+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ижад ҡомары
5 Июнь , 16:14

Батырҙың батырлығы

  Өсөнсө көн инде Батырҙың кәйефе юҡ. Ниндәй кәйеф булһын инде – көсөгөң юғалһын да... Әллә ҡайҙа һыуға төшкән шикелле юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Эҙләмәгән урам, тыҡырыҡ ҡалманы. Дуҫы Байрас менән ауылды бер итеп эҙләнеләр, тик Алдан табылманы.

Фаягөл Аҙнабаева

Батырҙың батырлығы

      Өсөнсө көн инде Батырҙың кәйефе юҡ. Ниндәй кәйеф булһын инде – көсөгөң юғалһын да... Әллә ҡайҙа һыуға төшкән шикелле юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Эҙләмәгән урам, тыҡырыҡ ҡалманы. Дуҫы Байрас менән ауылды бер итеп эҙләнеләр, тик Алдан табылманы.

       Көсөктө ике аҙна элек кенә, Батырҙың тыуған көнөнә, күрше ауылда йәшәгән ағаһы Урал алып килеп, бүләк итеп киткәйне. Нисек ҡыуанғайны малай был бүләккә. Күптән үҙенең эте тураһында хыялланған Батыр, исемде лә әллә ҡасан һайлап ҡуйғайны – Алдан. Бына тормошҡа ашты хыялы, этле булды. Уйнап туя алмай ине көсөгө менән. Атаһы менән оя ла яһап ҡуйғайнылар. Ана, тора хәҙер буш, етемһерәп, малайҙың эсен бошороп. Оя яғына ҡарамаҫҡа тырышһа ла килеп сыҡмай, күҙе гел генә шунда төшә лә тора, әйтерһең хәҙер көсөгө йүгереп килеп сығыр төҫлө...

      Әсәһе улының кәйефен күтәрергә тырышып;

– Магазинға барып киләйекме әллә, – тип, малайҙың янына сүгәләне.

– Барғым килмәй, – илап ебәрмәҫ өсөн ирендәрен тешләп, уртын ҡыҫты Батыр.

– Былай ҡайғырып ултырып булмаҫ инде, мотлаҡ табылыр дуҫың, ҡайғырма, улым, – тине әсә.

– Бөгөн өсөнсө көн юҡ, әсәй! Табылыр булһа, әллә ҡасан табылыр ине, ҡайтыр ине... –  Сараһыҙҙан малай түҙмәй, илап ебәрҙе. Әсәһе алдында иламаҫҡа тырышһа ла, булдыра алманы шул.

Әсәһе улының яуырынынан ҡыҫып ҡосаҡланы ла;

– Табыла ул, улым, ҡайғырма. Бына үҙең табып алырһың әле, күр ҙә тор! –  Әсәһе Батырҙы дәртләндерергә тырышты. – Тик һин төшөнкөлөккә бирелмә, һин бит көслө – Батыр.

– Белмәйем инде... –  тине малай әҙерәк тынысланғандай булып.

–  Ярай, ҡайғырып ултырыуҙан фәтеүә юҡ, табыла тигәс табыла, – тине лә урынынан тороп китте. – Бар әле, ана баҡсанан әҙерәк картуф соҡоп килтер. Атайың да оҙаҡламай эштән ҡайтыр,  картуф ҡурып ашатайыҡ үҙенә, танһыҡҡа тәмле була торған яңы картуф, – тине лә өйгә инеп китте.

        Малай элгескә киптерергә эленгән биҙрәне алды ла, утынлыҡтан картуф соҡор осон ҡулайлы тап эҙләп табып, картуф баҡсаһына юлланды.

      Эре һабаҡлы картуф төбөн тапҡас, соҡоп бер–ике эре картуф алып кире төптө күмде лә алға атланы, бер нисә төптө соҡоп ҡараны, тик картуф ваҡ ине. Батыр тағы алғараҡ китте. Шул саҡ ҡолағына көсөк тауышы ишетелде, малай терт итеп ҡалды. Картуф ҡайғыһы китте малайҙа. Тирә-яғына ҡарана–ҡарана:

– Алдан, маһ–маһ! –  тип, саҡыра башланы, тауыш тағы ла ишетелде. – Ҡайҙа һин, Алдан, кил миңә, маһ– маһ! – Батыр тауыш сыҡҡан ерҙе абайларға тырышып тыңланы.

Шул саҡ баҡса осондағы һыу өсөн ҡаҙылған соҡор хәтеренә төштө малайҙың.

Батыр шунда ҡарай йүгерҙе, аяғына уралған картуф һабағына эләгеп, тәгәрәй–тәгәрәй килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.

– Алдан! Алдан! Һин бындамы? –  Көсөк малайҙың тауышын ишеткәс, илаулап, сәңкелдәргә кереште.

Малай ергә ятып соҡор эсенә ҡараны, тик бер нәмә лә күренмәй, бары көсөктөң йәлләүес тауышы ғына уның шундалығын иҫбатлай ине.

    Батыр ҡулын тығып көсөктө тартып алмаҡсы булды, тик буйы етмәне, йөҙтүбән шыуып, биленә тиклем төштө, юҡ буйы етмәне, соҡор тәрән ине.

 Кәртә итеп ҡуйған нәҙек һайғауҙы һүтеп алып, соҡорға төшөрөргө иткәне лә тик ул да ныҡ ҡатылған, көсө етмәне малайҙың. Үҙе һаман һөйләнде:

– Хәҙер бәләкәс, саҡ ҡына түҙ инде, – тине малай, көсөгөн йыуатырға тырышып, тик үҙенең көсһөҙлөгөнә йәне көйҙө, ни атаһы эштән ҡайтып етмәгән, нимә эшләрәгә лә белмәй, аптырап торҙо–торҙо ла, өй яғына ҡарай йүгерҙе.

Ишектән инер-инмәҫ:

– Әсәй! Алдан... Соҡорға төшкән, әйҙә әле! –  тип һөрәнләне көскә тын алып.

– Аһа, балам, ниндәй соҡор. Ниңә шул тиклем бысранып бөткәнһең ул? –  тине әсә кеше аптырап.

– Әсәй, әйҙә, тиҙ бул! Алдан –  соҡорҙа! Баҡсалағы һыу соҡоронда! Әсәй! Әйҙә инде, тиҙерәк бул! –  Малай әсәһен дә көтөп тормай, соҡор яғына кире йүгерҙе.

– Батыр! Тороп тор! Атайың ҡайтһын, көтәйек саҡ ҡына, – әсә кеше малайының артынан ашыҡты.

– Юҡ! Ул йонсоған, һыуланған. Әсәй, әйҙә, тиҙерәк! –  тип Батыр һаман әсәһен ашыҡтырҙы.

Ғәлимә апайҙың малайының артынан эйәрмәйенсә сараһы ҡалманы. Малай соҡор янына етмәҫ элек көсөгөнә ҡысҡыра башланы, тик көсөк тауыш бирмәне, батырҙың ҡото осто:

–  Алдан, Алдан! Маһ– маһ, –  тип саҡырҙы. Бахыр көсөк бер–ике хәлһеҙ генә ләүкелдәне лә тынды.

– Әсәй, нисек сығарабыҙ, үлә бит хәҙер! –  тип, малай иларға етеште.

– Улым, оҙаҡламай атайың ҡайта, бер аҙ сабыр итәйек, йәме. Һин түҙемһеҙләнеү менән уға еңеллек килмәй, тауышыңды ишеткән һайын, сығам тип тыпырсынып, хәлен бөтөрә, шуға өндәшмәй генә көтәйек, йәме, –  тине. Малайҙың әсәһе менән килешмәй хәле юҡ ине.

     Атаһының ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көттө малай, ярты сәғәт ярты көндәй үтте. Өйгә бер инеп бер сыҡты, әсәһе лә малайҙың хәленә инеп бер һүҙ өндәшмәне.

Ниһәйәт атаһының машинаһы ҡапҡа алдына килеп туҡтаны. Малай, атаһының ҡаршыһына, уҡтай атылды:

– Атай! Алдан соҡорға төшкән, уны сығарырға кәрәк! –  тип, аяғына ла кеймәй ҡаршы йүгерҙе.

– Улым, Алдан табылдымы әллә? –  тине атаһы ҡыуанып. –  Ҡайҙа ул?

– Атай, ул соҡорҙа, әйҙә тиҙерәк! Уның хәле ҡалмаған. Тиҙерәк булайыҡ! – тип малай атаһының ҡулынан тартҡыланы.

– Ниндәй соҡор, ҡайҙа ул, аңлат әле, улым, яҡшылап? –  ир кеше аптырап улына ҡараны.

– Картуф баҡсаһындағы һыу соҡорона төшкән,  – тине малай сабырһыҙланып. – Атай, әйҙә тиҙерәк!

Юныс ағай тиҙ генә келәттән инеп, арҡан алды ла баҡсаға ҡарай йүгерҙе.

Соҡор янына килеп еткәс:

– Алдан!Алдан! Һин бындамы? – тип саҡырҙы ла, улынан һорай ҡуйҙы: – Нисек килеп ҡаптың ул мәхлүкте бында.

Көсөктөң соҡор төбөндәге һыуҙы сәпелдәткәне генә ишетелде, тимәк тере, тип уйланы ағай. Тик нисек сығарырға, соҡор тар, кеше һыймаясаҡ, ни эшләргә һуң?

– Атай, үҙем төшәм соҡорға! Мин һыям, бая төшөп ҡараным, тик арҡан булмағас, буйым ғына етмәне, – тине Батыр ныҡлы ғына тулҡынланыуҙан ни эшләргә белмәй.

Ғәлимә апай:

–Нисек кире сыҡмаҡ булаһың һуң? Арҡан өҙөлөп ҡалһа, – тип ҡаршы төшмәксе булды.

Атай кеше бер улына, бер арҡанға ҡарап торҙо ла:

–Сығыр, арҡан ныҡ, өҙөлмәйәсәк! – тине лә, малайҙың биленә арҡанды йәтешләп бәйләне. Үҙе улына:

–Улым, арҡан билеңдән шыла башлаһа, шунда уҡ әйт. Ҡурҡма, йәме!

–Ҡурҡмайым, атай, – тине лә Батыр, соҡор эсенә йөҙтүбән шыуыша ла башланы. Бер нимә күренмәй, дөм ҡараңғы, бөтөн ер еүеш. Ҡулдарын алға һоноп, стенаны ҡапшай–ҡапшай, алға шыуҙы. Стенан сығып торған осло таштар ҡулдарын, арҡаһын, эсен тырнай, һыҙыра. Етмәһә билендәге арҡан тартылып ҡыҫа. Тик малай быларға иғтибар итмәй шыуыуын белә.

Бына ҡулдары соҡор төбөнә етте. Көсөгөнөң дер–дер ҡалтыранған еүеш кәүҙәһен табып, ике ҡуллап ҡыҫып тотто ла:

–Атай, сығар! – тип ҡысҡырҙы.

Шуны ғына көткән Юныс ағай арҡанды өҫкә ҡарай һөйрәй башланы. Малай көсөктө төшөрөп ебәреүҙән ҡурҡып, үҙенә тағы ла нығыраҡ ҡыҫты. Бахыр көсөк тотҡондан ҡотолоуын аңлағандай, хәлһеҙ генә ләүкелдәп ҡуйҙы.

Ниһәйәт, сығып етте Батыр. Атаһы улын күтәреп баҫтырҙы ла:

-Афарин, улым! Һин – ысын батыр! – тине йылмайып, ғорурланып улына ҡараны.

–Балаҡайым! Батырым минең! – тип, Ғәлимә апай малайын килеп ҡосаҡланы ла ике битенән алмаш–тилмәш үбә башланы. Тик малайҙың иркәләнеп торорға ваҡыты юҡ ине. Көсөктө тиҙерәк ашатып шәбәйтергә кәрәк.

- Әсәй! Атай! Әйҙәгеҙ, тиҙерәк! – тине лә уларҙы көтөп тормай, өйгә ҡарай йүгерҙе.

Тик әсәһенең:

–Күпме әйттем, күм шул соҡорҙо тип, бер бала төшөп китһә, Аллам һаҡлаһын! – тип атаһын шелтәләгәнен генә ишетелеп ҡалды.

    Алдан бирешмәне, тиҙ төҙәлде. Ҙурайҙы инде хәҙер. Батыр уны туп уйнарға ла  өйрәтте.

Бик шаян, шуҡ көсөк Алдан көслө, аҡыллы эткә әүерелде.

–Әсәй, һин ҡайҙан белдең Алдандың табылырын? – тип һораны бер көн Батыр, өсәүләшеп, тупһала алдандың туп уйнағанын ҡарап ултырғанда.

–Һиңә ышандым, улым, – тине әсәй. – Бары батыр кеше генә шулай ышаныслы була, – тине лә улына ғорурлыҡ менән ҡарап, йылмайҙы.

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: