+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
25 Сентябрь 2022, 13:05

Йәкшәмбе көләмәстәре

- Улым, "икең"де ҡасан төҙәтәһең???- Тырышам да ул, атай. Тик уҡытыусы апай журналды ҡулынан төшөрмәй

Йәкшәмбе көләмәстәре
Йәкшәмбе көләмәстәре

- Ниңә зонтик тотоп йөрөйһөң ул?
- Ямғыр яуып ҡуйһа тим...
- Бина эсендә ямғырҙан ҡурҡҡан кешене беренсегә күрәм!..
- Ә мин ҡурҡмайым, минең зонтигым бар!

***
Атаһы менән 5 йәшлек улы йоҡларға ятыр алдынан ванна бүлмәһендә теш таҙартып торалар. Тынлыҡты боҙоп, улы, көҙгө аша атаһына ҡарап, күңелһеҙ генә тауыш менән:
- Атай, ирҙәр ысын ҡатындарҙан алдараҡ үләме? - тип һорап ҡуя.
- Статистика буйынса шулай, улым...
- Һин дә әсәйҙән алдараҡ үләһеңме?..
- Уны алдан белеп булмай, улым... )
Шунан, малайы, атаһына боролоп, тағы ла борсоулыраҡ тауыш менән:
- Атааай, әтеү, әсәйгә нисек планшетҡа уйындар кащать итергә өйрәтеп ҡуй әле! - тимәһенме
***
- Улым, "икең"де ҡасан төҙәтәһең???
- Тырышам да ул, атай. Тик уҡытыусы апай журналды ҡулынан төшөрмәй
***
Төҙөлөштә 30 йылдан ашыу эшләп ташлаған прораб Фәррәх, ниһайәт, ҡатыны менән йәйге ялға Ҡырымға бара. Ҡатыны, ләззәтләнеп:
- Ҡояш, ҡыҙыу ҡом, диңгеҙ!.. Бәхет өсөн тағы ла нимә кәрәк!
Фәррәх:
- Цемент!
***
Атай-әсәйем гел көнкүреш техникаһына ҡарата миңә ҡарағанда яҡшыраҡ мөнәсәбәттә булды. Иҫләйем, атайым һәр саҡ:
— Тәәәк! Видикты һүндерәбеҙ, уға ял итергә кәрәк! - ти торғайны

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: