донъяла күрһәткән насарлыҡтарыңдан ғәфү үтенергә кәрәк,- тигән.

 Ни тиклем ауыр булһа ла, батша иң тәүгеләрҙән булып йылға буйына килде. Сылтырап ағып ятҡан саф шишмәнән ғәфү  үтенеп , һыуын алып битенә һирпеп ебәргәйне, күҙҙәре асылып, бар матурлыҡҡа хайран ҡалды. Ялан тулы матур- матур сәскәләрҙе күрҙе, леп-леп осҡан күбәләктәрҙән күҙҙәре ҡамашты .

  Күктәге болотҡа ҡарап ғәфү үтенгәйне, ҡолаҡтары асылып, ергә төшкән тамсыларҙы ишетте, ҡоштар йырлауын тыңланы,сылтырап аҡҡан йылғаға ҡарап йырын тыңлап туя алманы. Уның күңеленә бик рәхәт булып китте. Һәм шул көндө үк күрәҙәсегә рәхмәтен белдерергә  килде:

  Күрәҙәсе батшаға:

-Һин- тәбиғәт балаһы, матурлыҡты күрә лә, һаҡлай ҙа, киләсәк быуындарға еткерә лә  белергә тейешһең. Уның өсөн һиңә Ҡарабай исемеңде икенсегә алмаштырырға кәрәк. Бөгөндән һин Аҡһаҡал булырһың һәм бөтә кешене аҡлыҡҡа, сафлыҡҡа өндәрһең, изгелек, яҡшылыҡ ҡылырға өйрәтерһең. Тәбиғәтте һаҡлау һәм яҡлау,киләсәк быуындарға еткереү - һинең һәм кешелектең бурысы...

 

Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Таһир улы Миңлеғолов исемендәге Күсей мәктәбе уҡыусыларының ижады

Етәксеһе: Вәсилә Зәйнуллина

Зилиә Сафина, 3-сө класс уҡыусыһы

 

Ҡуянҡай

Йәшәгән, ти, урманда Ҡуянҡай исемле бәләкәй генә ҡуян балаһы. Бик ялҡау булған, ти үҙе: әсәһенә ярҙам итмәгән, иртәнсәктән кискә тиклем уйнаған.  Әсәһе нисек аҡылға ултыртырға белмәгән, ти. Берҙән бер көндө Ҡуянҡай дуҫтары менән уйнарға сығып киткән. Кискә табан  ҡойоп ямғыр яуа башлаған, күк күкрәгән. Ҡуянҡай ямғырға эләкмәҫ өсөн ҡуйы урман араһына инеп йәшенгән. Бик ныҡ ҡурҡҡан ул йәшендән. Балаһы ҡайтмағас,  әсәһе эҙләп сыҡҡан.  Кескәйен табып алып ҡайтып йылы сәй эсергән. Шул көндән башлап, Ҡуянҡай кискә тиклем уйнамаған, әсәһен тыңлаған, ти.

 

 

Асия Игебаева, 3-сө класс уҡыусыһы

Аҡыллы терпе

Борон-борон заманда, йәшәгән, ти, Зарина тигән ҡыҙыҡай. Ул бер көндө еләк йыйырға урманға килгән, ти. Ҡыҙ ҡоштарҙың моңло йырҙарын тыңлай-тыңлай еләк йыйып  урман эсенә инеп киткәнен дә һиҙмәгән. Заринаның тырызы еләк менән тулғас, ҡайтырға уйлаған. Тик ҡайһы яҡҡа барырға белмәгән. Хәҙер уға урман эсе лә ҡараңғы, шомло булып күренгән.

Шул саҡ аяҡ аҫтында ҡыштырлаған тауыш ишетелгән. Яҡшылабыраҡ ҡараһа, терпе китеп бара.

-Терпекәй, матурҡай, миңә юл күрһәт әле! Ҡайһы яҡҡа ҡайтырға? - тип  һораған ҡыҙыҡай.

Терпе йомарланып, һуҡмаҡтан тәгәрәп киткән. Зарина уның артынан ыңғайлаған.  Шулай итеп, аҙашҡан Заринаны терпе өйөнә тиклем оҙатып ҡуйған.

 

 

Зөлхизә Абдуллина, 3-сө класс уҡыусыһы

Уйынсыҡ  йәнлектәр

Борон-борон заманда аҡланда үҫкән, ти, бик ҡупшы бер шыршы. Яңы йыл алдынан йәнлектәр йыйылышып уның янына килгәндәр. Тик шыршыны биҙәргә уйынсыҡтар юҡ икән, ти.  Быға аҡлан да, шыршы ла бик көйөнгән.

Шулай булыуға ҡарамаҫтан, йәнлектәр кинәнеп аҡланда күңел асҡан. Ә ошо ваҡытта бер яҡ ситтә быларҙы ипләп кенә күҙәтеп бүре йөрөй икән, ти. Шыршының да, дуҫтары килгәс, күңеле күтәрелгән. Бүре ҡуянды күреп ҡалып, киске ашым  тәмле буласаҡ, тип уйлаған. Ә ҡуян ипләп кенә менеп, шыршыға уйынсыҡ булып эленеп торған да ҡуйған. Быны күргән башҡа йәнлектәр ҙә һикереп  шыршыға менеп, ҡатып ҡалған.  Эй шыршы ҡыуана, ти, йәнлектәр ҙә бик шат икән.  Ә яуыз бүре аҡланға килеп сыҡҡан да аптырап ҡалған: “ Ҡайҙа булып бөткәндәр бөтәһе лә?” Ул, асығыуҙан күҙемә күренгәндер, тип уйлап ултырып олоған да, ас көйө өйөнә ҡайтып киткән.

Ә аҡлан барыһы ла Яңы йылды бик күңелле ҡаршылаған, ти. Йәнлектәр уйынсыҡ булып, шау-гөр килеп уйнаған.

 

Наҙгөл Зәйнуллина, 4-се класс уҡыусыһы

Ниңә ҡуяндар сонтор ҡойроҡло, оҙон ҡолаҡлы?

Борон- борон заманда йәшәгән, ти, Ҡуян. Уның шуҡ та, шаян да Йомшаҡҡай исемле улы булған. Ҡуян балаһы ҡупшы ғына ҡойроҡло, матур ғына ҡолаҡлы икән. Бер көндө Йомшаҡҡай үҙенең дуҫтарын ҡунаҡҡа саҡырған. Бүре, айыу, терпе, тейен, төлкө, ҡыуанышып, килеп тә еткәндәр. Йәнлек балалары тәмле итеп ашағандар, эскәндәр. Шунан төрлө уйындар уйнап,  күңел аса башлағандар.  Йырҙар йырлап , бейеп тә алғандар.  Шунан терпе:

-Әйҙәгеҙ, йәшенмәк уйнайыҡ ,- тигән, ти. Йәнлек балалары шатланышып риза булғандар.  Шау-гөр килеп эй уйнайҙар ти, эй күңелле ти.  Бына бер заман айыу балаһы гөрөлдәй:

Гөр-гөр – гөр әтәс

Ике тауыҡ бер әтәс, – тип үкерә генә ти. Уның тауышынан ҡурҡып бөтә йәнлектәр йәшенеп бөткән. Эҙләй башланы, ти, айыу балаһы. Берәм-берәм табып бөттө, тик  Йомшаҡҡайҙы ғына табалмай ҙа ҡуя икән.  Аптырап башҡа йәнлектәр ҙә эҙләргә ҡушылған.  Шул ваҡыт тейенкәй ҡысҡырып ебәргән:

-Килегеҙ, бына бит Йомшаҡҡай!

Ҡараһалар, Йомшаҡҡай, мейес артынан  сыға алмай, ҡыҫылып тора, ти! Бахыр ғына, ни ҡысҡыра, ни илай алмай, ти, икән үҙе. Хәле бөтөп киткән.

Бына бүре йүгереп барып Йомшаҡҡайҙың ҡойроғона барып йәбеште, ә айыу ҡолағынан тарта башланы, ти. Бүре артҡа һөрәй, айыу алға тарта икән. Тарта торғас шарт, ҡойроҡ киткән, ти. өҙөлөп. Шул ыңғайы айыу ҡуянҡайҙы һөйрәп  сығарған. Тик Йомшаҡҡайҙың ҡолаҡтары оҙо-о-о-он булып оҙонайып киткән икән. Ҡурҡышынан ике күҙе ике яҡҡа ҡараған. Ошо көндән алып ҡуяндар сонтор ҡойроҡ, оҙон ҡолаҡ, ҡылый күҙ булып ҡалған, ти. Хәҙер ҙә ҡуяндар бүре- айыуҙарҙы урап үтеүҙе хуп күрәләр, ти.

 

 

Фәйзуллина Айгөл, 3-сө класс, Күсей мәктәбе

Ҡар бөртөгө тураһында әкиәт

Йәшәгән ти шаян ҡар бөртөгө. Уйнаған, көлгән, бейегән дә йырлаған. Ел- бурандар булған саҡта бигерәк шашынған. Күккә менгән, аҫҡа төшкән. Эй уйнай иптәштәре менән, эй шаяра. Шулайтып уның көндәре үткән. Ул бер ваҡытта ла берәй ҡасан юҡҡа сығырмын, тип уйламаған да ти. Көндәр үтеү менән ҡояш нығыраҡ ҡыҙҙырған. Ә ҡар бөртөгөнөң тыны ҡыҫылған, хәле бөткән. Шаянлығы ла юҡҡа сыҡҡан. Ергә шаулап-гөрләп яҙ килгән. Ҡар бөртөгө тамсы булып ағып киткән.

 


Темәс мәктәбе уҡыусылары әкиәттәре

Азалия Сакина, 3-сө класс

Ҡар бабай

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, әбей менән бабай. Уларҙың Азалиә менән Айназ исемле ике ейәндәре булған.

Бына ҡыштың бер матур көнөндә балалар ҡартатай менән ҡартәсәйгә ҡунаҡҡа килгәндәр. Ейәндәр яңы ғына яуған ҡарҙан үҙҙәренән дә бейек матур ҡыш бабай эшләп, ҡулына ҡартатайҙың көрәген тоттороп та ҡуйғандар. Ҡар бабай тирәләй уйнайҙар, шаяралар. Хатта бергә сэлфи төшөп, интернет селтәренә: «Беҙгә лайк ҡуйығыҙ!» - тип яҙалар.

Шулай итеп күңелле ял көндәре үтеп, балалар ҡайтып та китә. Төнө буйы ҡар яуа. Ҡартатай иртә менән тороп ишек алдын таҙартырға була. Тышҡа сыҡһа – ни ғәжәп! Ишек алды ҡарҙан таҙартылған, трактор ҡырғанмы ни – тап-таҡыр! Бабай шунда уҡ өйгә йүгереп инә:

  • Әбей! Ҡара әле, беҙҙең ишек алдын кемдер таҙартҡан!
  • Үәт, исмаһам ғәләмәт! Кем таҙартҡан икән? - тип аптырап ҡалалар. Кис етә. Әбей менән бабай уттарын һүндереп йоҡларға ята. Бабай тороп, ипләп кенә тәҙрәнән күҙәтергә була.
  • Бына мөғжизә! Беҙҙең балалар эшләгән ҡар бабай терелеп, урамды таҙартып йорой. Ысынбарлыҡмы, әллә төшмө!? – тип шаҡ ҡата.

Бер аҙна ваҡыт үткәс, Азалиә менән Айназ ҡунаҡҡа килеп тә етәләр. Ҡартатай балаларына ҡыш бабайҙары тылсымлы икәнен һөйләп бирә. Айназ шунда уҡ моңайып китә.

  • Улым, ниңә моңайҙың? – тип ҡартатай һорап ҡуя.
  • Ҡартатай, тиҙҙән яҙ етә, тимәк, беҙҙең ҡар бабай ирей ҙә юҡ була! – ти Айназ.
  • Борсолма, улым! Яҙ етер, унан йәй, көҙ һәм тағын ҡыш булыр, - тип ҡартатай йылмайып ҡуя.
  • Әйе! Шунан беҙ яңынан ҡар бабай эшләрбеҙ! – ти Азалиә апайы.
  • Ә хәҙер, әйҙәгеҙ, бергәләп фотоға төшәйек, иҫтәлек булыр, - тип ҡартатай балаларҙы, ҡартәсәйҙе ҡар бабай янына саҡыра.

Күмәкләшеп селфи төшәләр, интернет селтәренә: «Беҙҙең тылсымлы ҡар бабайға лайк ҡуйырға онотмағыҙ!» - тип яҙып ҡуялар.

 

                                             

Данил Абдулов, 2-се класс

Яҡын дуҫ

Борон-борон заманда йәшәгән, ти, аҡ ҡуян менән ҡара ҡуян. Улар яҡын ғына дуҫтар булған. Ни эшләһәләр ҙә, ҡайҙа барһалар ҙа гел генә бер-береһенән айырылмайҙар. Ҡуяндар мәктәптә тик бишле билдәһенә уҡыйҙар. Йырларға, бейергә бик оҫта булалар. Ата-әсәһенә лә бик ярҙамсыл. Бөтә йәнлектәр һоҡланып ҡарай ике дуҫҡа.

Тик бер ваҡыт ҡара ҡуянға ниҙер булды. Ул башҡа тышҡа уйнарға сығырға ашыҡманы. Аҡ ҡуян уға килә лә, көтөп-көтөп ҡайтып китә икән. Ҡара ҡуян, ни өсөндөр, гел генә өйҙә ҡалырға тырышты. Баҡтиһәң, уға атаһы менән әсәһе телефон һатып алғандар. Шул телефоны аша интернет селтәренә инеп төрлө уйындар табып уйнай. Бында шул тиклем күп һәм ҡыҙыҡ уйындар! Хатта футбол уйнар өсөн тышҡа ла сығырға кәрәкмәй икән!

Мәктәптән ҡара ҡуян ашығып йүгереп ҡайтып китә. Үҙенең дуҫы – аҡ ҡуянды иҫкә лә алмай. Уның уҡыуы ла насарая бара. Ҡара ҡуян интернет уйынының ҡолона әйләнә. Шулай бер ваҡыт ул дауаханаға эләгә. Көндәр буйына саф һауаға сыҡмай ултырып, ул ауырый. Күҙҙәре ауырта һәм насар күрә башлай. Йоҡлай алмай яфалана икән.

Табиптар ҡуянды саҡ һауыҡтыралар һәм интернет уйындарының ниндәй зыян килтереүен бахырға һөйләп аңлаталар.

Үҙенең дуҫының хәлен белергә тип аҡ ҡуян дауаханаға килә. Ҡара ҡуян бик шатлана дуҫына! Уларҙың әйтелмәгән һүҙҙәре күбәйеп киткән. Ҡара ҡуян үҙенең иң яҡын дуҫынан ҡолаҡ ҡаға яҙғанын аңланы инде. Хәҙер уларҙы бер ниндәй ҙә интернет уйындары айыра алмаҫ!

 

Айыуҙар һәм ҡыш

Юнир Әбсәләмов, 4-се класс.

 

Борон-борон заманда Башҡортостандың бер ҡара урманында ике айыу йәшәгән, ти. Улар, бөтә айыуҙар кеүек, ҡышын йоҡлар булғандар.

Шулай итеп, ҡыш миҙгеле яҙ менән алышынып, ҡояш йылы нурҙарын йәлләмәй ер йөҙөнә һипкәндә, айыуҙар оҙайлы ҡышҡы йоҡоларынан уянып, өңдәренән килеп сыҡҡандар. Ҡараһалар, яланда ҡуяндар йыйылышып, ҡыш тураһында һөйләшәләр икән, ти. Ике дуҫ айыу, быларға килеп, ҡыш миҙгеле нисек булыуы тураһында һөйләүҙе һорағандар. Ҡуяндар, үҙҙәренең һоро тундары аҡҡа алышыныуы, бар тирә-яҡ мамыҡтай аҡ ҡарға төрөнөүе, йылға-күлдәр көҙгөләй ялтыр боҙ менән ҡапланыуы, тағы ла әллә күпме ҡышҡы матурлыҡтарҙы тасуирләп биргәндәр, ти. Ике айыу, ауыҙ асып тыңлаған, бындай матурлыҡты үҙ күҙҙәре менән күрергә теләгән, ти. Яҙ артынан йәй үтеп, алтын көҙ ҙә килеп еткән. Айыуҙар киләһе ҡышты йоҡламай үткәрергә булғандар. Бер аҙ ваҡыт үткәс, көндәр һыуытҡан, ергә ап-аҡ ҡар бөртөктәре яуа башлаған. Айыуҙарҙың тундары аҡ төҫкә инеп, ҡабарып, тағы ла йылыраҡ булып киткән.

Бына көтөп алынған ҡыш та үтеп, көндәр йылына башлаған, яҙ еткән. Тайыштабандарға эҫе була башлаған. Улар ҡышты һағынып, аҡыл эйәһе өкөгә кәңәш һорарға барған, ти. Ул алыҫта гел ҡыш булыуы тураһында хәбәр иткән. Айыуҙар шул яҡтарға, төнъяҡҡа, юл алғандар.

Аҡ айыуҙар әле лә сатлама һыуыҡтарҙан ҡурҡмай, ҡарға күмелеп, балыҡ тотоп, төнъяҡта йәшәп яталар, ти.

 

Бесәй менән сысҡандар

Раушания Ульябаева, 4-се класс

 

Борон-борон заманда, Мыраубай исемле егәрле бесәй йәшәгән, ти. Ул, йыл һайын ҡыш етеүгә, үҙенә аҙыҡ-түлек әҙерләр булған. Кешеләр кеүек баҙ ҡаҙған, ашамлыҡтарын шунда һаҡлаған. Инде әҙерләп бөтөп, тынысланып диванға ятып йоҡлап киткән. Әҙме күпме ваҡыт үткәс, Мыраубайҙың татлы йоҡоһон баҙҙан сыҡҡан тауыш бүлгән. Бесәй ятҡан еренән һикереп тороп, йомшаҡ ҡына атлап, ҡыштырлаған тауыш эргәһенә килгән. Баҙҙы асып ебәрһә, Мыраубайҙың байлығына сысҡандар хужа булып алған, ти. Ҡышҡылыҡҡа тип әҙерләнгән ашамлыҡтарҙы ашап, улай-былай туҙҙырып бөткәндәр, ти. Мыраубай бик ныҡ асыуланған. Шунан алып бесәй,  сысҡандарҙы күреү менән, берәм-берәм тотоп ашай башлаған, ти.

 

Маҡтансыҡ себеш

Фәйзуллина Айнагөл, 4-се класс


Борон бер себеш йәшәгән, ти. Үҙе үтә маҡтансыҡ булған, ти. Ҡалған себештәр алдында гел:"Иң матуры, иң йомшағы, иң аҡыллыһы мин,"- ти икән. «Мин бер нәмәнән дә ҡурҡмайым, хатта уҫал эттән дә. Яуыз төйлөгән дә мине тота алмай, сөнки мин шәп йүгерәм», - тигән. Көн дә шулай маҡтаныуы башҡа себештәрҙе ялҡытҡан. Оҙаҡламай уның менән һөйләшмәй башлағандар. Ә ул уның һайын ҡотороп китеп маҡтанған, ти.
Бер көн, шулай маҡтанып ултырғанында, янына бесәй килгән. Был себеште маҡтап-маҡтап, төрлөсә һөйләндереп янына нығыраҡ яҡынлашҡан. Себеш иһә, иптәштәре алдында тағы ла нығыраҡ маҡтаныр өсөн, бесәйҙең өҫтөнә үк менеп ултырған. Ҡалған себештәр быны күреп бесәйҙән шикләнгәндәр. Береһе йүгереп барып әтәскә әйткән. Бесәй маҡтансыҡ себеште тырнаҡтары менән эләктереп алам ғына тигәндә, әтәс килеп сығып, ҡотҡарып ҡалған.
Шул ваҡыттан алып, себеш маҡтанмай башлаған, ти.

 

Юлдашев Хәсән, Таһир мәктәбе уҡыусыһы, 6-сы класс
Етәксеһе Юлдашева Йондоҙ Таһир ауылы китапхансыһы

 

"Ирәндектең алтыны"

Башҡорт халҡы борон-борондан үҙенең Тыуған илен, тәбиғәтен, йылғаларын, урмандарын, ҡырҙарын, болондарын һаҡлаған,ти. Киләсәк быуынға ҡомартҡы итеп тапшыра килгән.
Тик заманалар үтеү менән ошо изге аманат онотола. Элек-электән башҡорт ерҙәре сит яҡтарҙы үҙенең байлығы менән ныҡ үҙенә йәлеп итә. Ирәндек тауы алтынға тулғанын сит яҡтар белеп ҡалғас ситтәр ҡомһоҙланып Ирәндек тауының алтынын соҡорға керешәләр. Башҡорт ерҙәренә ҡайҙан ғына килмәйҙәр, ниндәй генә техникалар тотонмайҙар! Көнө-төнө соҡойҙар.Оло быуын кешеләрен һүҙен бер кемдә ишетмәй, яйлап башҡорт халҡы уяна башлай. Үҙенең элекке кеүек тәбиғәте, киләсәге өсөн бошона. Бер Аллаһы Тәғәләнән ярҙам һорап доға ҡылалар. Аллаһы Тәғәлә башҡорт халҡының зарын ишетә, доғаларын ҡабул итә. Тау һелкенеп китә һәм тау йөрәген йыртыусыларҙы ер йота. Араһында тик бер кеше генә тере ҡала. Ул ундағы ҡот осҡос хәлде бөтә кешеләргә һөйләй. “Бүтән башҡорт ерҙәренә теймәгеҙ!” - тип әйтә. Башҡорт халҡы берҙәм булып ата-бабаларҙан килгән аманатты артабан тоталар, ти.


 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

“Игебай мәктәбе” – ижади мәктәп
“Игебай мәктәбе” – ижади мәктәп
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: