-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
17 Сентябрь 2022, 12:00

Шәмбе көләмәстәре

Дәрестә уҡытыусы уҡыусынан һорай: - Мин сабам, һин сабаһың, ул саба. Был ҡайһы заман була? - Тәнәфес ваҡыты әлбиттә, - ти уҡыусы.

Шәмбе көләмәстәре
Шәмбе көләмәстәре

Походҡа барғанда уҡытыусы уҡыусыларҙан:

– Беҙ ҡайһы яҡҡа – төньяҡҡамы әллә көньяҡҡамы китеп барабыҙ? – тип һорай.

Нәзир күп уйлап тормаҫтан:

– Көньяҡҡа, – тип яуаплай.

– Ни өсөн шулай уйлайһың?

– Атлаған һайын эҫе була бара бит.

***

Яңғыҙ йәшәгән ирҙең йортон тараҡандар баҫып алған. Күршеһе быға көн дә “Ашарға бөттө”, “Ашарға бер нәмә лә юҡ” тип әйтергә ҡуша. Йәнәһе, тараҡандар уның зарын ишетә лә, ысынлап та ашарға юҡ икән тип, ҡасып китә.

Ир күршеһенең кәңәшенә ҡолаҡ һала һәм ысынлап та бер заман тараҡандар юҡҡа сыға.

Шулай бер заман тыныс ҡына йоҡлап ятҡанда ул тауышҡа уянып китә. Ҡараһа – карауат тирәләй иҙән тулы тараҡан, ти. Араларынан иң эреһе: “Хужа, тор, беҙ һиңә ашарға алып ҡайттыҡ!” – тип әйтә икән.

***

Дәрестә уҡытыусы уҡыусынан һорай:

- Мин сабам, һин сабаһың, ул саба. Был ҡайһы заман була?

- Тәнәфес ваҡыты әлбиттә, - ти уҡыусы.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: