+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
6 Июнь 2022, 16:25

Көләмәстәр

Линолеум өсөн йыл да аҡса йыймаҫ өсөн... 5-се “Б” синыфының йонсоған ата-әсәләр комитеты “синыф иҙәненә асфальт йәйергә” тигән тәҡдим индерҙе...

Көләмәстәр
Көләмәстәр

–  Улым, һин ҡасан дәрес ҡарарға ултыраһың?

– Кино ҡарап бөткәс, әсәй.

– Ныҡ һуңға ҡалаһың бит?

– Уҡырға бер ваҡытта ла һуң түгел, әсәй!

*

– Атай, ә ни өсөн береенсе сентябрҙә уҡытыусыларға бөтәһе лә сәскәләр бүләк итә?

– Бөгөн уларҙың байрамы икән тип уйлаһындар өсөн.

*

Линолеум өсөн йыл да аҡса йыймаҫ өсөн... 5-се “Б” синыфының йонсоған ата-әсәләр комитеты “синыф иҙәненә асфальт йәйергә” тигән тәҡдим индерҙе...

*

– улым, шуны иҫеңдә тот: тәүҙә – ҡулды, шунан һуң ғына битте йыуырға кәрәк, – ти әсәһе.

– Мин гел шулай эшләйем, әсәй. Кисә ҡулдарымды йыуҙым, бөгөн битемде йыуам.

*

Уҡытыусы:

– Балалар, әйтегеҙ әле миңә, кем ниндәй һөнәр эйәһе булырға теләй?

Барыһы ла артист, космонавт, табип булырға теләй. Бер Айнур ғына:

– Ҡыш бабай! – ти.

– Ни өсөн Ҡыш бабай?

– Сөнки – Ҡыш бабай – шәп һөнәр! Бер аҙна байрам итеп кенә йөрөйһөң дә, йыл буйы ял итәһең.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас: