+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
3 Сентябрь 2022, 15:10

Шәмбе көләмәстәре

- Бөгөн атайҙан ике тапҡыр туҡмалып алдым, әсәй... - Нимә өсөн тағы?! Дауамы:

Шәмбе көләмәстәре
Шәмбе көләмәстәре

Улы әсәһенә:

- Бөгөн атайҙан ике тапҡыр туҡмалып алдым, әсәй...

- Нимә өсөн тағы?!

- Тәүҙә шатырҙатып "икеле" билдәләре теҙелгән көндәлекте күрһәткәнем өсөн. Аҙаҡтан тағы ла берҙе эләкте, тотоп ултырған көндәлеге уның үҙенеке икәнен белеп ҡалғас, уҡыусы сағындағы.

 

***

Балалар өйөндә ауырып ятыусы уҡытыусы апайҙарының хәлен белергә киләләр. Уҡытыусы карауатта ята, туп-тулы дарыу өҫтәл, маңдайына еүеш таҫтамал һалған. Бер аҙҙан ул күҙҙәрен аса ла:

– Бөгөн дежурный кем!? Сепрәкте еүешләп алып кил әле!

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: