+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
11 Декабрь 2022, 10:30

МОҢ. Фантастик хикәйә

Кисә ун дүрт йәше тулған Ишғәле, һуңлап ҡына ҡайтып ингән ваҡ малдарҙы әүеҫлеккә индерҙе лә, йондоҙло күккә ҡарап, туҡтап ҡалды. Унда нимәлер ҡәҙимгегә оҡшамағансы бөгөн… Хәтәр икән: йондоҙҙар йөҙө менән түгел, арты менән боролған! Егет түҙмәне, донъя яңғыратып көлөп ебәрҙе: – Әкиәт! 

МОҢ. Фантастик хикәйә
МОҢ. Фантастик хикәйә

Кисә ун дүрт йәше тулған Ишғәле, һуңлап ҡына ҡайтып ингән ваҡ малдарҙы әүеҫлеккә индерҙе лә, йондоҙло күккә ҡарап, туҡтап ҡалды. Унда нимәлер ҡәҙимгегә оҡшамағансы бөгөн… Хәтәр икән: йондоҙҙар йөҙө менән түгел, арты менән боролған! Егет түҙмәне, донъя яңғыратып көлөп ебәрҙе: 

– Әкиәт! 

Уның аҙап ҡалыуын һиҙеп, ергә яҡыныраҡ урынлашҡан Йондоҙ һәләт әйләнеп: 

– Әкиәт һеҙҙә генә, ә бында, йыһанда, шаярыр урын юҡ! – тип ҡаты ғына итеп әйтте лә, кире элекке торошона ҡайтты.  

Ишғәле ултыра төштө. Төшмәҫлек тә түгел шул, йондоҙ һынлы йондоҙ һиңә башҡорт телендә яуап бирһенсе әле! Ныҡ ҡурҡты! Һикереп баҫып, өй яғына йүгерә башлағайны, ҡапыл уның ҡаршыһында стена пәйҙә булды. Егет ярһып, ауыр-ауыр тын алып, стенаға үрмәләп ҡараны, тик кире ергә ҡолап төштө. Ҡурҡыуы артты, иларға маташты ул, әммә күҙҙәрҙән йәш сыҡманы. Ҡысҡырайым тиһә, тауышы ишетелмәне. Шулай тыпырсына торғас, үҙен ҡулға алды ла, күккә ҡарап өндәште: 

– Нимә булды ул?! Шаярабыҙмы? Хәлдәрегеҙ нисек, йондоҙҙар? Йөҙҙәрегеҙҙе миңә бороғоҙ әле! 

Тап ошо мәлдә Ер шары баш түбән әйләнде һымаҡ. Ишғәле күҙҙәрен йомайым тигәйне, улары йомолмай ҙа ҡуя. Күк йөҙө һары-йәшел төҫкә инде, шунан ҡыҙарҙы, алһыуланды… Ниндәйҙер секунд эсендә ҡойон үтеп китте. Егеттең ҡолағы тондо: 

– Әй, нимә эшләйһегеҙ? Ебәрегеҙ мине! Бер нәмә лә ишетмәйем бит! – Ишғәле ҡысҡырҙы, тыпырсынды, ҡаушай төштө. 

Өҫтән ялпылдап күҙәткән күк есемдәре егетте әллә һанламаны, әллә аңламаны, баяғы “таныш”  Йондоҙ ғына тауыш сығарҙы: 

– Их, Ишғәле!.. Беҙҙең хәлдәр яҡшынан түгел шул…  

Шул саҡ нимәлер шаптыр-шоптор иткән һымаҡ булды. Ишғәле тауыш килгән күккә ентекләберәк ҡараны. Әллә йондоҙ илай инде? Уға ҡушылып бүтәндәре шыбыр-шыбыр ҡыштырлаша башланы. Бер мәл, улар илауынандыр инде, ергә ямғыр ҡойоп ебәрҙе. Ямғыр тигәнең ваҡ ҡына ынйы бөртөгө. Ҡулға алам тиһәң, юҡҡа сыға. Ергә төшөү менән дә юғала. Шул ынйы бөртөктәрен тотоп ҡарарға маташты ла, Ишғәле, булмаҫ тип, тағы ла күккә баҡты.  

– Ни булды һуң? Мин нишләп ҡамалдым һуң әле? Миңә ҡайтырға кәрәк. Өйҙәгеләрем юғалтҡандыр инде. Атайым хәҙер эҙләп сығасаҡ. Минең менән уҫал шаяртҡанығыҙҙы белеп ҡалһамы… Әй, тәүҙә ышанмаҫ инде ул. Ой, онота яҙғанмын! Беҙ бөгөн егеттәр менән мәктәп баҡсаһына төшөргә лә һөйләшкәйнек. Ундағы теплицала ҡыяр өлгөргән… Ярай, ҡайтайым инде, һау булып тороғоҙ, – тип мығырҙаны. 

Йондоҙ, балҡыбыраҡ янып, уның хәрәкәттәрен ентекле күҙәтте лә, һелкенеп ҡуйҙы. Әллә үпкәләне, әллә ни… Йондоҙ “халҡын” белмәгәс, Ишғәле үҙен улар менән нисек тоторға ла, аралашырға ла белмәй ине.  

– Эһе-һей! Етәр, илап ҡуймағыҙ. Нишләп илайһығыҙ ул? Бәлки, мин ярҙам кәрәктер? Мин һеҙгә ярҙам итә алам ул, һөйләгеҙ хәлдәрегеҙҙе, илап торғансы! – тип, Ишғәле йондоҙҙарға ярҙам тәҡдим итте.  

– Һеҙ, кешеләр, үҙ мәшәҡәттәрегеҙ менән бигерәк иғтибарһыҙ! Бында, йыһанда, гармония юғалды. Бына һеҙҙең генә өйҙә бөтәһе лә үҙ урынында: атайың да эшкә ваҡытында китеп, ваҡытында ҡайта. Әсәйең дә үҙ мәлендә генә һыйыр һауа, балаларын баға, сәскәләр үҫтерәме шунда... Апайыңдар һәр ваҡыт һиңә ярҙамға йүгерә. Үҙең тураһында әйтеп тораһы ла түгел, егәрле, ярҙамсыл, шаян, ҡыйыу. Бер һүҙ менән әйткәндә, һеҙ бәхетле. Уның тулылығын беҙ күҙәтәбеҙ, хатта ярҙам итәбеҙ. Һеҙ генә һиҙмәйһегеҙ. Ә беҙ бында дүртенсе төн инде Айһыҙ. Аҫтан ҡарағанда күренмәйме әллә? Нишләп берәү ҙә уны эҙләмәй? Дүрт көн элек тыуырға тейеш ине, һаман да юҡ, ләм-мим, юҡҡа сыҡты!.. 

Егет, йондоҙҙоң һөйләп бөткәнен көтмәй, әйләнеп-әйләнеп күкте күҙәтте. Абау, Ай күренмәй икән шул… Ул көлөп ебәреүҙән саҡ тыйылды. Теге, әкиәт тиеүе ысын булып сыға түгелме һуң?! 

– Көлмә, Ишғәле! Бындай хәлдең булғаны юҡ ине әле. Барыһына ла һеҙ, кешеләр, ғәйепле, белгең килһә! 

Ишғәле сикәләрен, беләген семтеп-семтеп алды. Юҡ, йоҡламай үҙе, төш түгел икән. 

– Минең ғәйеп ниҙә һуң? Нишләп мине тотоп бикләнегеҙ? Ана, ауыл тулы ни эшләргә белмәй йөрөгән малайҙар! Ғаиләбеҙҙә, һеҙ әйтмешләй, гармония булғас, күктә лә гармонияны мин ойошторорға тейешме?  

– Һинең ғәйеп шунда…– Йондоҙсоҡ туҡтап ҡалды. Нисегерәк ышандырайым икән был аңра әҙәм балаһын, ти микән?  

– Беҙҙең Йыһанда бөтөн есемдәр тығыҙ бәйләнгән. Улар берен-бере тулыландырып, бөтәйтеп тора… Беҙҙәге торош ергә лә тәьҫир итә. Ә һеҙҙең ғаиләне һаҡларға кәрәк, аңлайһыңмы? 

Ишғәле, бер мәлгә генә гел өҫкә ҡарап арыған  күҙҙәрен йомдо. Был юлы күҙҙәре ҡаршылашмай ғына йомолоуға егет тертелдәп ҡуйҙы. Ә теге йондоҙ, яңғырауыҡлы тауышы менән оҙаҡ итеп нимәлер һөйләне лә һөйләне. Имеш, ай, йондоҙҙар һәр саҡ балҡып янһын өсөн рухи аҙыҡ булырға тейеш. Ә һеҙ, хатта ҡурай ҙа тотоп ҡарарға йыбанаһығыҙ. Ә үҙегеҙгә кәрәккәндә, күккә ҡарап илһам һорайһығыҙ, йәнәһе… Ай үпкәләгән, арыған, тағы әллә нимә шунда… 

– Хәтереңдәме, биш йәшеңдә һин күк ҡабағы асылғанын күргәйнең? – Йондоҙ һорау бирҙе. 

Ишғәле башын тырнаны. Ундай нәмә онотола тиме? Тик бик бәләкәй ине шул. Ошолай ҡараңғы төшкәс, этте ашатып инәм, тип тышҡа сыҡҡайны. Ниндәйҙер байрам ине шикелле. Ғәҙәтенсә, күккә ҡарап, их, йондоҙҙар телен аңлаһаң ине, тип әкиәти хыял иленә сумғанда, йәйғор төҫтәренә инеп, ҡараңғы төндө бер мәл генә яҡтылыҡҡа төрөп, күк ҡабағы асылғайны. Уланын юғалтып, артынан килеп сыҡҡан атаһына ул мажараны күрһәтергә тырышты Ишғәле, әммә атаһы аңламаны. Күк ҡабағы асылыуы бөтөн кешегә лә күренмәй икән. Былар тураһында өләсәһе һөйләүе буйынса белде Ишғәле. Шулай ҙа теләгенең тормошҡа ашыуы хаҡында әлегәсә һиҙмәгән икән. Йондоҙҙар телен аңлай бит! Аңлай ғынамы, хатта һөйләшә. Хәйер… Ниндәй икән һуң улар теле? М-м-м… Ә-һә! Йондоҙҙар башҡортса һөйләшә! Ниндәйҙер секунд араһында ошо уйҙар Ишғәленең башын ҡыйып үтте. Был яңылығын бөтөн донъяға ҡысҡырырға теләһә лә, тыйылып ҡалды. 

– Йыл һайын көн менән төн тигеҙләшкән төндә, йәғни бөгөн,  ерҙә әҙәм күҙе күрмәй торған мөғжизәләр була, – тип һөйләүен дауам итте Йондоҙсоҡ. 

– Мөғжизә?  

– Ишғәле, Айҙы табыш әле беҙгә! Беҙ һиңә юл яҡтыртып ярҙам итербеҙ! 

Күк йөҙөндәге бар йондоҙҙар дәррәү йөҙө менән боролдо ла, Ишғәленең алдына ҡойолдо. Берәм-берәм, күбәләктәр кеүек егеттең кәүҙәһенә осоп ҡундылар. Шунан бәпембә мамыҡтары кеүек остолар. Күҙ асып йомған арала тағы бейеп йөрөгән ете ҡыҙҙы һынландырҙылар. Ҡолаҡта хатта ҡурай моңо ишетелеп ҡалған һымаҡ тойолоп ҡуйҙы. Шунан теҙелешеп, ҙур һомайғошҡа әйләнделәр ҙә, ҡанат ҡағып осоп, кире күккә күтәрелделәр. Бындай һынылышҡа әҙер булмағас, егет берсә әҫәрләнеп һоҡланыуын йәшерә алмай ауыҙын киң йәйеп йылмайҙы, берсә юғалып ҡалды. Хәс тә телевизорҙа күргән йәнһүрәт хасил булды. Үҙенең нимә эшләргә тейешлеген дә белмәй әле. Әйтһәң, кеше ышанмаҫ хәл булһа ла, бөтөнөһө лә ысынбарлыҡта барғанын яҡшы аңлай ул. Ғаиләгеҙҙе һаҡларға кәрәк, ти бит! Ыста… Апайҙары, һеңлеһе, ҡустыһы… Атай, әсәй… Уларҙан бүтән тормош булыуы мөмкинме? Ишғәленең башы әйләнде. Юҡ, тиҫкәреләнеү ярамай. Ни тиһәң дә, егет затынан бит ул! Бер төн эсендә генә өлгөрөр, бер төн – әҙ ваҡыт түгел. Моғайын, өйҙәгеләре уны юғалтмаҫ. Тик ниҙән башларға? Әкиәттәгесәме? Урман-һыу аша, ете тау артында… Яуапһыҙ һорауҙар ҡайнаны уның башында.  

– Дөрөҫ уйлайһың, әйҙә, һыуҙан башла! – Йондоҙ Ишғәленең уйҙарын һиҙеп, фатихаһын бирҙе лә, ауылдың берҙән-бер һыу сыҡҡан урыны – Улаҡ шишмәһенә алып барған һуҡмаҡты яҡтыртты… 

– Туҡтап тороғоҙсо! Әсәйемдәргә әйтеп кенә сығайым, юғалтмаһындар! 

Өйгә йүгереп кенә инеп сыҡты Ишғәле. Уның йондоҙҙар менән аралашҡан мәлен өйҙәгеләр һиҙмәгән дә! Ваҡытты алмай икән был мөғжизә тигәнең, тип уйларға өлгөрҙө егет шул арала. 

Улаҡтың боронғо шишмә икәнен белә Ишғәле. Ололар һөйләгән тарихын да иҫләй. Ә тарих бына ниндәй: борон, бик күп йылдар элек, ауыл саҡ барлыҡҡа килгән мәлдәрҙә, ауылда Зәйтүнә исемле бик сибәр, нескә, һомғол кәүҙәле, аҡыллы ҡыҙ йәшәгән. Йәнйегет исемле егет уға ғашиҡ булған. Бер-береһен һөйөп туймаған был ике йәр һәр ваҡыт шишмә янында осрашҡан. Шишмәгә һыйынып аҡ ҡайындар үҫкән. Ҡайындар араһынан былар парлап йөрөгән ерҙә һуҡмаҡ һалынған. Бөгөн ул һуҡмаҡты “Мөхәббәт һуҡмағы” тиҙәр.  

Бер ваҡыт Йәнйегетте хеҙмәткә алғандар. Зәйтүнәһе уны көтөргә вәғәҙә биреп ҡалған. Әммә күп тә үтмәгән, Зәйтүнәне бүтән егеткә кәләшлеккә һоратҡандар. Ҡыҙ ризалыҡ бирмәгән. Ул атаһының атына атланып, күрше ауыл янында урынлашҡан Ҡыңғырташ тигән тауға ҡарай сапҡан. Тауҙың иң бейек ҡаяһына менеп, аты менән аҫҡа ырғыған. Атын да, Зәйтүнәне лә шунда ерләгәндәр. 

Йәнйегет, хеҙмәтенән ҡайтҡас, ҡәҙерлеһенең үлемен ишетеп, уның ҡәберенә бара. Гел тәрбиәләп тора. Ә Улаҡ шишмәһен тәртипкә килтереп, ике йөрәк формаһындағы ташты ҡапма-ҡаршы сығарып ҡуя. 

Йондоҙҙар күрһәткән Мөхәббәт һуҡмағы буйлап килде Ишғәле Улаҡҡа. Көндөҙгө юл менән төнгөһө икеһе ике төрлө икән, бушҡа ғына ғашиҡтар төбәк итмәгәндер был урынды. Ҡоштар сут-сут һайрашып ала. Тирә-яҡтағы ҡайындар ҙа үҙ-ара серләшәме ни!  

– Йәһәтерәк бул, һуңлайбыҙ бит, оло юл яғынан кемдер насар уй менән килә, һаҡ бул, Ишғәле, – тип ашыҡтырҙы Йондоҙ. Алда, шишмә буйында кемдәрҙеңдер көлөшкән тауыштары ишетелде. Ишғәле ҡайындар артына йәшеренеп күҙәтергә булды. Йондоҙ үҙ яҡтыһын Улаҡҡа йүнәлтте. Шишмәнән күнәктәренә һыу тултырып алып, оҙон сәсле ҡыҙҙар көйәнтәләп тау яғына һалмаҡ күтәрелгәнен генә күреп өлгөрҙө егет. Ысынлап та, оло юл яғынан кемдер йән-фарман сабып һыбай килә ине. Ул ҡурҡыныс итеп ҡысҡырып, Улаҡ яғына таштар ҙа ырғыта. Ҡыҙҙар тиҙлектәрен шәбәйтте. Улар артынан тәңкәләр сылтырауы ғына ишетелеп, Ишғәленең ҡолағында сыңлап ҡалды.  

Баяғы килгән һыбайлы, Улаҡ тапҡырына еткәс, тағы ҡысҡырҙы. Хәйер, был юлы уның ҡысҡырыуы ас айыу олоуын хәтерләтте. Ишғәле, ҡурҡып та тормай, йәшенеп баҫҡан еренән ҡыйыу сығып, уның ҡаршыһына килеп баҫты. Унда ҡайһы бер ҡурҡыныс киноларҙа күренеп ҡалған албаҫты торған һымаҡ ине. Бите яҫы, сикәләр һәлберәгән. Иң тәүҙә күҙгә оҙон мыйыҡ ташлана. Күҙҙәр ҡыҫыҡ, шулай ҙа ажғыр. Танауы ла оҙон. Йөҙө йондоҙ яҡтыһында йәшелле-күкле булып күренә. Кем белә, оҙон юл үтеп, арыған кешенең шундай төҫтәргә инеүе лә барҙыр. Ә кейеме – йәнә әкиәттәге кеүек ул: оҙон халатмы-нимәлер. Уныһы атының арҡаһын да ҡаплаған бит әле. Башында ялбыр кәпәс. Йәй көнө кәпәс кейгәне лә егеткә сәйер күренде. 

– Төн биреһе булдыңмы әллә, нимә олойһоң? 

– Ә һин, маңҡа малай, бында нимә эшләп йөрөйөһөң? 

Ишғәле хәйләләшергә булды: 

– Апайымды күҙәтергә килгәйнем. Бер ыңғайы, буласаҡ еҙнәнән бәке алырға ине. 

– Тапҡанһың ваҡыт! Минең табышты өркөттөң бит!  

Ишғәле, күпме тырышһа ла, был кешене таныманы. Ауылдашы түгел. Был ауылда ундай уҫал әҙәмдең йәшәүе мөмкин түгел. Күрше ауылдан да түгел хатта. Күрше Хәсән ауылына Ишғәле аҙнаһына бер барып тора, олатаһы менән өләсәһенә. Унда йәшәгән бөтә кешеләр ҙә таныш. Һәр хәлдә, аҙна башында таныш инеләр…  

Аты ла, үҙе лә тик кенә тора алмай, әйләнепме әйләнә. Һөйләгәнендә, һүҙҙәренә “ж” өнө ҡушып ебәргән була…  

– Ниндәй табыш? Әйҙәгеҙ, тотошайым! Һеҙ – һунарсымы? Ҡуян баҫтыра инегеҙме? 

Теге кеше ярһыны: 

– Ниндәй ҡуян? Күрһәтәм мин һиңә хәҙер ҡуян! Мунда (ошонда (ҡаҙаҡ телендә). – Автор) ярты төн уртаһында ете сибәркәй төшә, шулар ине минең табыш… 

Ишғәле бер нәмә лә аңламаны. Шулай ҙа был әҙәмдең тиккә йөрөмәгәненә төшөндө.  

– Ә-ә-ә, күрҙем бит мин ул апайҙарҙы. Матур ғыналар, ивет. Анау, ташландыҡ һарайға инеп киттеләр. Көйәнтәләре лә бар, ине!.. 

Һыбайлы атынан төшөп торманы, егет күрһәткән һарайға ҡарай сапты. Шул саҡ Йондоҙ, Ишғәлегә яҡыныраҡ төштө лә: 

– Аҡылың бар, рәхмәт һиңә! Көн яҡтыра башлаһа, был һыбайлы ла, ете сибәркәй ҙә юҡҡа сығасаҡ. Һарай ҡапҡаһында оло йоҙаҡ эленгән, шуны тиҙ генә алып, ишеген бикләргә кәрәк. Юғиһә Айҙан да, ҡыҙҙарҙан да ҡолаҡ ҡағабыҙ! – тип шәп-шәп кенә күрһәтмә бирҙе лә, ташландыҡ һарайға юл яҡтыртты.  

Ишғәле лә тиҙ ысҡынды. Ҡапҡала элеүле тутыҡ йоҙаҡты йүгергән ыңғайы ҡулына эләктереп, һыбайлы оҙон һарайҙы буйлап кире сыҡмаҫ элек, уның ишегенә йоҙаҡ элеп тә ҡуйҙы. Ташландыҡ булһа ла, һарай ныҡ ҡына. Тәҙрәләренә тимер рәшәткәләр ҡатылған, ишеге – ауыр ҡалайҙан. Ул һарайға бикләнгән әҙәмдең, ай-һай, сыға алыуы икеле. Ҡысҡырһа, тауышын ишетеүсе лә булмаясаҡ. Сөнки һарай – күптән инде ташландыҡ. 

Йондоҙ, бында оҙаҡ туҡталмай, ҡыҙҙар артынан саҡырҙы ҡыйыу егетте. Уларҙы ҡыуып етергә кәрәк. Кем булды әле был апайҙар, тип, Ишғәле улар артынан атланы. Ә Йондоҙ юл күрһәтеүен белде.  

Бер мәл, көйәнтәле ҡыҙҙарға етә килә йыр ишетелде: 

Етәү барып, алтау ҡайттыҡ, 

Бәҙеғолъямал ҡалды моңайып… 

Йырҙың көйө лә, һүҙҙәре лә таныш… Тик иҫкә төшмәйсе. Боронғо йыр булырға тейеш тә һымаҡ. Ишғәле Йондоҙға ҡараны. Уныһы, егеткә яҡыныраҡ килеп, шыбырлап ҡына үпкәһен белдерҙе: 

– Теге әҙәм әйтеүе дөрөҫ, йылына бер килә ҡыҙҙар Улаҡҡа һыуға. Әйткәйнем бит, бөгөнгө төндә мөғжизәләр була. Быныһы – тәүге мөғжизә.  

– Тәүгеһе – һеҙҙең менән минең аралашыу ул! – тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе Ишғәле. 

– Күрәсәктәрең барҙыр әле, бәхәсләшмә! Тимәк, улар шишмәгә йылына бер төшә, аңланыңмы? Уларҙың күнәгенә һыуҙы Ай үҙе тултыра. Беҙ шул мәлдә уны тотоп ала инек. Теге һыбайлы ҡаҙаҡ батыры уларҙы өркөттө. Ә ҡыҙҙар Айҙы күрҙе. Моғайын, үҙҙәре менән алғандарҙыр. Йәшергәндәрҙер ҙә. Шуға хәҙер улар менән һөйләшеп, уртаҡ тел табырға кәрәк, Ишғәле! Бөтөн өмөт һиндә генә! 

– Һуң, ауылдан күберәк өлкәнерәк егеттәрҙе саҡырырға ине! Минең күрше Ильяс һүҙгә бөткән нәмәкәй, кем менән дә уртаҡ тел таба! – тип башын тырнаны Ишғәле. 

– Һаман төшөнмәйһең икән, егет! Был мөғжизәләр һәр кемгә лә күренмәй… 

– Ә-ә-ә, шулай тинегеҙ бит әле… 

Шул мәлдә Ишғәле, ниңәлер, әйләнеп кире Улаҡ яғына ҡараны. Унда, баяғы йөрәк формаһындағы ташта ялтырап нимәлер ултырған һымаҡ күренде. Әһә, Ай ултыра бит! Йондоҙға өндәшмәйенсә, егет шишмәгә кире йүгерҙе. Йондоҙ ҙа уға эйәрҙе. Ысынлап та, унда кемдер бар, балҡый бит! Тик ул Ай түгел икәнлеген Йондоҙ яҡшы белә. 

– Һаумыһығыҙ! – Ишғәле, шат йылмайып, етер-етмәҫтән һаулыҡ бирҙе. 

– Һаумын, Ишғәле! Хәлеңде беләм, шуға һорашмайым. Мин – алтын толомло Һыу инәһе.  

Егет, йығылып китмәҫ өсөн, таяу эҙләп, ташҡа ҡағылды. Уларҙың алдында әйтеп еткерер өсөн тел байлығы етмәҫ сибәр ҡыҙ ултыра. Ике яҡтан ике толом үреп төшөргән. Улары балҡып тора. Әберкәле оҙон күлдәк, тәңкәле камзулы ла сәсе балҡыуында асыҡ күренә. Түшелдереге лә туп-тулы тәңкә менән ҡырланған. 

– Тағы бер әкиәтме? – Ишғәле аптырап, Йондоҙға ҡараны. 

Яуап урынына йондоҙ күҙ ҡыҫты. Тимәк, был мөғжизә – ыңғай икәнен аңланы егет. Шуға йәһәт кенә тынысланды. 

– Һинең эҙләгән хазина ҡыҙҙар күнәгендә. Тик юлыңда осраясаҡ ҡаршылыҡтарға әҙер бул. Шүрәлеләр аяҡ салыр, – тине лә һыу инәһе, Ишғәлегә тура ҡараны. 

– Ай, Алла! Теге Туҡай шүрәлеһеме? 

– Юҡ, былары үҙебеҙҙеке. Бер тарих һөйләйем, күп ваҡытыңды алмам. Ошо яҡтарҙа элек Шүрәле ауылы булған. Шул ауыл йәйләүендә, төнгөлөккә ялға, иреккә ебәрелгән аттар, таңға хәлдән тайып, тирләп килеп етә икән хужалары янына. Көтөүселәр аптырашта ҡалған: был ни эш? Былай дауам итһә, атһыҙ ҡалырбыҙ бит?!  

Икенсе төнгә аттарҙы ялға ысҡындырғанда, бер егет аты өҫтөнә ыҫмала һылап ебәрә. Иртән тороуға был ат өҫтөндә оҙон һары сәсле, шүрәле-ҡатын ултыра, ти, ыҫмаланан ысҡына алмай. Сибәрлеге!.. Был тиклемде һүрәтләп тә булмайҙыр. Тик мөгөҙҙәре генә бар, ти. Үҙе илай икән, түшенән һөтө аға, ти.  

– Ебәрегеҙ инде, баламды имеҙер ваҡыт етте. Бүтән аттарығыҙға теймәбеҙ, – тигәс, быны ысҡындырып, ҡайтарып ебәргәндәр. Шунан башлап, улар кеше күҙенә күренмәҫкә тырыша. Ә бөгөн, аңлауыңса, ғәжәп төн. Шүрәле ауылы шүрәлеләре Ай менән булған хәлде ишетеп, был яҡҡа килгәндәр. Күптән түгел, Улаҡҡа төшөп, һыу эстеләр. Оҙон сәстәрен йыуҙылар. Шуларҙың сөкөрләшеүен ишетеп килеп сыҡтым бында, һыу өҫтөнә. Файҙам тейерен һиҙеп, һине көтөп ултырам. Тегеләр юлыңа сығыр, ҡытыҡларҙар. Ҡыҙҙар янына ебәрмәҫ өсөн, буташтырып, шаярып та маташырҙар. Бирешмә, егет, ныҡ бул, һин уларҙы алдатып, берәй йомош ҡушып ебәр. Йомошҡа әрһеҙҙәр! – тип фатиха биреп ултырып ҡалды йәш кенә ҡиәфәттәге алтын сәсле һыу инәһе. 

Ишғәле Бишташ яғына ыңғайланы. Тауға ҡарай атлауы ауыр булһа ла, ул бар көсөн һалырға булды. Айҙы йыһанға күтәрергә кәрәк. 

Бына-бына еттем тигәндә, Ишғәленең аяғы ишелеп, йығылып ятты ла ҡалдысы! Ҡысҡырайым тиһә, тауышы сыҡмай. Бер заман, уны көлөшә-көлөшә шаян ҡыҙҙар уратып алып, ҡытыҡлай башламаһынмы?! Йөҙҙәрен ҡарарға тырыша егет, тегеләр күрһәтмәй. Шулай ҙа, тауыштары иҫ киткес: яғымлы, мамыҡ кеүек. Ишғәле юғалып ҡалманы, һыу инәһенең әйткәндәрен онотоп өлгөрмәгәйне әле.  

– Анау һарайҙы күрәһегеҙме? – тип, баяғы атлы әҙәм инеп киткән һарайға төртөп күрһәтте, көлөүҙән саҡ тын алып.  

– Эйе, йондоҙ яҡтыһында беҙҙең күрмәгән нәмә юҡ, – тип яуапланы ла шүрәлеләр, ҡытыҡлауҙан туҡтанылар. 

– Ана шунда бер егет аҙашып йөрөй. Үҙе һеҙҙең кеүек шаярырға, һөйләшергә, көлөшөргә ярата. Кем менән ҡытыҡлашайым икән, тип, шунда инеп киткәнен үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Барығыҙ, шуны алдаштырып, таңға тиклем янында булығыҙ. Уның аты ла бар, моғайын, сабырға ла рөхсәт итер. Тик, һарайҙан сыҡмағыҙ, ул батырҙы ла сығармағыҙ, кеше күреп ҡалмаһын! – Ишғәленең әйтеп бөткәнен дә көтмәй, тегеләр сыр-сыу килеп, һарай яғына туптырлашып йүгереп киттеләр. 

Етәү барып, алтау ҡайттыҡ, 

Бәҙеғолъямал ҡалды моңайып… 

Ҡапыл әлеге йыр тағы ишетелде… Ишғәле, нимәнелер иҫенә төшөрөргә теләп, торған ерендә ҡатып ҡалды. Туҡта, һуң, был бит Ете ҡыҙ йыры! Илдән сығып киткәнемдә, оҙатып ҡалды ете ҡыҙ, тип йырлаған ете ҡыҙ яҙмышы ошо ергә лә бәйле. Ауылдың көньяҡ-көнбайышында оло тау һыртында кеше ҡулдары менән төҙөлгән биш таш өйөмө бар. Ул тауҙы “Бишташ тауы” ти халыҡ. Ҡырҙан ҡараһаң, улар кеше һынын хәтерләтә. Ә бит таштар буштан ғына өйөлмәгән.  

Ул таш өйөмдәрен ҡаҙаҡтарҙан ҡасып, “Ҡылтабан” буйына ҡамышлыҡҡа төшөп, ҡамыш көпшәһе аша тын алып ятҡан ете ҡыҙ төҙөгән, тип тә һөйләйҙәр. Ҡаҙаҡтар уларҙы таба алмағас, ҡайтып киткәндәр. Ҡыҙҙар был ваҡытта ошо оло тауға күтәрелеп, таш өйөмөнән үҙҙәренә йәшеренер “өй” төҙөгән. Уның эсе кеше һыймалы, тәҙрәле булған. Ҡыҙҙарҙың артабанғы яҙмышы тураһында белеүсе юҡ. Шулай ҙа, уларҙың берәүһе ошо яҡҡа кейәүгә сыҡҡан, тиҙәр.  

Ә һыбайлы һуң? Ҡыҙҙар артынан килгән ҡаҙаҡ булып сыға түгелме һуң?! Тимәк, Ишғәле үҙе лә аңламайса ҙур изгелек эшләгән! Әкиәт батыры уҡ түгел, әммә, башты эшләтһәң, хәйлә менән дә еңеп була икән насар көстө! Егет ғорурланып, үҙен бер башҡа үҫеп киткәндәй хис итте.  

Етәү барып, алтау ҡайттыҡ, 

Бәҙеғолъямал ҡалды моңайып… 

Ишғәле үҙе йырлап ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Уның йырын ишетеп, апайҙар шып ҡатып туҡтаны. Ишғәлене шәйләгәндәрҙер. 

– Һаумыһығыҙ! 

Ҡыҙҙар өндәшмәне. Әллә ҡурҡтылар. Ишғәле тағы һаулашты. Араларынан берәүһе, тыныс ҡына тауыш менән сәйерһенеп, тауыш бирҙе.  

Ошо ерҙә ер тишеге булһа, Ишғәле шунда төшөп йәшенер ине! Был тиклем дә матур апайҙарҙы күреп, шундай уңайһыҙланды. Йондоҙ яҡтыһында ғына шулай күренгәстәр, көн яҡтыһында ҡарап һоҡланып туйғыһыҙҙарҙыр инде. Ләкин оҙаҡ уйланып торор ваҡыт юҡ. Тиҙ генә йомошто үтәп, ҡайтыу яғына ла атларға кәрәк. Әсәйҙәр юғалтҡандыр… 

– Апайҙар, мин Айҙы эҙләп киләм. Һеҙҙең күнәктәрегеҙгә ул үҙе һыу тултырғайнымы? 

– Атаҡ, балаҡай, мәғәнәһеҙ һорау менән килгәнһең. Үҙ юлың менән бул, – булды яуап. 

– Юҡ, мин Айһыҙ ҡайтып китә алмайым. Йондоҙҙар илай, мин уларға ярҙам итергә вәғәҙә иттем. Зинһар, ярҙам итегеҙ, сибәр апаҡайҙарым!  

– Улай үтенеп һорай белгәс, серҙе асабыҙ. Ай беҙҙә, һәр беребеҙҙең күнәгенә бөртөкләп сәселгән. Уны йыйыр өсөн… ҡурайҙа уйнарға кәрәк.  Һинең ҡурайың ҡайҙа, егет? 

– Аһ! – Ишғәленең күҙҙәре йәшләнде. Ҡайҙан ғына ошо минутта ҡурай тапһын да, ғүмерҙә өрөп ҡарамаған нәмәнән көй сығарһын? Эх, нишләп кенә ҡурай түңәрәгенә йөрөмәне икән мәктәптә? 

– Башҡортса моң ғына Айҙы иретә, башҡорт йыры ғына уны шатландыра, – тип өҫтәне апайҙарҙың икенсе берәүһе. 

– Бүтән нәмә менән алдаштырып булмай, бөтөн Йыһан алдында башҡорт теленең, моңоноң көсөн күрһәтеү – һинең бурыс. 

– Ҡояш ҡалҡҡансы ваҡытың бар. Ашығып ауылыңа ҡайтып килеп өлгөрәһең… 

Ишғәле ауыл яғына атлап түгел, осоп ҡайтты. Йондоҙҙо тау башында, сибәр апайҙар янында ҡалдырҙы. Ауылда хәҙер кемгә барып, кемдән уйнарға өйрәнергә кәрәклеген дә белә ул – Ҡәҙербай олатайға. Ишғәленең хәленә ул ғына керә алыр. Тылсымлы бабай, тиҙәр ауылдаштары уның тураһында. Урам уртаһында тыйыла алмай илап ултырған бала ла, олатайҙың бер йылмайыуынан тыма. Уның ысынлап тылсымсы икәненә ышана Ишғәле. Дөрөҫөн әйткәндә, бөгөнгө ваҡиғаларҙан һуң, бөтөн ғәжәп хәлдәргә лә ышанмаҫлыҡмы һуң?.. 

Ауыл тынып ҡалған. Киске уйынға сыҡҡан йәштәр ҙә таралған. Үҙҙәренең йорто эргәһенән үткәндә, эскәмйәлә ҡустыларын көтөп ултырған апайҙарын күреп, егет туҡтаны. Ниҙәр ҡылып йөрөгәнен аңлата алмаҫын белеп, уларҙы үҙе менән барыуын үтенде. Апайҙары, йүгереп кенә өйгә инеп, әсәй менән атайҙы иҫкәртте лә, ҡаршылашмай ғына ҡустылары артынан эйәрҙе. Юлда Ишғәле ипләп кенә, шаярыу ҡатыш ни эштәр бөтөрөүен апайҙарына һөйләй барҙы. Рәмилә апаһы, әкиәттәргә ышаныусан булғас, ул-был һорауҙар бирҙе, көтөлмәгән яуаптарға ҡыуанды. Ә Рәшиҙәһе, барыһын да үҙ күҙҙәре менән күрмәйенсә, ышанмаясағын әйтеп һалды. 

Ҡәҙербай олатай ауылдың үрге осонда яңғыҙы йәшәй. Уның өйө тәҙрәһендә ут барлығын күреп, Ишғәле ҡыуанып ҡуйҙы. Апайҙары менән бергәләшеп инделәр ҙә, егет йомошон ҡартҡа һөйләп бирҙе. Ҡәҙербай олатай аптыраманы. Тәҙрә башынан ике ҡурай килтереп сығарҙы ла, берәүһен егеткә тотторҙо.  

– Йәле, улым, уйнап ебәр! Һин уйна, ә мин йырлайым! 

Ишғәле, ғүмерендә беренсегә ҡулына ҡурайҙы алды ла, һыҙҙырып та ебәрҙе!  

Урал ғына буйы ла бик үк йәмле 

Аҡ тирмәләр ҡороп та йәйләргә, 

Биттәрендә ултырып ҡурай юндым, 

Уралымды маҡтап та көйләргә… 

Ҡәҙербай олатай сағыу тауышы менән йырларға тартынманы. Ишғәле йәнләнеп китеп уйнаны. Әйтерһең, мәңге ҡулынан ҡурай төшмәгән! Йырҙан йәшләнгән күҙҙәрен һөрттө лә: 

– Тылсымсы олатай, ҙур рәхмәт һиңә! Бөгөнгө мөғжизәләрҙең иң хәтәре ошо булды. Иртәгәнән үҙеңә килеп ҡурайҙа уйнарға өйрәнә башлайым! – тине.  

– Башҡорт булып та, ҡурайһыҙ йәшәү – яҙыҡ. Йыһан аңламаҫ бит! Һин – башҡорт балаһы! Һинең балаларың да, ейән-бүләсәләрең дә башҡорт булып ҡаласаҡ. Йөрәгең халҡың моңонан яралған. Тын алышыңа ҡәҙәр ошо моңдо сығарып тороуын онотма! – тип йылмайып оҙатып ҡалды Ҡәҙербай олатай.  

Апайҙары, ҡустыларының һәр хәрәкәтенә хайран ҡалып, бер һүҙ өндәшә алмай, ҡатып ҡалды. 

– Остоҡ, апайҙар! Һорауҙар бирмәй генә минең менән Бишташҡа менеп төшәбеҙ ҙә, ҡайтып ятырбыҙ! 

Эш айышына төшөнөп етмәгән Рәмилә менән Рәшиҙә был юлы ла ҡаршылашманы. Бүтән әмәле лә юҡ шул уларҙың. Атай-әсәйҙе борсомаҫ өсөн өйгә бергәләп ҡайтып инергә кәрәк.  

Тау башына килеп еткәндә, көйәнтәле ете ҡыҙ таралышмаған ине әле. Ишғәле ҡурайын һыҙҙыртып ебәргәйне, тегеләр биҙрә, көйәнтәләрен яурындарынан ергә һалдылар ҙа, талғын бейеүгә төштөләр. Ҡурай ауазы йыраҡҡа осҡан һайын ете ҡыҙҙың күнәктәренән тамсылап, бөрсөк-бөрсөк ынйыларҙан Ай йыйылды. Көй аҙағына ҡурай моңонан йыйылған яңы тыуған Ай, Ишғәленең арҡаһынан һыйпаны ла, күккә, йондоҙҙары янына күтәрелде. Ә Йондоҙҙар ем-ем емелдәшеп, йөҙҙәрен аса һалып, Айға һыйынышты. Шөкөр, Йыһанда ла гармония тыуҙы, бөтөнөһө үҙ урынына ҡайтты.  

Был мәлдә бейеп йөрөгән ете ҡыҙ тау итәгенә таралып, Ҡайынүҙәк тип аталған һомғол ҡайындар үҫкән үҙәктә үҙҙәренә уңай торош алдылар ҙа, ҡапыл ҡайын ағастарына әүерелде. Уларҙың талғын елгә ҡушлап ҡыштырлашҡан япраҡтары егеттең бөгөнгө батырлығына, ҡурайҙа моңло уйнауына алҡыш булып ишетелеп ҡалды. 

Быны күргән Ишғәле «аһ» итте! Туҡталып: 

– Күрҙегеҙме, апайҙар, беҙҙең Ҡайынүҙәк ҡайҙан барлыҡҡа килгән? Ҡайындар бит әлеге ете ҡыҙ! Тимәк, улар бер ҡайҙа ла китеп юғалмаған, үҙебеҙҙә ҡалған! – тип, аптырауын йәшерә алманы. 

Рәмилә менән Рәшиҙә, бер ни аңламаны ла, бер ни күрмәне. Бары ҡустылары ҡурайҙа уйнағандан һуң ҡара ҡуңыр төн яҡтырып ҡалғанын ғына һиҙҙеләр. Шулай ҙа: 

– Һинең ни ҡыланып йөрөүеңде кеше күреп ҡалһа, аҡылы киткән икән, тиерҙәр инде, – тип көрһөндө Рәшиҙә. –Ниндәй ете ҡыҙ ҙа, Ҡайынүҙәктең бында ни ҡыҫылышы бар? 

Ишғәле барыһын да ентекләп, өйгә ҡайтып еткәнсе бер туҡтамай һөйләне лә һөйләне. Бала саҡтағы ҡәҙер төнөндә күк ҡабағы асылыуын күргәнен дә төшөрөп ҡалдырманы. Йондоҙҙар телен аңларға теләгәнен дә, тап бөгөнгө төндә шул хыялының тормошҡа ашыуын да әйтте. 

– Теләктең дә ниндәйен ниәтләргә башың еткән, ә? –тип көлөштө апайҙары.  

– Ниңә өйгә йүгереп инеп мине тышҡа саҡырманың? Эх, белер инем мин нимә теләргә, – тип өлкән апаһы ла хыялға сумды.  

Ә уртансылары, ҡустыһының һөйләгәндәрен рәткә һалырға тырышҡандай, ҡабат-ҡабат бер үк һорауҙарын бирҙе лә, ахыр сиктә, күҙҙәре йәшләнеп, туғанын ҡосаҡлап алды. Холҡо шулайыраҡ шул апаһының, бөтөнөһөн дә үҙ йөрәге аша үткәрә һала ла, тиҙ аңлай. Был юлы ла шулай иткәнен һиҙҙе ҡустыһы.  

Шулай ҙа уларҙың ышаныу-ышанмауы Ишғәлегә мөһим түгел ине. Был хәлде синыфташ малайҙарына ла һөйләмәҫ инде. Иң әһәмиәтлеһе – ул Айҙы ҡотҡарҙы. Тимәк, улар йәшәгән Ер шарына, хатта уларҙың ғаиләһенә бер ниндәй ҡурҡыныс янамай. Ошо ваҡиға арҡылы Ишғәленең киләсәккә хыялы яңырҙы. Юҡ, ул киләсәктә экономист та, юрист та түгел, һис шикһеҙ ҡурайсы ғына буласаҡ. Ул йондоҙҙарға, хатта бөтөн Ер шарына моң өләшәсәк. Илаһи башҡорт моңон мәңгеләштереүгә үҙ өлөшөн индерәсәк!  

Автор:Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА
Читайте нас: